Олимпия уйындары – донъяның спорт тормошондағы иң мөһим ваҡиға. Планетаның иң көслө спортсылары, миллионлаған көйәрмәндәре көтөп ала был сараны. Сираттағы ҡышҡы олимпиаданың Сочи ҡалаһында уҙыуы беҙҙең өсөн бигерәк тә әһәмиәтле. 7 – 23 февралдә үтәсәк ул. Ошо йәһәттән һеҙгә викторинала ҡатнашырға тәҡдим итәбеҙ. Яуаптарығыҙҙы 15 февралдән дә һуңға ҡалмай ебәреүегеҙ һорала. Еңеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр көтә.
1. Тәүге ҡышҡы Олимпия уйындары ҡасан, ниндәй илдә үткән?
2. Олимпия уйындарын асҡанда илдең иң мәшһүр спортсыларының береһе телмәр тота. Ул нимә тип атала?
3. Беҙҙең илдә Олимпия уйындары тәүге тапҡыр ҡасан үткәрелгән?
4. 22 йәшендә донъяның иң яҡшы ҡапҡасыһы тип билдәләнгән хоккейсы, өс тапҡыр олимпия чемпионы кем?
5. Белорет ҡалаһында үҫкән, Олимпиадала йүгереү буйынса алтынсы урынды алған башҡорт ҡыҙы (Пекин, 2012)
6. Фигуралы шыуыу буйынса өс тапҡыр Олимпия чемпионы булған ханым.
7. Сочиҙа үтәсәк Олимпиадаға әҙерлек хаҡында мәҡәләләр ебәреп торған штаттан тыш хәбәрсебеҙҙең исем-шәрифе?
8. Йылҡы йылында тыуған яҡташыбыҙ, йөҙөү буйынса Паралимпия чемпионы (Пекин, 2012).
9. Башҡортостандан Олимпиадала ҡатнашыуға нисә спортсы дәғүә итә?
10. Биатлон буйынса ике тапҡыр Олимпия чемпионы булған башҡорт ҡыҙы (Турин, 2006 йыл).
11. Рәсәйҙең хоккей буйынса Олимпиадала ҡатнашасаҡ йыйылма командаһында КХЛ-дан нисә вәкил бар? Улар кемдәр?