"Үҙебеҙҙең егет!"— тиҙәр полицияның өлкән лейтенанты Марат Юнысов тураһында16.01.2014
"Үҙебеҙҙең егет!"— тиҙәр полицияның өлкән лейтенанты Марат Юнысов тураһында
Кем көн һайын кешеләр хәстәрлеге менән йәшәй? Кем ҡаза күреүселәргә иң ауыр ваҡытта ярҙамға килергә әҙер? Кемгә беренсе булып дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә кәрәк? Шул ҡарарға күп нәмә, шул иҫәптән кеше яҙмышы ла, бәйле. Эйе, полицияның участка вәкилдәренә закон һәм тәртип һаҡсыһы ғына түгел, йыш ҡына психолог та булырға тура килә.


Полицияның өлкән лейтенанты Марат Юнысов — үҙ эшенең оҫтаһы, намыҫлы, ғәҙел, ышаныслы шәхес. Ул күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән, кесе йәштән үҙ-ара ярҙам өлгөһөндә тәрбиәләнгән. Бәлки, шуғалыр ҙа ябай ауыл егете хоҡуҡ һаҡлау органдарына эшкә килгәндер. Тиҫтә йыл эшләү дәүерендә Марат һәр ваҡыт кешеләргә ярҙамға ашыҡҡан. Бөгөн дә участка вәкиленә кәңәш һорап та, теге йә иһә был мәсьәләне законға ярашлы хәл итеү тәртибен аңлатыуын үтенеп тә киләләр. Марат Миңлейән улын Шафран, Мәндән, Иҫке Васильевка һәм Чайкин ауылдары халҡы "үҙебеҙҙең участковый" тип кенә йөрөтә! Һәр полиция хеҙмәткәре өсөн был һүҙҙәр бик ҡәҙерле.
— Марат Юнысов дүрт мең кеше йәшәгән биләмәне хеҙмәтләндерә. Ул — районда иң сетерекле участкаларҙың береһе. Көндөҙ ҙә, төндә лә уға тынғы юҡ, граждандар саҡырыуы буйынса барырға, енәйәттәрҙән, административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙан, бәхетһеҙлек осраҡтарынан ҡаза күреүселәргә хоҡуҡи, медицина һәм башҡа ярҙам күрһәтергә, ғаилә мөнәсәбәттәрен тикшерергә тура килә. Бер һүҙ менән әйткәндә, участковыйҙар һәр яҡлап белемле булырға тейеш, шул саҡта ғына хеҙмәттә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин, — ти полицияның участка вәкилдәре бүлеге етәксеһе Виктор Шелест.
Марат Юнысов хеҙмәт иткән осорҙа тиҫтәләрсә енәйәтте асҡан. Әммә ул "беҙҙең эшмәкәрлектә иң мөһиме — иҫкәртеү" тип иҫәпләй. Хоҡуҡ боҙоусылар, эскеселәр, балаларын тәрбиәләү менән шөғөлләнмәгән ата-әсәләр араһында әүҙем эш алып барыла. Уның тырышлығы һөҙөмтәһендә хоҡуҡ органдарында иҫәптә торған күптәрҙең холҡо үҙгәргән, ә инде дөрөҫ юлға баҫырға теләмәгәндәр закон буйынса яуап бирә.
Эйе, участковыйҙың хеҙмәте еңелдән түгел. Яңы көндөң нимә алып килерен, төндөң нисек үтерен бер кем дә белмәй. Һөнәре нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, Мараттың кәртәләрҙе еңеп сығасағына шик юҡ. Ғаиләһе ауырлыҡтарҙы йырырға һәр саҡ ярҙам итә. Юнысовтың участкаһында тәртиптең юғары кимәлдә булырға тейешлеген ҡатыны ла, атаһының ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөүсе ҡыҙы ла яҡшы аңлай.


Вернуться назад