«Башҡортостан»ды ҡайҙа күпме алдыралар?16.01.2014
Хөрмәтле дуҫтар!
Ҡар-бурандары менән елдереп килеп еткән Йылҡы йылының тәүге айы ла артыҡ һиҙҙермәй генә һүтелә бара. Көндәргә — көндәр, йылдарға йылдар ялғанып, ваҡыт тәгәрмәсендә шулай туҡтауһыҙ әйләнеүебеҙҙе дауам итәбеҙ. 2014 йылдың тәүге яртыһына яҙылғандар, шөкөр, бөгөн баҫмабыҙҙың быйылғы етенсе һанын ҡулына ала.
Берҙәмлектә — көс тигәндәй, матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын күмәкләп, бер-беребеҙҙе дәртләндереп тә, сәмләндереп тә уңышлы ғына атҡарып сыҡтыҡ. Тираж бик үк һөйөндөрмәһә лә, үтә зарланырлыҡ та түгел. Әлбиттә, йомғаҡ яһап, иң элек үҙ төбәгенең киләсәген, халҡының рухи-мәҙәни кимәлен күтәреүҙе төп бурысы итеп һанаған район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына, ойошма һәм предприятиелар, уҡыу йорттары етәкселәренә, мәктәп коллективтарына, беҙҙән айырылмаған зыялыларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Барсаһын телгә алып китмәһәк тә, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, баҫмаға яҙылыуҙы күпкә арттырып тотош республикаға өлгө булып тороусыларҙың бер нисәһен атап үтке килә. Мәҫәлән, Нефтекама, Сибай ҡалаларын, Ишембай, Яңауыл райондарын айырым билдәләмәү мөмкин түгел. Ишембайҙар быйыл да юғары мәҙәнилеккә эйә булыуҙарын беҙҙең баҫма йөҙөндә раҫланы. Сибай ҡалаһы хакимиәте һәм Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты коллективтары хаҡында ла шундай уҡ фекерҙәбеҙ. Әйткәндәй, хакимиәттәр араһында тәүгеләрҙән булып матур үрнәкте cибайҙар таратты. Әлшәй, Әбйәлил, Бөрйән, Ҡариҙел, Хәйбулла, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Салауат, Йылайыр, Мәсетле, Стәрлебаш, Ҡыйғы, Борай, Бүздәк һәм Баҡалы райондарында, Стәрлетамаҡ һәм Межгорье ҡалаларында уҡыусыларыбыҙҙың арта барыуы ла ифрат шатландыра.
Шул уҡ ваҡытта, үкенескә ҡаршы, борсолоу тыуҙырған төбәктәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы буйынса мәғлүмәттәр әлегәсә ҡәнәғәтләндермәй. Дөйөм алғанда, артыу күҙәтелһә лә, баш ҡалала милләттәштәребеҙҙең (172 меңдән ашыу) күп йәшәүен, әллә күпме уҡыу йортоноң, ойошма һәм предприятиеларҙың ошонда урынлашыуын иҫәпкә алғанда, әлбиттә, баҫманың меңдән ашыу ғына таралыуы диңгеҙҙәге бер тамсы ғына кеүек.
Байтаҡ юғары уҡыу йорттары тупланған һәм күп кенә мәҙәни саралар үҙәге һаналған Салауат, Октябрьский һәм Бөрө ҡалаларында ла ошоға оҡшаш хәл. Был төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ әлегәсә битарафлыҡтан арына алмай. Урындағы етәкселәрҙең дә баҫманы таратыуға ҡарашы аңлашылып етмәй. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ҡайҙа эш яҡшы ойошторолған, шунда һөҙөмтәләр ҙә ҡәнәғәтләнерлек. Киләсәктә әле телгә алынған һәм исемдәре атап үтелмәгән ҡайһы бер район һәм ҡалаларҙа республиканың төп милли баҫмаһына мөнәсәбәт ыңғай яҡҡа үҙгәрер тип өмөт итәбеҙ. Илдә Мәҙәниәт йылы тип исемләнгән осорҙа һәр беребеҙ мәҙәнилеген тап баҫмабыҙға яҙылып, уны уҡып һәм таратыуҙа ярҙам итеп раҫлар тип уйлайбыҙ.
Әйҙәгеҙ, “Башҡортостан”дың, тимәк, республикабыҙҙың да йылъяҙмаһын бергә яҙайыҡ!
Район һәм ҡалалар буйынса “Башҡортостан”ға яҙылыу мәғлүмәттәрен тәҡдим итәбеҙ. Ҡарағыҙ, сағыштырығыҙ һәм һығымта яһағыҙ.

Һин гәзиткә таян!

Эй, башҡортом, һин гәзиткә таян,
Ҡалһаң был тормоштоң ситендә.
Хыялдарға ирешеүҙең юлы —
Бөтәһе лә гәзит битендә.

Уны хыял-поезд һымаҡ күрәм —
Уң ҡулыңда гәзит булғанда;
Шуны уҡый-уҡый, башың тотош
Ҙур фекерҙәр менән тулғанда.

Күпме вагондарға билет һымаҡ
Үҙең менән гәзит алыуың.
Әгәр ул булмаһа, көтә һине
Һорау менән яңғыҙ ҡалыуың.

Бөтә хыялдарға ирешергә,
Өмөт менән күңел тултырып,
Ҡалмаҫ өсөн башҡа эргәһендә
Тишек шумандарға ултырып.

Йәшәгәндә гелән гәзит менән
Бәхет көтөр тотҡан юлыңда.
Хыял танытмаһы, юлламаһы —
“Башҡортостан” булһа ҡулыңда.


Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ.


Ҡарағыҙ, күрегеҙ һәм өлгө алығыҙ !


Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, дуҫтарыбыҙ, ҡәләмдәштәребеҙ һәм фекерҙәштәребеҙ!
Һүҙебеҙҙе шулай иң яҡын кешеләребеҙ тип өндәшеүҙән башлау өсөн етди сәбәп бар. Хәтерегеҙҙәлер, республиканың төп милли баҫмаһын — “Башҡортостан” гәзитен коллектив менән алдырыуҙы 2014 йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу барышында ла дауам иткәйнек. Матур йола таратыуға лайыҡ тигәндәй, был сараны беҙ бик теләп ойошторабыҙ, сөнки ошо рәүешле Һеҙҙең менән араларҙы тағы ла нығыраҡ яҡынайтабыҙ, осрашып-күрешәбеҙ, бер-беребеҙҙең хәл-әхүәлен белешәбеҙ.
Шөкөр, тәүге осорҙан алып ошо сараға әүҙем ҡушылып килгән дуҫтарыбыҙ, нигеҙҙә, беҙҙән айырылманы. Әлбиттә, юғалтыуҙар ҙа юҡ түгел, шулай ҙа беҙ алдағы көндәргә ышаныс менән ҡарайбыҙ, ҡайһы бер мәктәп коллективтары ике араны яңынан ялғар тип өмөтләнәбеҙ.
Тағы шуныһына ифрат шатбыҙ: матур өлгөгә хеҙмәт коллективтары, хатта хакимиәттәр ҡыйыуыраҡ эйәрә башланы. Акцияға дәррәү ҡушылыуҙары, әлбиттә, иң элек етәкселәрҙең рухлы булыуына һәм яуаплылыҡ тоя белеүенә бәйле. Һөҙөмтәлә Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителгән 2014 йылдың тәүге яртыһында һеҙҙең менән көн һайын тиерлек тығыҙ бәйләнештә буласаҡбыҙ, был осорҙоң файҙалы эштәр, матур саралар менән үтеүенә лә булышлыҡ итәсәкбеҙ.
Һеҙҙең һәммәгеҙгә лә баҫмабыҙҙың абруйын күтәреүгә, тиражын арттырыуға ҙур өлөш индергәнегеҙ өсөн оло рәхмәтлебеҙ. Коллективығыҙҙа һәр саҡ йылы, ихлас мөхит булыуын, берҙәмлек, матур-матур уңыштар, яҡты үрҙәр теләйбеҙ. Киләсәктә лә “Башҡортостан”дың Почет таҡтаһында яңынан-яңы исемдәрҙең урын алыуына, уҡыусыларыбыҙ даирәһенең киңәйеүенә ышанабыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.


«Башҡортостан»ды ҡайҙа күпме алдыралар?


Вернуться назад