Горизонталь буйынса: 4. Имә торған кәнфиткә исемен биргән көньяҡ емеше. 9. Театр режиссеры. 10 Ҡармаҡ ебенә тағылған “бакен”. 11. Йыйынға ебәрелгән вәкил. 13. “Башҡортостан” гәзитенең элекке баш мөхәррире, министр булып та эшләгән. 15. Утын үлсәү берәмеге. 19. Ырымбур өлкәһенән сыҡҡан әҙиптәр араһындағы Йыһат. 23. Башы һыуҙа, ҡойроғо тауҙа. 24. Кемгә булһа ла ҡушылған эш. 25. “Йыбанмаған оҫта булған, оялмаған (...) булған”. 27. Эшкә өйрәнергә, һынау үтергә йөрөгән кеше. 28. “Яҡшы көйләгәндә кәңәш сығыр, яман һөйләгәндә (...) сығыр”. 29. Насар эш-ҡылыҡтың кире ҡайтҡан язаһы. 30. Кәмәсенең “көрәге”. 32. “Ябалаҡлы” яуым-төшөм. 36. Хат, гәзит таратыусы предприятие. 37. Башҡорт академия драма театры актерҙары араһындағы Рәүис. 38. Ҡоллоҡҡа төшкән һалдат. 40. Ҡолағы бар — ишетмәй, тигеҙ ергә ултырмай. 41. Оҙонсараҡ киң япраҡлы, оҙон яланғас һабаҡлы, көрәнерәк суҡ орлоҡло ҡыр үләне, “йылҡы ҡайсыһы”. 44. Шәм таҫмаһы. 45. Долли — һарыҡ булараҡ. 46. Сыйырсыҡ ҙурлыҡ буҙ урман ҡошо ла, йылға балығы ла. 48. Кәрәкһеҙ артыҡ йөк. 50. Төньяҡ Америка шарлауығы. 51. Камиллаштырылған уҡ. 53. Триуфмаль ҡоролма. 54. Театрҙағы ял бүлмәһе, зал. 55. “Эҫе” “һыуыҡ” өсөн. 57. Греция утрауы. 58. Гейша халаты. 59. Бай кеше тураһында (...)һы ҡалын тип әйтәләр.
Вертикаль буйынса: 1. Эҫеләнгән һайын ҡат-ҡат тун кейә. 2. Көньяҡҡа ҡаршы тараф, төньяҡ түгел. 3. Помпа нимә ул? 5. Матур сәскәле бүлмә гөлө лә, ҡатын-ҡыҙ исеме лә. 6. Әбйәлил районының Хәлил ауылынан сыҡҡан шағир. 7. Тантаналы кисә. 8. Айыу өңөнә тыға торған ботаҡлы ағас. 12. Сысҡан ҡапҡаны. 14. “Ҡыу ағасҡа (...) ҡунмаҫ”. 15. Металлургтар ҡулланған ташкүмер сеймалы. 16. 1974 йылда АҠШ-ҡа ҡасҡан совет балет артисы. 17. Дин тәғлимәтендәге үҙенә бер төрлө ағым, ҡараш. 18. “Аттың шәбе — кешелә, ҡатын шәбе — (...)лә”. 19. Алған һайын ҙурая бара. 20. Кинокадрҙағы яҙыу. 21. Ҡалас ашатҡан михнәт. 22. Билдәле бер ваҡытта уҡыла торған ҡыҫҡа ғына доға. 26. Сәфәргә сыҡҡан пропагандистар төркөмө. 27. Ишек сыҡҡан яҡҡа эшләнгән мейесһеҙ алғы бүлмә. 29. “Тағараҡ”ҡа палиндром. 31. Театрға түләүһеҙ инеү өсөн бирелә торған талон. 33. Урамда үткәрелгән йыйылыш. 34. Аҡмай ятҡан һыуҙа барлыҡҡа килгән бысраҡ. 35. Кәтмән. 37. Эт башына эркет түгелгән (...) — тормоштағы мул ваҡыт. 39. Емеш ултыртылған ер. 42. Ағыулы үрмәксе. 43. Ҡитға нимә ул? 47. Эстрада йырсыһы Нәсимәнең ире. 49. Ярып эшләнгән йоҡа тар таҡта. 52. Кәрәкмәгән ергә ҡыҫылғанда “нимә” тығалар? 56. Тәндәге тыумыштан булған тап йәки төйөрсөк.
Шпаргалка: Тиреҫ. Игәш. Ҡалта. Монтар. Вирд.