Юрист кәңәштәре16.01.2014
Тормош көндән-көн ҡатмарлаша, көнитмешебеҙ еңеләймәй. Ҡайһы ваҡыт хатта көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткәндә лә әллә ниндәй сетерекле хәлдәргә юлығабыҙ. Ә нилектән? Сөнки хоҡуҡтарыбыҙҙы белмәйбеҙ. Ошо маҡсаттан сығып гәзитебеҙҙә «Юрист кәңәштәре» рубрикаһы донъя күрә лә инде. Һорауҙарығыҙ булһа, редакцияға яҙып ебәрә алаһығыҙ. Был хоҡуҡтан «Башҡортостан»ды алдырыусылар ғына файҙалана ала, шуға күрә гәзиткә яҙылыуығыҙҙы раҫлаған квитанция күсермәһен дә конвертҡа һалырға онотмағыҙ.


Юрист кәңәштәреЯңыраҡ ҡыҙымдың бәпесе тыуҙы. Үҙе сессияға китте, һәм ошо ваҡытта бала сирләне. Бәләкәсте ҡарағас, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын табип миңә яҙҙы. Күптән түгел уны етәксеһе саҡыртып алған да аңлатма бирергә ҡушҡан, етмәһә, штраф менән янаған. Мин табип өсөн ҡурҡам. Был ҡағыҙҙы бәпестең әсәһенә түгел, өләсәһенә рәсмиләштерергә ярамаймы ни?
Дилара Булат ҡыҙы.

Салауат ҡалаһы.


Эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса ҡағыҙ баланы ғәмәлдә ҡараған кешегә рәсмиләштерелә. Медицина учреждениеһы етәксеһенең был ҡыланышы аңлашылып етмәй. Әгәр табипты ниндәйҙер яуаплылыҡҡа тарттырырға тырышһалар, ул үҙенең хоҡуҡтарын яҡлап прокуратураға мөрәжәғәт итә ала.

Юрист кәңәштәреЯңғыҙ әсәмен. Үҙем эшләп йөрөйөм, әммә хоҡуҡтарымды белеп етмәйем. Аңлатып яҙһағыҙ ине.
Зилә.

Әбйәлил районы.


Рәсәй Хеҙмәт кодексының 113-сө статьяһына ярашлы, етәксе биш йәшкә тиклемге балаһы булған яңғыҙ әсәне ял йәки байрам көндәрендә эшләргә мәжбүр итә алмай. Ошо уҡ Кодекстың 95-се, 96-сы, 259-сы статьяларында әйтелеүенсә, эш биреүсенең бындай ҡатынды төнгө сменаға эшкә сығарыу, командировкаға ебәреү, өҫтәмә эшләтеү хоҡуғы ла юҡ. Балаһын яңғыҙы тәрбиәләгән әсәне эштән ҡыуырға ла ярамай.

Юрист кәңәштәреӘсәйем фатирын беҙгә таныш түгел кешегә бүләк иткән. Ә унда өс бәлиғ булмаған бала һәм тағы апайым, ағайым теркәлгән. Мин суд аша был документты ғәмәлдән сығара аламмы?
И. БУЛАТОВ.

Благовар районы.


Әгәр әсәйегеҙ был фатирға милек хоҡуғына эйә һәм аңлы рәүештә, йәғни үҙ ихтыяры менән әлеге документҡа ҡул ҡуйған, психик йәһәттән сәләмәт икән, бер ни ҡыла алмаясаҡһығыҙ. Яҡын кешегеҙ алдаҡ юл, ҡурҡытыу йәки башҡа ошондай ауыр шарттар һөҙөмтәһендә документҡа ҡул ҡуйған булһа ғына, бер йыл эсендә килешеүҙе ғәмәлдән сығарырға мөмкин. Әгәр әсәйегеҙ килешеүгә имза һалған ваҡытта берәй психик сирҙән яфаланған йәки нимә эшләгәнен аңламаған булһа, был хәлде һеҙгә иҫбат итергә тура киләсәк. Йәшәгән урындары буйынса теркәлгәндәр был торлаҡтан файҙаланыу хоҡуғына ғына эйә. Әммә был фатир хосусилаштырылған һәм ҡасандыр кемдер үҙенең өлөшөнән баш тартҡан булһа, ул был торлаҡта ғүмер буйы йәшәү хоҡуғына эйә. Әгәр кемдер 2004 йылға тиклем милексенең ғаилә ағзаһы булһа, ул да фатирҙы кире ҡайтара ала. Суд тәжрибәһендә бындай хәлдәр ҙә осрай.

Юрист кәңәштәреМиңә ун биш йәш тулғас, әсәйем вафат булды. Фатирыбыҙ икебеҙҙең исемгә хосусилаштырылғайны. Ул саҡта атайым миңә ниндәйҙер ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙыртты. Балалығыма барып, иғтибар итмәгәнмен. Хәҙер бәлиғмен. Әммә атайым фатирға яҡын да юлатмай. Уның күсемһеҙ милекте ҡуртымға биреүе тураһында ла хәбәрҙармын. Миңә бер ниндәй документты ла тоттормай. Был осраҡта нимә эшләргә?
Айгөл.

Сибай ҡалаһы.


Һеҙгә ғариза менән урындағы опека һәм попечителлек органына, шулай уҡ прокуратураға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был ведомстволар тикшереү үткәрәсәк һәм һеҙгә нигеҙле яуап бирәсәк. Хоҡуҡтарығыҙ боҙолған осраҡта ярҙам да итерҙәр.


Вернуться назад