Былтыр декабрҙә Стәрлетамаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты “Хәҙерге шарттарҙа йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү һәм гражданлыҡ йәмғиәтен төҙөү” темаһына күсмә ултырыш уҙғарҙы. Гәзит хеҙмәткәрҙәре тимерҙе ҡыҙыу сағында һуғырға күнекһә лә, был мәҡәләне бер аҙ ваҡыт үткәс бирергә ҡарар иттек. Нисек кенә булмаһын, бар ғәләмәт шунда: “Ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшеү “түңәрәк өҫтәл” сиктәрендә тороп ҡалырмы, әллә милләтебеҙ өсөн көнүҙәк донъяуи мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә бер башланғыс булырмы улар?” тигән һорауға яуап эҙләнек.
Һыуһағайныҡ
Дөрөҫө шул: Стәрлетамаҡ еренең әһәмиәте буйынса бындай кимәлдәге йыйынды күптән күргәне юҡ ине. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы залы Өфөнән, шулай уҡ Башҡортостандың көньяҡ зонаһына ҡараған башҡа район-ҡалаларҙан (атап әйткәндә, 16 муниципаль берәмектән) килгән ҡунаҡтар менән шығырым тулы булды. Милләттең, ғөмүмән, йәмғиәттең бөгөнгө көнитмеше генә түгел, киләсәк яҙмышы борсой ине уларҙы. Был тойғо сара башланмаҫ элек үк ярылып ятты: төркөм-төркөм булып йыйылып фекер алыштылар, форумда күтәреләсәк проблемаларҙы энәһенән ебенә тиклем йәнә бер ҡат тикшереп сыҡтылар. Шул саҡ Юрматы еренең бындай ҡорға һыуһағанына инандым.
Ошо ваҡытта тағы бер күренешкә туҡталып китмәй булдыра алмайым: сараны БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында, студенттарҙың, йәштәрҙең гөжләп торған урынында үткәреүҙәре осраҡлы түгел. Үҙҙәре лә “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашып, ҡыҙҙар һәм егеттәр күп нәмәгә төшөнгәндер, бер ни тиклем тәжрибә алғандыр тип ышанам. Шул уҡ ваҡытта, сит район-ҡалаларҙан килгән ҡатнашыусыларҙың фекеренә таянып, филиалдың етәкселеген йылы һүҙҙәр менән билдәләү мотлаҡтыр. Сараның кимәлен генә түгел, киләсәк өсөн әһәмиәтен аңлап ойоштороуҙары күңелгә май булып яғылды.
Илһөйәрлек кенә түгел бында…
Күсмә ултырыштың пленар өлөшөндә билдәләнеүенсә, киләсәгебеҙҙе хәстәрләгәндә йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү менән генә алға китеп булмай. Аңыбыҙға ла, шул уҡ ваҡытта малыбыҙға ла бер туҡтауһыҙ һөжүм бара. Ә кем тарафынан? Әлбиттә, ер-һыуҙарыбыҙҙы тартып алып, рухиәтебеҙҙе шул уҡ еребеҙҙә аяҡ аҫтына һалып тапарға маташыусылар тырыштыра.
– Бөгөн йәштәрҙең аңы һәм идеалы өсөн ҡаты көрәш бара. Интернет, киң мәғлүмәт саралары аша, эскелек, наркомания һәм башҡа насар күренештәр ярҙамында киләсәк быуынды юҡ итергә ашҡыналар. Ә еребеҙ ҙә, һыуыбыҙ ҙа, мәҙәниәтебеҙ ҙә әлеге быуын менән бәйле, – тип билдәләне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Хәләф Ишморатов. Башҡа сығыш яһаусылар ҙа ошо проблемаға баҫым яһаны.
Шулай ҙа, минеңсә, иң ҡыҙған мәл секция ултырыштарына тура килде. Бер юлы алты урында барған фекер алышыуҙар күптәрҙең күҙен асмай ҡалмағандыр. Уларҙың бер нисәһенә туҡталып үтәйек.
Мәҫәлән, бөгөн еребеҙ башҡалар ҡулында, тип оран һалабыҙ. Ысынлап та, ҡайһы бер ауылдарҙа урындағы халыҡтың көтөүлек өсөн ере лә юҡ. Уйлаһаң, ҡурҡыныс булып китә, әммә, үкенескә ҡаршы, был – ысынбарлыҡ. Шулай уҡ урмандарға ла, ағас эшкәртеү предприятиеларына ла күптән сит ерҙәрҙән килеүселәр (йәшерен-батырын түгел, кавказдар) хужа. Бер генә миҫал: быйыл йәй Стәрлетамаҡта таҡта эҙләп дүрт(!) пилорамаға индем, уларҙың береһендә – әрмән, икенсеһендә – үзбәк, өсөнсөһөндә – яңылышмаһам, чечен, дүртенсеһендә урыҫ ҡаршы алды. Һүҙ ҙә юҡ, баҙар шарттарында йәшәйбеҙ, барыһын да аҡса хәл итә. Тимәк, беҙ – иң фәҡире?!
Әлбиттә, ғәйепте йәһәннәм аръяғынан эҙләйбеҙ (башҡорт тәнҡит яратамы һуң?), ә шул уҡ ваҡытта гектарлап түгел, бер нисә квадрат метр еребеҙҙе лә һаҡлай алмайбыҙ. Ни өсөн? Ауылдарҙы ғына алайыҡ – юридик яҡтан бик һай эш итәбеҙ. Ҡуртым, уның өсөн түләү хаҡында мәғлүмәтебеҙ аҙ. Ер мәсьәләһе буйынса секция ултырышында Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әлфис Фәйзуллин: “Ерҙәрҙе (биләмәләрҙе) билдәләү, ҡуртым, һалым түләү буйынса эштәрҙе атҡарыу ябай ауыл кешеһенә ауыр. Документ артынан йөрөү – мең ғазап, юллыҡ өсөн аҡса табыу йәнә лә проблема”, – тип дөрөҫ билдәләне.
Бына ошо саҡта ярҙамға килер, терәк булыр ине йәштәр. Тик юридик яҡтан ата-әсәһенә генә түгел, бөтә ауылдаштарына ярҙам итерҙәй егет-ҡыҙҙарыбыҙ ҡайҙа?
Был йәһәттән икенсе бер секцияла барған бәхәстә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернаты директоры Гөлшат Әхмәтова тарафынан әйтелгән һүҙҙәр хаҡтыр: “Башҡорт йәштәре араһында техник, юридик белем алыуға ҡыҙыҡһыныуҙы әүҙемләштерергә кәрәк. Бының өсөн мәктәптән үк эште башлау дөрөҫ буласаҡ”, – тине ул. Ғөмүмән, башҡорт балалары яҡшы белем һәм тәрбиә алһын өсөн урындағы һәр кем яуаплы. Барыһының да һис юғында кескәй генә өлөшө булырға тейештер.
Ошо уҡ секцияла сығыш яһаған “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире Гөлнур Дәүләтйәрова менән дә килешмәй булмай. “Мәғлүмәтле йәштәр – заман талабы, әммә милли баҫмаларға ла, китаптарға ла иғтибарлы булмағас, ниндәй талап хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин?..” – тип әсенде журналист.
Йомғаҡлау урынына
Күсмә ултырыш тамам. Шуның менән ялҡынлы фекерҙәр ҙә юғалырмы, тип ҡурҡҡайным. Әммә… Шулай бер көндө 3-сө башҡорт лицей-интернаты директоры Гөлшат Әхмәтоваға юлым төштө. “Ошо көндәрҙә урта һәм юғары уҡыу йорттарының ятаҡтарына йөрөп, башҡорт ҡыҙҙары менән осрашырға, никахҡа тиклем енси мөнәсәбәткә инеүҙең насарлығы тураһында һөйләшеү алып барырға ине”, – тип яҡын киләсәктәге пландары хаҡында һөйләп үтте уҡытыусы. Темаһы башҡасараҡ булһа ла, ҡоролтай рухында икәне ярылып ята түгелме?
Икенсе көн урындағы ҡоролтай рәйесе Нәсимә Собханғолова шатландырҙы. Асҡас, асайым инде серҙе – гәзиткә яҙылыу буйынса ярҙам күрһәтте ул.
Күптән түгел БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы башҡорт филологияһы факультетында уҙған конференция ла эштәрҙе ошо рухта дауам иткән һымаҡ. Һәр хәлдә, аҡыллы йәштәр, башҡорт фәненә ҡарата ғилми ҡыҙыҡһыныу, кумир булырҙай шәхестәребеҙҙең йөҙөн яҡтыртыу мәсьәләләре күтәрелде унда.