Сәсәндең һыны ҡуйылырмы?16.01.2014
(З. Шәрипова, “Арҙаҡлы шәхесебеҙ һәйкәлгә лайыҡ”, 2013 йыл, 27 декабрь)

Яңыраҡ БДУ профессоры Зәйтүнә Шәрипова Мөхәмәтша Буранғоловҡа һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Халыҡ сәсәне быға лайыҡ. Уның ижады хаҡында күптән беләбеҙ, шулай ҙа был мәсьәлә, күтәргән кеше булмағас, онотола бара. “Башҡортостан” гәзитен уҡып, мин, мәҫәлән, сәсәндең тормошона бәйле бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белдем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хаҡта беҙҙе мәктәптә уҡытманылар. Мөхәмәтша Буранғолов республикабыҙҙы төҙөүҙә күп мөһим эш башҡарған, хәләл көсөн йәлләмәгән. Уның мәшһүр “Урал батыр” эпосын яҙып алыуы ғына ла — баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт. Әле ниндәй ғалим халҡы өсөн шундай эш атҡарған? Шуны күҙ уңында тотоп, Өфө ҡалаһында Мөхәмәтша Буранғоловҡа һәйкәл ҡуйыу хаҡында фекерҙе хуплайым. Шундай кешеләр булған өсөн дә беҙҙең халыҡ үҙ дәүләтселеген булдыра алған.


Вернуться назад