Йәштәр ауылда ҡалһа ине...16.01.2014
(Р. Шәрипов, “Аптырағандың көнөнән”. № 162, 2013 йыл, 5 ноябрь)

Бөгөн Башҡортостанда Белорет районының Баҡый ауылы һымаҡ онотола барған, бөтөүгә дусар ителгән ауылдар бихисап. Бының һуңғы йылдарҙа ғәмәлгә ашырылған ҡулайлаштырыу сәйәсәтенең ауыр һөҙөмтәһе икәнен күптәр аңлайҙыр инде. Хәҙер уҡыусыларҙы йөҙәрләгән ауылдан автобус менән йөрөтөп уҡыталар. Ә Баҡый ауылы уҡыусылары Белорет ҡалаһының лицей-интернатында белем ала, ата-әсәләр менән килешеү буйынса, уларҙы айына ике тапҡыр автобус менән Егәҙегә тиклем илтеп ҡуялар. Юл түләүле, сөнки интернатта ятып уҡыған балаларҙы йөрөтөү өсөн бюджеттан аҡса бүленмәй. Әйткәндәй, баланы ошо интернатта уҡытыу аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн айына — 200 һумға, башҡаларына 500-гә төшә.


Баҡыйға тиклем рәсми рәүештә пассажирҙар ташыу рөхсәт ителгән юл булмағанлыҡтан, автобус унда йөрөй алмай. Ата-әсәләр балаларын Егәҙенән үҙҙәре килеп алырға тейеш. Ә мәҡәлә авторы, айышына төшөнмәйенсә, гәзит уҡыусыла яңылыш фекер тыуҙыра: “Белореттан яҙылған мәҡәләне уҡыманығыҙмы ни, уҡыусылар 200-ләп саҡрым араны (мәҡәләлә шулай күрһәтелә. — Авт.) йәйәүләп йөрөп уҡый икән”, — тип тә Ҡоролтайға шылтыратыусылар булды. Берҙән, Белореттан Баҡыйға тиклем — 125 километр, икенсенән, мәғариф системаһында ҡабул ителгән ҡағиҙәләргә ярашлы, баланы интернатҡа илтеп ҡуйыу һәм алып ҡайтыу — ата-әсә бурысы. Әлбиттә, уҡыусыларҙы Егәҙенән Баҡыйға тиклем алып ҡайтыу мәсьәләһен ата-әсәләр бөгөн Егәҙе ауыл Советы менән бергәләп хәл итергә тейеш, ҡышын да, яҙын-көҙөн дә ундағы юлдан трактор менән генә үтеп була. Мәҡәлә авторы Р. Шәрипов яҙғанса, бер “УАЗ” машинаһы менән генә проблеманы хәл итеп булмаясаҡ.
Башҡарма комитет ошо хаҡта һәм киләсәктә Баҡый ауылына тиклем ҡомташ түшәүле юл һалыуҙы тиҙләтеү тураһында Белорет районы хакимиәте башлығы В.Г. Мироновҡа хат ебәрҙе. Беҙҙеңсә, юл һалынғансы, Баҡый уҡыусыларын интернатта тотоп уҡытыуҙан ҡулайыраҡ сара юҡ.
Тағы ла бер проблема: ауылда балалар йылдан-йыл кәмей, мәктәптәрҙе яптырыуға бәйле хәл бик тә ауырлаша. Бында ауылда эш урындары, етештереүсе ойошмалар булмауы ғына сәбәп түгел. Беҙ бит үҙебеҙ күп йылдар буйына балаларҙы ҡалаға китеп уҡыһаң ғына кеше булырһығыҙ тип өгөтләнек. Һәр хәлдә ауылда ҡалып йәшәү, унда төпләнеү өҫтөнлөгө хаҡында өгөт-нәсихәт булманы тиерлек. Хәҙер ошондай “идеологияның” психологик яҡтан ни тиклем емерткес булыуын аңларға ваҡыттыр инде. Тимәк, беҙҙең Ҡоролтайға ла, киң мәғлүмәт баҫмаларына ла йәштәрҙе ауылда ҡалдырыу буйынса эш алып барыу зарур.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ,
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.


Вернуться назад