ДИНИ ТӘРБИӘ ОРЛОҠТАРЫ КҮҢЕЛ АША ҒЫНА ҺАЛЫНА16.01.2014
ДИНИ ТӘРБИӘ ОРЛОҠТАРЫ КҮҢЕЛ АША ҒЫНА ҺАЛЫНАМәрйәм БУРАҠАЕВА,
яҙыусы, Рәсәй дөйөм белем биреү мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре,
Салауат Юлаев ордены кавалеры


Егерме алтынсы дәрес

1. "Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре"

"Белемдең ҡиммәте һәм файҙаһы"

Әҙәм балаһы элек-электән белемгә ҙур иғтибар бүлгән. Донъя серҙәренә төшөнөргә тырышыу, йыһан киңлеген байҡау, йондоҙҙарҙы күҙәтеү, сирҙәргә ҡаршы шифалы үләндәрҙе файҙаланыу, кейем булдырыу, ризыҡ табыу, йорт-ҡаралты төҙөү, фән, техника ҡаҙаныштары — барыһы ла ғилемгә ынтылыу һөҙөмтәһе. Төрлө өлкәләге ҡаҙаныштар, компьютерлаштырыу, кеҫә телефондары... Уйлап ҡараһаң, өйөңдә ултырып Америка менән һөйләшеү мөмкинлеге — бынан бер нисә тиҫтә йыл элек хыялға ла инмәгән ҡаҙаныш. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай алға китеш әҙәм балаһын тәбиғәттән һәм тәбиғи ҡанундарҙан йыраҡлаштыра. Әйтәйек, туған телдән һәм моңдан. Ә улар тәү сиратта сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһай: һөнәри медицинала һуңғы ваҡытта быға айырыуса ҙур иғтибар бирелә башланы.
Күптәребеҙ, ниңәлер, туған телендә аралашыуҙы һанға һуҡмай. Һөҙөмтәлә ҙур байлыҡтан мәхрүм ҡала, яҙмышын боҙа. Ә бит кеше мейеһенең мөмкинлеге ҙур: әллә күпме телдә һөйләшергә, аңлашырға мөмкин. Өйрән, аралаш, тик туған телең иҫәбенә түгел.
Ерҙән алыҫлашабыҙ. Ул бүләк иткән үҫемлектәрҙе — ҡаҡы, ялан ҡуҙғалағы, әтмәкәй, ер еләге, балтырған, кесерткән ашы һәм башҡаларҙы — бөтөнләй оноттоҡ, тиергә лә була. Тимәк, ер ҡеүәтенән, халҡыбыҙҙың рухи байлыҡтарынан мәхрүм ҡала барабыҙ. Быға, әлбиттә, йәштәрҙең өлкәндәр менән аралашырға телде белмәүе лә сәбәпсе. Ә икмәклек-тоҙлоҡ ҡына һөйләшеү бер ни ҙә хәл итмәй. Өлкәндәр менән аралашыу, уларҙың ғилемен өйрәнеү, һөйләгәнен аңлау өсөн үҫемлектәрҙең, ҡоштарҙың исемен, йондоҙҙарҙың атамаһын, халыҡ ижадын һәм башҡаларҙы белеү мотлаҡ.

Хәҙис шәрифтәр

Ғилем эҙлә, белем файҙа,
Булһа ла ғилем Ҡытайҙа.

* * *

Белем бирегеҙ, ғилем эстәгеҙ,
Еңеләйтегеҙ, ауыр итмәгеҙ.
Һөйөндөрөгөҙ, нәфрәт һипмәгеҙ.


2. "Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре"

"Дин һәм әхлаҡ.
Донъя диндәренең әхлаҡи ҡанундары"


Баланың холҡо һәр саҡ үҙгәреп тороусан: йә, асылып китеп, барыһын да һөйләп бирә, ҡапыл ҡыҙып китеүе, нимәнәндер ризаһыҙлығын әйтеп ысҡындырыуы ла ихтимал. Уйҙарын эсенә йыя барып, холоҡ-ғәҙәтен йәшереп йөрөп, ғаиләнән ысҡынғас, ысын йөҙөн күрһәтә башлағандар бар. Әйтәйек, ҡалаға тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан йәштәрҙең ауыҙында — тәмәке, ҡулында һыра шешәһе күреп, аптырап китәһең. Ата-әсәһе балаһы уҡыһын, кеше булһын өсөн аҡса бүлә, ә улар... Ҡайһы бер йәштәрҙең секталарға юлығыуы ла сер түгел. Шуның өсөн дә балаға бәләкәй сағынан уҡ дөрөҫ һәм яңылыш юлдарҙың ни икәнлеген, атай-әсәй менән һәр ваҡыт асыҡ мөғәмәләлә булыу кәрәклеген аңлата барыу мөһим. Ошо предметты үҙләштергәндә лә, дини тәғлимәттәр хаҡында һүҙ барғанда ла, баланың күңеленә был фекерҙе ныҡ итеп һалыу зарур. Заман башҡа, аралашыу киң ҡолас алды, шунлыҡтан мауығып, аҙашып китер юлдар ҙа күп һәм төрлө. Ә киләсәк өсөн яуаплылыҡ һәр ваҡыт булған, сөнки кешелек донъяһы — һәр яҡлап камил быуын ҡулында. Был йәһәттән дини, әхлаҡи ҡанундарҙың маҡсаты бер — кешегә дөрөҫ юлды күрһәтеү.

3. "Донъяуи этика нигеҙҙәре"

"Ватаныбыҙ мәҙәниәтендә әҙәплелек өлгөләре"


Әҙәп — бик киң төшөнсә, илһөйәрлек, интернационаллек, коллективизм һәм башҡа тойғоларҙы үҙендә туплай. Улар үҙенән-үҙе барлыҡҡа киләме, әллә тәрбиәлелектәнме, уратып алған мөхиттәнме? Әйтәйек, Бөйөк Ватан һуғышында күрһәтелгән батырлыҡтарҙың башланғысы ниҙә? Амбразураны күкрәге менән ҡаплаған Шакирйән Мөхәмәтйәновты, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллинды ундай ҡаһарманлыҡҡа ниндәй тойғолар этәргән, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтә, легендар Миңлеғәле Шайморатовта, уның яуҙаштарында ниндәй хистәр ҡайнаған? Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың рух, ихтыяр көсө тыуасаҡ әллә күпме быуында ғорурлыҡ уятасаҡ әле! Ә бит ҡаһармандарыбыҙ утҡа дан хаҡында уйлап ташланмаған, ә Ватанын һөйгән, уның өсөн йәнен бирергә лә әҙер булған.
Беҙҙең башҡорт халҡы элек-электән Уралын һаҡлаған. Ә бөгөн бының ҡәҙерен беләбеҙме? Олатайҙарыбыҙҙың яуҙарҙа ни өсөн ҡан түккәне хаҡында уйлайбыҙмы? Ҡайһы бер йәштәрҙең "сит илгә китәсәкмен" тигән маҡсат менән үҫеп килеүе айырыуса хафаға һала. Башҡортостанда башҡорттар аҙ ҡалһа, республика йәшәрме һуң? Ошо хаҡта уйланабыҙмы? Рәсәйҙең белемле, аҡыллы йәштәре лә сит илдәргә тартылып тора: илебеҙ хужаһыҙ ҡалырмы? Изге төйәгебеҙҙең байлығын рәхәтләнеп, кинәнеп файҙаланып, кемдәр күкрәк киреп йәшәр? Ошолар хаҡында уйланыу, илһөйәрлек тәрбиәләү ғаиләнән, мәктәптән башланырға, бала халҡының үткәнен, тарихын белеп, уның киләсәген хәстәрләрлек көс тойоп үҫергә тейеш. Йәштәребеҙҙе еңел юлды һайлауҙан һаҡлайыҡ. Талды бөкһәң, йәштән бөк, тип ата-бабабыҙ юҡҡа ғына әйтмәгән.
Башҡорт балаһына бишектән үк илһөйәрлек тойғоһон һалырға тырышҡан. Был йәһәттән халҡыбыҙҙа йырҙар, мәҡәлдәр, әйтемдәр ифрат күп. "Тормош һабаҡтары" дәреслегендә ошо хаҡта ентекле яҙылған. Әлеге дәрестә "Аҫыл кеше алтын тип түгел, халҡым тип үлер", "Ил ҡәҙерен белгән ир хур булмаҫ", "Илһеҙ ҡалдың — көнһөҙ ҡалдың" тигән мәҡәлдәрҙең береһен исем итеп алып, балаларҙан инша яҙҙыртыу ыңғай һөҙөмтә бирер.
"Үҙ илең — алтын, кеше иле — тотҡон". Инша яҙырға өйрәткәндә, ошо мәҡәлгә аңлатма биреп китергә мөмкин. Ни өсөн кеше сит илдә тотҡон, рухи ҡол була? Сөнки унда үҙенсә, тәбиғәттән һалынған булмышына ярашлы йәшәй, һөйләшә, йырлай, аралаша алмай, ҡанына һалынған сәләмәтлек сығанағы — милли аҙығы — менән туҡланмай, күңел йылыһы алырлыҡ туғандары менән аралашмай. Ә кемгәлер яраҡлашып, хатта ярамһаҡланып, фәҡәт нимә хаҡыналыр хеҙмәт итеп йәшәргә мәжбүр. Ә был — ысын мәғәнәһендә рухи ҡоллоҡ. Бәндәгә бәндә булма, ти бит халҡыбыҙ.

Егерме етенсе дәрес

1. "Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре"


"Ислам һәм фән"


Дин үҫеше фәнгә ҙур йоғонто яһаған. Борон-борондан башҡорт ғалимдарының күбеһе тәүге белемде мәҙрәсәлә алған, унан ғилемен сит илдәргә барып арттырған. Мәҫәлән, бөйөк милләттәшебеҙ, философия фәндәре докторы, шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе Зәки Вәлиди мулла ғаиләһендә тыуған, Ҡазанда мәҙрәсәлә уҡыған, унан ошонда уҡ төрки, ғәрәп һәм төрки әҙәбиәт тарихын өйрәткән. Бөйөк шәхестәребеҙ Ризаитдин Фәхретдинов, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Шәйехзада Бабич башланғыс белемде мәҙрәсәлә алған. Башҡа мәғрифәтсе, яҙыусы, шағирҙарыбыҙҙың да үҫешендә дини уҡыу йорттары әһәмиәтле урын тотҡан. Ғөмүмән, мәҙрәсәләр һәр кемдә белем алыуға ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.

Хәҙис шәрифтәр

Һәр эшкә үҙ юлы илтер,
Йәннәткә юл — ғалимлыҡтыр.

* * *


Ғилем — бикле хазиналыр,
Асҡысы бына ҡайҙа:
Иң дөрөҫ яуап табыуҙа
Иң ауыр һорауҙарға.

* * *

Таянысһыҙ емерелер бар донъя,
Исламдың төп таянысы — ғалимдар.


2. "Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре"


"Мәрхәмәтлек.
Кәрһеҙҙәрҙе хәстәрләү һәм ярҙамлашыу"


Был донъяла барыһы ла имен-аман, теүәл ағзалы, атай-әсәйле түгел. Матди һәм ҡул ярҙамына мохтаждар күп. Был йәһәттән "Урал батыр" эпосында шундай кәңәш бирелә:
Олоно оло итегеҙ —
Кәңәш алып йөрөгөҙ,
Кесене кесе итегеҙ —
Кәңәш биреп йөрөгөҙ.
Күҙенә сүп төшөрҙәй,
Күҙһеҙ булып ҡалырҙай,
Еҫерҙәрҙең алдында
Күҙенә керпек булығыҙ.

"Еҫер" — "етем" тигән һүҙ. Тимәк, уларҙың иң яҡыны булығыҙ, тип әйтелә.
Мохтаждарға ҡулдан килгәнсә, ни менән булһа ла ярҙам күрһәтеү күңелгә тыныслыҡ, кинәнес, ҡыуаныс бирер. Ә бының һөҙөмтәһе — сәләмәтлек. Рәхмәтле кешенең изге теләге, ихлас йылмайыуы сауап булып әйләнеп ҡайта — уҡыусы шуны аңларға тейеш.
Донъялағы барлыҡ диндә лә кешегә булышлыҡ итеү бик юғары баһалана. Ғайса, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙәр, Будда мохтаждарҙың ысын ярҙамсылары булған.

Хәҙис шәрифтәр

Хаҡ динемде нығытыр көс бары —
Күркәм холоҡ менән йомартлыҡтыр.

* * *

Күрһәттеңме, әҙәми зат,
Етемдәргә рәхим-шәфҡәт?
Етемде бит яҡлаусы юҡ,
Күргәне — йот, йотҡаны — ут.
Артҡа ҡарай — атаһы юҡ,
Алға ҡарай — әсәһе юҡ,
Ашар ине — ашарға юҡ,
Эсер ине — эсәһе юҡ.

* * *

Әҙәми зат, кемгә-кемгә
Миһырбанлы бул етемгә!
Мәрхәмәтең әйләндерер
Ҡара төнөн яҡты көнгә.

3. "Донъяуи этика нигеҙҙәре"


"Этикет"


V класс өсөн тәғәйенләнгән "Тормош һабаҡтары" дәреслеге "Әҙәплелек ҡағиҙәләре" тигән теманан башлана. Был йүнәлеш кластан тыш уҡыу ҡулланмаһында ла дауам итә. Ҡабатлап яҙып тормайыҡ, дәреслектәге әҙер материалды файҙаланығыҙ.


Вернуться назад