Йөрәк хаҡында ниндәй генә матур шиғри юлдар яҙылмаған да ниндәй генә ололоҡлау һүҙҙәре әйтелмәгән! Ысын мәғәнәһендә ҡаһарман да, егәрле лә шул был ағза. Ә беҙ уны һаҡлай беләбеҙме?
Ҡан тамырҙары тарайһа...
Туҡымаларҙы кислород һәм матдәләр менән туҡландырыусы ҡан хәрәкәте өсөн яуаплы, ғүмер өсөн үтә лә мөһим орган ул. Өҫтәүенә йөрәк кеше организмы өсөн зарарлы матдәләрҙе сығарыуға ла һәләтле. Һеҙҙең йөрәгегеҙ көн һайын йөҙ мең тапҡыр самаһы тибә. Был тауҙай эште башҡарыу өсөн кислород һәм туҡланыу ҙур әһәмиәткә эйә. Йөрәкте ҡаплап алған ҡан тамырҙары ярҙамында улар йөрәк мускулдарына алып барып еткерелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдә һәр өсөнсө кеше йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре һөҙөмтәһендә вафат була. Был сирҙәр миллионлаған кешенең тормош сифатын түбәнәйтә. Иң киң таралғаны — йөрәк ишемияһы. Ул йөрәк артериялары стеналарына майлы матдә — холестерин — ултырыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Был матдәләр йылдар буйына тупланғанлыҡтан, артериялар тарайғандан-тарая барып, ҡандың йөрәккә ағышын кәметә йә иһә тулыһынса юлын бикләй. Әгәр ҡан ағымы һүлпәнәйһә, стенокардия сире башланыуы ихтимал. Ә инде ул кинәт кенә аҙайһа йәки бөтөнләй туҡталһа, йөрәк өйәнәге барлыҡҡа килә.
Хәүеф кемгә янай?
Һәр кемдең йөрәге ауыртыуы мөмкин. Шуға күрә сир хәүефен арттырыусы сәбәптәрҙе яҡшы белеү мотлаҡ. Күп нәмә йәшәү рәүешенә бәйле. Тәмәке тартыу, физик әүҙемлектең түбәнлеге, дөрөҫ туҡланмау, стресс — йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә илтеүсе төп сәбәптәр. Сәләмәтлек торошона ла иғтибарлы булығыҙ. Холестериндың юғары кимәле, ҡан баҫымының күтәренкелеге, һимеҙлек, шәкәр диабеты сире, ҡартлыҡ та сирҙең хәүефен арттыра. Һүҙ ҙә юҡ, ҡайһы бер факторҙарҙы көрәшеп тә еңеп булмаясаҡ, әммә бәғзеләрен үҙгәртеү ҡулдан килерлек. Йөрәктең сәләмәтлегенә организмдың торошо ла, физик хәл дә ныҡ бәйле.
Нимәне үҙгәртә алмаясаҡһығыҙ?
Олоғайған һайын йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән вафат булыусылар һаны арта. Ирҙәр өсөн — 45 йәштән һуң, ә ҡатын-ҡыҙҙа күрем килеү туҡтағандан алып хәүефтең көсәйеүе күҙәтелә. Ир-атта йөрәк өйәнәгенең иртәрәк һәм йышыраҡ үҫешеүен дә билдәләргә кәрәк.
Хәүеф дәрәжәһен билдәләгәндә нәҫелдең ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булыуын күрергә була. Шәкәр диабеты, гипертония һәм ҡанда холестериндың юғары кимәлдә булыуы нәҫелдән-нәҫелгә күсә.
Үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ
Тәмәке тартыу, аҙ хәрәкәтләнеү, дөрөҫ туҡланмау, стресс кеүек факторҙарҙы контролләү һәр кемдең ҡулынан килә. Ябай ғына кәңәштәрҙе үтәүҙең дә йөрәкте һаҡлауы мөмкин.
● Тәмәке көйрәтеүҙе ташлағыҙ.
● Стресты "йүгәнләргә" өйрәнегеҙ. Ял итергә ваҡыт табығыҙ. 3 Күберәк хәрәкәтләнегеҙ, көнөнә кәм тигәндә 30 минут самаһы физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнегеҙ.
● Кәүҙә ауырлығын контролдә тотоғоҙ.
● Дөрөҫ туҡланығыҙ.
● Майлы аҙыҡ-түлек менән мауыҡмағыҙ.
● Еләк-емеш һәм йәшелсә — сәләмәтлек файҙаһына.
● Аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла балыҡ ашағыҙ.
● Көнөнә 1,5 литр шыйыҡлыҡ эсеү организм өсөн файҙалы. Төрлө һуттар, һөт һәм һыу эсегеҙ.
● Тоҙланған аҙыҡ-түлекте самалап ҡулланығыҙ.
● Ҡан баҫымының артыу-артмауын күҙәтеп тороғоҙ.