Бөтә кисерештәр, хис-тойғолар йөрәк аша үтә. Ул кәйефебеҙҙең индикаторы һымаҡ, сөнки йөрәк организмыбыҙҙың "мотор"ы, ул туҡтаһа, кеше лә һәләк була.
Әгәр ҙә "мотор"ыбыҙ боҙолһа, ни эшләргә һуң? Тынғыһыҙ, ҡаршылыҡлы, стрестарға бай заманда йәшәйбеҙ. Социаль һәм көнкүреш факторҙары йөрәк сирҙәренең үтә "йәшәреүенә" килтерҙе. Дауаханаларҙағы кардиология бүлектәре һис тә буш тормай. Ауырыуҙар араһында ҡырҡ йәшкә етмәгәндәр ҙә ярайһы уҡ күп. Балалар кардиологияһы ла сирлеләр һаны менән хайран ҡалдыра. Тыумыштан килгән сирҙәр (миокардит, митраль клапандар атрофияһы, йөрәктең еткелекле эшләмәүе һ.б.) балаларҙы ла дауахана койкаларына ятҡыра.
Йөрәк сирҙәре — заманыбыҙҙың алыштырғыһыҙ юлдаштары. Бер кем дә уларҙан страховкаланмаған, әммә иҫкәртеү мөмкинлеге етерлек. Шулай уҡ сиргә ҡаршы көрәшерлек ысулдар ҙа, дауалар ҙа бар.
Иң ҡурҡынысы — миокард инфаркты. Йөрәк һис туҡтауһыҙ эшләй, уны даими рәүештә кислород һәм туйындырыусы матдәләр менән туҡландырыу бик мөһим. Бының өсөн уның тажға оҡшаған тармаҡлы ҡан тамырҙары системаһы бар. Ошо оҡшашлыҡ һөҙөмтәһендә йөрәк ҡан тамырҙарын коронар тамырҙар тип атағандар ҙа инде (корона — таж). Йөрәк өҙлөкһөҙ эшләй, шуға күрә ҡандың тамырҙар буйлап йөрөшө лә даими булырға тейеш.
Миокард инфаркты — йөрәк мускулының кислородҡа ихтыяжы һәм йөрәккә килтерелеп еткерелеүе араһында ярашһыҙлыҡ һөҙөмтәһендә коронар ҡан әйләнешенең боҙолоуы менән бәйле йөрәк мускулындағы туҡымаларҙың үлеүе (некроз). Үтә лә хәүефле был сирҙең нисек үҫешеүен ҡарап үтәйек.
1. Инфаркт алды осоро. Бер нисә минуттан ай ярымға тиклем һуҙылыуы ихтимал. Ғәҙәттә был осорҙа тотороҡһоҙ стенокардия өйәнәктәре йышая. Әгәр ҙә ауырыу иғтибарһыҙлыҡ күрһәтһә, хәүефте баһалай алмаһа, ваҡытында дауаланмаһа, инфаркт мотлаҡ аяҡтан йығасаҡ.
2. Бик киҫкен осор. Йыш ҡына ул кинәт башлана. Был осорҙа инфаркттың үтеү варианты формалаша.
3. Киҫкен осор. Ун көн самаһы дауам итә. Был осорҙа үлгән туҡыма зонаһы формалаша һәм некроз урынында йөйҙәр барлыҡҡа килә. Тән температураһы күтәрелеүе ихтимал.
4. Киҫкен осор һүрелгән мәл. Ул һигеҙ аҙна дауам итә. Был мәлдә йөйҙәр тамам тығыҙлана. 5. Инфаркттан һуңғы осор. Ярты йыл дауам итә, был ваҡытта ауырыуҙың хәле тотороҡлана. Әммә инфаркттың яңынан ҡабатланыуы, стенокардия өйәнәге башланыуы ихтимал.
Диагнозды өс критерий буйынса билдәләйҙәр: ғәҙәти ауыртыу билдәһе, электрокардиограммалағы үҙгәрештәр, ҡандың биохимик анализы күрһәткестәре. Ауырыуҙы стационарҙа дауалайҙар. Сир нисек кенә хәүефле, ҡурҡыныс булмаһын, тормошто тамамланған тип уйларға ярамай. Инфаркттан һуң да тулы мәғәнәле, дәртле йәшәү бар. Иң мөһиме — төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Сирҙән һауығыу осоронда түбәндәге халыҡ рецепттарын файҙаланырға кәңәш итәбеҙ.
✓ 1 кг көртмәлене һәм 200 г һарымһаҡты ит турағыс аша үткәреп, уға 100 г бал өҫтәп, яҡшылап болғатығыҙ. Өс тәүлектән һуң көнөнә ике тапҡыр аш алдынан берәр балғалаҡлап эсегеҙ.
✓ 1 кг ҡара миләш иҙелмәһен 2 кг бал менән бутағыҙ. Көнөнә ике тапҡыр берәр ҡалаҡлап эсергә кәрәк.
✓ 10 лимон һутына 1 кг бал, ит турағыс аша үткәрелгән биш баш һарымһаҡты һалып болғатығыҙ. Бер аҙна үткәс, көнөнә бер тапҡыр балғалаҡлап эсегеҙ.
✓ 0,2 г мумиены бер стакан гөлйөҙөм ҡайнатмаһына һалып болғаталар. Файҙалы эсемлекте көнөнә ике тапҡыр эсергә кәрәк. Дауалау курсы — 10 көн.
Халыҡ дауалары бик шифалы, оҙайлы ваҡыт эскәндә тәьҫире ҙур буласаҡ. Инфаркт ғүмерҙең ахыры түгел!