Изге урын изгелеккә әйҙәй16.01.2014
Изге урын изгелеккә әйҙәй
Һәр ауылдың үҙенә генә хас матурлығы, тарихы һәм уңған кешеләре була. Бигерәк тә район үҙәгенән алыҫ урынлашҡандары башҡаларҙан ни яғы менәндер айырылып торғандай. Дәртләнеп, сәмләнеп донъя көтөүҙәреме, иманлы һәм талантлы булыуҙарымы – нисектер, әммә һәр районда тап ундайҙарҙы осратыу ҡыуаныслы.


Пәйғәмбәр ташы


Ҡаҙырша – Йылайыр районында иң төпкөл ауылдарҙың береһе. Ул Хәйбулла төбәгенең Аҡъюл ауыл биләмәһенә ҡараған Ғәлиәхмәт һәм Аҡназар менән сиктәш. Ауыл эргәһенән Аҙырашҡан һәм Бирмәҫ йылғалары аға. Асфальт булмаһа ла, ни ғәжәптер, ҡояшҡа йымылдашҡан йәп-йәшел таштарҙан һалынған юл – ҡаҙыршаларҙың ғорурлығы. Әйткәндәй, халыҡ уны «алтынға бәрәбәр юл» тип тә йөрөтә. Ни өсөнмө? Сөнки был юл ҡасандыр ошо тирәлә урынлашҡан карьерҙан сығарылған ҡиммәтле таштарҙан һалынған. Әле ул тау тоҡомдарын килеп тикшереүселәр ҙә бар икән. Үҙенең тарихы менән дә тирә-яҡта данлыҡлы ул Ҡаҙырша.
Ауыл янындағы изге урын – Пәйғәмбәр ташы ла ҡаҙыршаларға үҙ фатихаһын бирәлер, моғайын. Бирмәҫ йылғаһының бер-ике саҡрым самаһы түбәнерәк янындағы Ҡыһыланташ итәгендә ятҡан яҫы таш өҫтөндә кеше аяғы эҙҙәре бар. Яҫылығы – бер, оҙонлоғо өс метр самаһы ташта яҡынса 18 сантиметр оҙонлоғонда улар. Иң ғәжәпләндергәне: уның эргәһендәге ташҡа уйылған һүҙҙәр. Күп ғалимдар өйрәнергә тырышһа ла, әлегә тиклем унда нимә яҙылғаны билдәһеҙ. Хоҙай ҡөҙрәте менән барлыҡҡа килгән изге урынға элек-электән данлы заттар, дин әһелдәре, әүлиәләр килеп аят уҡыған, ошо ергә үҙ фатихаларын биргән. Бөгөн Пәйғәмбәр ташы Көньяҡ Урал төбәгенең ете мөғжизәһенә индерелгән. Ҡаҙырша халҡы әүлиәләр баҫҡан изге урынды ҡәҙерләп һаҡлай: тирә-яғы кәртәләп алынған, бында йыл һайын күрше Хәйбулла районының Аҡназар ауылы менән берлектә Ҡаҙырша кубогына волейбол ярыштары үтә. Йәйге миҙгелдә төрлө яҡтан кешеләр килеп, Пәйғәмбәр ташындағы эҙҙәргә баҫып, аят-намаҙҙар уҡып, фатихалар алып, күңелдәрен сафландырып ҡайта.

Башҡортостандағы иң боронғо ағас мәсет


Башҡортостандың Үҙәк дәүләт тарих архивында һаҡланған документтар буйынса, был мәсет 1869 йылда төҙөлгән. Төрлө осорҙа мәсет иген келәте, клуб хеҙмәтен үтәһә лә, уның манараһын ҡолатырға юл ҡуйылмай. Тимәк, бында ла изге урындың үҙ хикмәте барҙыр, тигән фекерҙә ҡаҙыршалар.
Былтыр Аллаһ йортона ауыл халҡы ремонт яһаған. Уның ҡыйығы алмаштырылып, тыштан вагонка менән көпләнгән. Иман йорто, мәҙәниәт усағы һәм мәктәп йәнәш урынлашҡан ауылдар республикала бик һирәк, ә Ҡаҙыршала тап шулай. Ошо өс йорт халыҡҡа иман, белем һәм мәҙәни нур тарата. Өс тағандың бергә булыуы, берҙәм, бер маҡсаттан һәм бер төптән эш алып барыуы бик мөһим.
Ҡәҙерша ауылы мәсетенең имам-хатибы Нуретдин Игебаевты республикала ғына түгел, хатта ситтә лә яҡшы беләләр. Ул – иң абруйлы кешеләрҙең береһе, ауылдың ҡото һәм йәме. Нәҡ уның тырышлығы менән бөгөнгә тиклем иман йорто һаҡлап ҡалынған, ауылдың иманлы, әҙәпле булыуы ла унан килә. Аҡһаҡалдың һүҙен ауылдаштары тыңлай, кәңәштәрен тота, һәр саҡ үҙенең булмышы һәм йәшәйеше менән башҡаларға өлгө булырлыҡ ул. Әгәр һин ғаиләлә хөрмәткә лайыҡ түгелһең икән, халыҡ та ихтирам итмәй. Был яҡтан Нуретдин олатайға тиңләшеүсе юҡтыр: үҙенең абыстайы менән 11 балаға ғүмер биреп, һәр береһен тәүфиҡлы һәм иманлы итеп үҫтергән. Әле ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләрен тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ барғанда ауыл аҡһаҡалы күрше Хәйбулла районында булыу сәбәпле, осрата алманыҡ. Быуаттан ашыу ауылға иман нуры бөркөп ултырған мәсеттә тап уның кеүек милләтебеҙ аҡһаҡалдары булыуы – үҙе оло ғорурлыҡ!

Зәки Вәлидигә бәйле хәтирәләр


Зәки Вәлиди үҙ “Хәтирәләр”ендә Башҡортостан тарихының иң аяныслы, шанлы граждандар һуғышы осоронда ауылға бер нисә тапҡыр килеүе хаҡында яҙып үтә. Бында ул үҙенең ышаныслы дуҫы Әхмәтдин байға туҡтап йөрөй. Былтыр район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ильяс Такалов инициативаһы менән Әхмәтдин бай йәшәгән йорт нигеҙе янына мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. Был тарихи ваҡиғала атай-олатайҙарының эҙен юллап, Төркиәнән Башҡортостанға килгән Эрол, Узер, Арзу һәм Нихаль Ураллыларҙың да ҡатнашыуы – оло мәртәбә.

Изге урын изгелеккә әйҙәй
Ҡаҙыршаларҙың ҡаҙаныштары


Был хаҡта һүҙ йөрөткәндә, улар бик күп. Хатта бәләкәй ауылға был бигерәк артыҡ кеүек күренәлер. Әммә, төптәнерәк фекер йөрөткәндә, был һис тә улай түгел. Дәртле һәм эшсән ҡаҙыршаларға ҡарап, башҡаларҙың йәшәүгә сәме арта, уларҙың берҙәм, татыу булыуҙарына күҙе ҡамаша, йәмле, изге урында йәшәүҙәренә хайран ҡала.
Былтыр улар республикала милләттәштәребеҙ тарафынан ҙур яҡлау тапҡан “Айыҡ ауыл” акцияһына ихлас ҡушылды. Ҡаҙыршалар бәйгелә еңеп сығыуға бар тырышлығын һалды. Һөҙөмтәлә улар еңеүселәр исемлегенә инде һәм милли-мәҙәни эшмәкәрлектә, шулай уҡ ауыл йолаларын үҫтереүҙә иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн 40 мең һум аҡса менән бүләкләнде. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: акцияла ҡатнашыу – йылдар дауамында алып барылған эштең оло күрһәткесе ул. Ауыл халҡы күптән сәләмәт тормош яҡлы, бында эскелек менән шөғөлләнгән кешеләрҙең һирәк булыуы ла быға этәргес биргәндер. Ҡаҙыршаларҙың иманлы, рухлы булып йәшәүендә 100 йылдан ашыу тарихы булған мәсеттең дә әһәмиәте барҙыр.
Бөгөн ауылда 34 шәхси хужалыҡ иҫәпләнә, барлығы 167 кеше йәшәй. Халыҡ күпләп мал тота, ҡош-ҡорт аҫрай. Ҡаҙырша ауыл клубында – ике, башланғыс мәктәптә – өс, фельдшер-акушерлыҡ пунктында – бер, күрше Хәйбулла районындағы “Юбилей” руднигында 12 кеше эшләй. Ауылдың өс шәхси эшҡыуары рәсми теркәлгән. Ҡалғандары – оло йәштәгеләр һәм балалар. Былтыр көҙ I класҡа ике уҡыусы килһә, күрше Һабыр урта мәктәбенә биш бала йөрөп уҡый. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2013 йылда ни бары бер сабый тыуған.
Айыҡ тормош алып барыуҙың башы ауылда спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа иғтибарҙың ҙур булыуынан да киләлер. Үрҙә яҙып үткәнемсә, Ҡаҙырша ауылының күсмә кубогын булдырып, улар күрше Хәйбулла районының Аҡназар ауылы йәштәре менән волейбол ярыштарын даими үткәрә. Көҙ ойошторолған көсөргәнешле ярышта Ҡаҙырша, Һабыр һәм Аҡназар ауылынан бөтәһе өс команда ҡатнашҡан. Хәйбулла егеттәре, үҙҙәрен оҫтараҡ һәм көслөрәк икәнлеген иҫбатлап, күсмә кубокты яулаған. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ауыл спортсыларының “Ҡаҙырша” тип яҙылған үҙ формаһы бар.
Мәҙәниәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй ҡаҙыршалар. Йыр-бейеүҙә, төрлө байрамдар, концерттар ойоштороуҙа уларға тиңләшеүсе юҡ! Клуб мөдире Зөһрә Юламанова ауыл халҡы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Йыл һайын районда Яңы йыл байрамы алдынан ауылдарҙа боҙ һәм ҡарҙан һындар эшләү буйынса конкурс ойошторола. Халыҡ бергәләшеп урамдарҙы ғына түгел, хатта һәр йорт эргәһендә төрлө фигуралар эшләп, шыршылар ултыртып, ауылды йәмгә күмә.

Ҡыҙрасовтар өлгөһө


Ҡаҙыршала өлгөлө ғаиләләр бик күп. Клубта уларға арналған стендҡа күҙ һалғанда, барыһы ла ауылдың иң оло кешеләренең береһе, күптәргә өлгө булырлыҡ Хәнифә менән Ғәҙелша Ҡыҙрасовтар хаҡында яҙыуыбыҙҙы теләне.
Уларҙың быуыны һуғыш осорона тап килә: бәләкәйҙән тылдағы барлыҡ ауырлыҡты үҙ иңдәрендә күтәрә, хатта белем алырға ла ваҡыттары ҡалмай. Әммә улар тырыш, эшсән булыуҙары менән айырылып тора, хөрмәткә һәм данға күмелә. Ғәҙелша Нәҙерша улы менән Хәнифә Әхмәт ҡыҙының тормоштары тап шулай була. Йорт хужаһы оҙаҡ йылдар малсылыҡта эшләй, алдынғы булараҡ районда ғына түгел, республикала киң танылыу таба. Хеҙмәт күрһәткестәре иң юғары булған Ғәҙелша Ҡыҙрасовтың тырыш хеҙмәте бик күп наградалар менән баһалана. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша: колхоз осоронда идара ағзаһы була, комсомол ойошмаһын етәкләй, бер нисә йыл рәттән ауыл һәм район Советтарына депутат итеп һайлана.
Тормош иптәше менән ете бала үҫтереп, уларҙың барыһына ла матур тәрбиә биреп, белемле һәм һөнәрле итә. Бөгөн 13 ейән-ейәнсәргә, ете бүлә-бүләсәргә яратҡан ҡартатай һәм өләсәй булып, Зөфәр улы менән Гөлфирә килене тәрбиәһендә тыныс ҡартлыҡ кисерә Ҡыҙрасовтар. Уларҙың бергә ғүмер итеүҙәренә хәҙер инде 60 йыл.

Проблемаларға килгәндә...


Улар юҡ түгел. Ҡаҙырша халҡы үҙҙәренең төпкөлдә йәшәүҙәренә үкенмәй, әммә юлдарҙың насар булыуына бер аҙ бошона. Бигерәк тә уларҙы күрше Ырымбур өлкәһе менән тотоштырған 6 километр араның ташландыҡ хәлдә булыуы көйөндөрә. Хәйер, был юлдың ысын хужаһы юҡ, уны ҡараусы ошоға тиклем табылмаған. Әйткәнебеҙсә, ауыл Хәйбулла районы менән сиктәш булғас, “зәңгәр яғыулыҡ” күршеләре яғынан килгән. Быныһына һөйөнә ҡаҙыршалар, әгәр Йылайырҙан һуҙылһа, ошоға тиклем ауылға газ килеп етмәҫ ине, тиҙәр. Йорт хужабикәләренә ауылда эш булмау сәбәпле, аҡтан әҙерләгән ризыҡтарын баҙарға һатыуға алып барыуы еңелдән түгел, сөнки юл аҙабына түҙгәндәр бик һирәк. Арзан хаҡҡа сифатлы тауарҙы һатып алырға теләүселәр һәр ерҙә осрай. Улар ауылдар буйлап, үҙенә кәрәген эҙләп йөрөй. Ауыл халҡы аҡса юҡлыҡтан, осһоҙ хаҡҡа булһа ла, тауарын тап шундай алыпһатарҙарға биреп ебәрергә мәжбүр. Ырымбур өлкәһенән ағылған «КамАЗ»-дар ҡаҙыршаларҙың картуфын, итен һатып алыу өсөн күп саҡрымдар үтеп, он, шәкәр, игенгә тауарлата алмаштыра. Бер яҡтан төпкөлдә көн күргән ауыл халҡына был бик отошло кеүек күренә, әммә, хаҡтарҙың ныҡ арзан булыуы күңелдәрен ҡыра.
Ҡаҙыршалар шулай уҡ элемтәнең насарлығына зарлана, сит илдәр менән кәрәҙле телефон аша рәхәтләнеп һөйләшеү мөмкинлеге булған заманда, улар хатта Йылайырҙа һәм Сибайҙа белем алған, йәшәгән балаларының хәлен белә алмай интегә.
Ауыл халҡын борсоған проблемаларҙың йәнә береһе — өлкән класта уҡыусы балаларҙы күрше Һабыр урта мәктәбенә йөрөткән автобустың ауылға кермәй, километр ярымда урынлашҡан туҡталышта көтөп ултырыуы. Имеш, шоферға шундай фарман бирелгән. Ул балаларҙы туҡталыштан алырға һәм шунда ҡалдырып китергә бурыслы. Ҡойма ямғырҙа йәки ҡар-буранда уҡыусылар шул араны йәйәүләп үтергә мәжбүр. Әгәр юлда берәйһе яңылыш имгәнһә йәки икенсе берәй хәл була ҡалһа, кем яуап бирер?
Бына шулай тырышып, үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп, бергәләшеп хәмерһеҙ байрам үткәрә, күмәкләшеп өмәләргә йөрөй, спорт ярыштарында, төрлө байрам һәм концерттарҙа әүҙем ҡатнаша, дини йолаларыбыҙҙы онотмай, ололарға ҡәҙер һәм хөрмәт күрһәтеп, балаларға өлгө булып йәшәй бөгөн урман төпкөлөндәге Ҡаҙырша халҡы. Уларҙың иң ҙур теләге — үҙҙәренең айыҡ йәшәү һәм сәләмәт тормош алып барыу сере менән бар республика халҡын таныштырыу, изгеләр төйәк иткән ерҙән тик изге фатихалар ғына таратыу.


Ильяс ТАКАЛОВ, Йылайыр районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
— Ҡаҙыршалар былтыр “Айыҡ ауыл” акцияһына ҡушылғайны, быны хуплайым. Улар, ғөмүмән, элек-электән сәләмәт тормош алып барыуҙары, айыҡ туйҙар үткәреүҙәре менән районда билдәле. Ауылдың аҡһаҡалы Нуретдин Игебаевтың көслө дин кешеһе булыуы ла халыҡтың иманлы, әҙәплелегенә килтерә. Тырыш, дәртле һәм берҙәм ул ҡаҙыршалар. Бындай сифаттарға эйә булыусыларға һәр саҡ уңыш йылмайырына ышанам.

Фәндиҙә Ҡоҙашева, Һабыр ауыл биләмәһе башлығы:
— Былтыр Һабыр биләмәһенә ҡараған Ҡаҙырша ауылы халҡы тәүәккәлләп, “Айыҡ ауыл” конкурсына ҡатнашырға теләк белдергәс, шунда уҡ ҡуш ҡуллап риза булдыҡ. Халыҡ менән тиҙ арала документтар әҙерләп, комиссияға тапшырҙыҡ. Бергәләшеп йыйылыш үткәреп, ауылды төҙөкләндереү, тирә-яғын таҙартыу, шишмәләрҙе кәртәләү кеүек эштәрҙе башҡарыу тураһында һөйләшеп тә өлгөрмәнек, ҡаҙыршалар “һә” тигәнсә барыһын да үҙҙәре атҡарып сыҡты. Уларға бар яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ.

Зөфәр Ҡыҙрасов, ауыл старостаһы:
— Бер йыл Ишбулды халҡы “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеп сыҡҡас, ауылдаштар менән кәңәшләшеп, беҙ ҙә ҡатнашырға теләк белдергәйнек. Барыһы ла тәҡдимде яҡлап сыҡты, ҡаршы килгән берәү ҙә табылманы. Беҙҙә иҫерткес эсемлектәр һатылмай, эскелек менән шөғөлләнгән ғаиләләр ҙә юҡ. Исем өсөн генә түгел, ә ысынында айыҡ тормош алып барабыҙ икән, ниңә үҙебеҙҙе башҡаларға күрһәтмәҫкә?!


Вернуться назад