Йүнсел йүнен таба, тигән боронғолар. Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылында йәшәгән Рауил Ғафаров та шулай фекер йөрөтә.
— Ауылда йәшәп, эш юҡ тигән кешеләргә аптырайым, — ти ул, бер аҙ ғәжәпләнеп. — Ялҡауланмаһаң, шөғөл етерлек. Бына мин, мәҫәлән, нишләп тәүлектә ваҡыт егерме дүрт кенә сәғәт икән, күберәк түгел, тим.
Өйләнгәс, Рауил кәләше Айгөл менән Стәрлетамаҡ ҡалаһына юллана. Химия заводында бер нисә йыл электр менән иретеп йәбештереүсе булып эшләгәс, ул дөйөм ятаҡта йәшәп кенә донъя көтөп булмаясағын аңлай һәм ғаиләһе менән ауылына кире ҡайта.
— Атайҙан ҡалған мөлкәт булмағанлыҡтан, арзаныраҡ хаҡҡа иҫке генә бер йорт һатып алдыҡ. Фермерҙа эш башланым, — ти ул.
Ана шул ваҡытта өйрәнә Рауил ҡортсолоҡ серҙәренә. Хәҙер уның йөҙ баш умартаһы бар. Бал менән кәсеп итеүе арҡаһында Ғафаровтар ҙур йорт һалып ингән. Колхоз идараһының ташландыҡ ат һарайын йүнләп, таҡта ярыу цехы асҡандар, байтаҡ ҡына техника һатып алғандар.
— Хәҙер, киреһенсә, машиналарҙы кәметергә ҡарар иттем, — ти Рауил Ғәбделхай улы. — Сөнки күп техника тотоуҙан әллә ни файҙа юҡ. Шуға күрә “КамАЗ”, “ЗИЛ” йөк машиналарын һаттым. Әле үҙемдең “Т-40”, ер ҡаҙғыс тракторҙарым, “УАЗ” машинаһы бар. Уларына теймәйерәк торормон, ауылдаштарға ярҙам итергә лә кәрәк бит.
Ғафаровтар — Яңғыҙҡайында өлгөлө ғаилә. Өлкән ҡыҙҙары Айһылыу Башҡорт дәүләт университетының 2-се курсында белем ала. Улдары Фаил — унынсы, Динислам өсөнсө класта уҡый. Ғаилә башлығы мәктәптең ата-әсәләр комитеты рәйесе вазифаһын да башҡарып өлгөрә.
Рауил Ғәбделхай улы күптән түгел Яңғыҙҡайын ауылының үҙәк өлөшөндә, оҫталар яллап, ҡыҙыл кирбестән икмәк бешереү цехы һалдыра башлаған.
— Ҡатыным — һөнәре буйынса икмәк бешереүсе-кулинар. Әйҙә, ауылдаштарҙы йылы икмәге, бәлеше, ҡыҫтыбыйы менән ҡыуандырһын, — ти ул.
Уй-ниәттәре байтаҡ әле Рауил Ғафаровтың, әммә улар хаҡында алдан һөйләргә яратмай.
Р. ҒИБӘТОВ.
Ғафури районы.