Миңә уйламағанда баш ҡаланың Ленин урамындағы 44-се поликлиниканың көндөҙгө стационарында дауаланырға тура килде.
Дөрөҫөн әйтәм, бындай хәстәрлекле, кешелекле медицина коллективына юлығыуым ғүмеремдә тәүге тапҡыр. Барыһы ла оҡшаны: яҡты, уңайлы палаталар, пациенттарға ҡарата йылы мөнәсәбәт, шифалы дауалар, яҡланғанлыҡ тойоу, заманса медицина хеҙмәтләндереүе...
Көндөҙгө стационарҙың етәксеһе, юғары категориялы табип Ләлә Әсфәндиәрова ауырыуҙарға бик иғтибарлы. Үҙенең уң ҡулы Динә Шәйбәкова менән кәңәшләшеп, һәр ауырыуҙы ентекләп ҡарап, тейешле дауаһын билдәләйҙәр. Процедура кабинетында эшләүсе уңған шәфҡәт туташтары Регина Мусина менән Альбина Ибраһимованы туғаныбыҙҙай яҡын күрҙек. Өлкән шәфҡәт туташы Лилиә Ғәбитова дарыу һәм башҡа медицина кәрәк-ярағын хәстәрләй. Беренсе ҡаттағы лаборатория хеҙмәткәрҙәре иртәнге сәғәт 8-ҙән үк ең һыҙғанып эш башлай. Көнөнә 70-80 ауырыуҙы ҡабул итеп, анализ ала улар. Хеҙмәттәре әллә ни күҙгә салынмаған төҫлө булһа ла, уларҙың эше баһалап бөткөһөҙ, үтә мөһим икәнлеген яҡшы аңлайбыҙ.
Ошо егәрле, ауырыуҙар өсөн йәнен бирергә әҙер торған коллективҡа яңы йылда ҙур уңыштар, ҡаҙаныштар теләйбеҙ.