Йыйымды бөтәһе лә түләй
Рәсәй автомобилдәрен эшләүселәр 1 ғинуарҙан утилләштереү йыйымын түләргә тейеш. Әлегә тиклем был маҡсатта сит илдекендә йөрөүселәрҙән генә аҡса алына ине. Үҙгәреш Европа союзының дәғүәһенә бәйле. Тигеҙһеҙлек Бөтә донъя сауҙа ойошмаһының ҡағиҙәләренә ҡаршы килә, тип белдергәндәр унда.
Һөҙөмтәлә илебеҙҙә етештерелгән бөтә автомобилдәргә хаҡ артыуы көтөлә. Яңылыҡ беҙҙә йыйылған сит ил машиналарына ла ҡағыла. Рәсәй автомобиль дилерҙары ассоциацияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, транспорт сараларының 5 – 15 процентҡа ҡиммәтләнеүе ихтимал. Иң арзан һаналған (600 мең һумға тиклемге) автомобилдәрҙең хаҡы, эксперттарҙың фекеренсә, уртаса 10-12 мең һумға артасаҡ. Мәҫәлән, 2014 йылда заводта йыйылған “Nissan Almera” – 7 мең һумға, ә “Шевроле Нива” 10 мең һумға ҡиммәтләнә.
Картанан урланғанды банктан таптыр
“Милли түләү системаһы тураһында”ғы Закондың яңы статьяһы көсөнә инде. Ул хужаһының ризалығынан тыш картанан алынған аҡсаны кем ҡайтарырға тейешлеген билдәләй. Әлегә тиклем бындай юғалтыуҙы банк бик һирәк осраҡта һәм теләмәй генә ҡаплай ине. Үҙгәрештәргә ярашлы, бынан ары финанс ойошмаһы картанан алынған аҡсаны һис һүҙһеҙ ҡайтарырға, унан һуң ғына тикшереү эшен башларға тейеш. Граждандарға иһә аҡсаның алыныуы йәки картаны юғалтыу тураһында бер тәүлектән дә һуңға ҡалмайынса хәбәр итеү шарт. Шуға күрә банктарға картаға бәйле барлыҡ операциялар тураһында клиенттарына даими белдереү ебәреү бурысы йөкмәтелә.
Һалым ҡайтармаһы үҙгәрҙе
2 миллион һумға нисә торлаҡ алып булһа, шуларҙың барыһы өсөн дә һалым ҡайтармаһы түләнә. Уның күләме әүәлгесә 260 мең һум самаһы тәшкил итә. Әйтәйек, һеҙ ҙур ҡаланан түгел, ә ауылдан 1 миллион һумға йорт һатып алдығыҙ, ти. Тимәк, ташламаны яртылаш ҡына файҙаландығыҙ. Быйылға тиклем һалым ҡайтармаһын бер тапҡыр ғына юллау мөмкинлеге бар ине, хәҙер хәл бер аҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе.
Тағы ла бер яңылыҡ ипотека юллаусыларға ҡағыла. Ундай кредит буйынса түләнгән проценттарҙы ҡайтарыуға 1 ғинуарҙан сикләү билдәләнә — хәҙер 13 процентты 3 миллион һумдан һәм бер кредиттан ғына ҡайтарыу хоҡуғы бирелә.
Өлөшсөләрҙең аҡсаһы страховкалана
1 ғинуарҙан төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу договорҙарын мотлаҡ страховкалау тураһындағы закон көсөнә инде. Төҙөүселәр хәҙер өлөшсөләрҙең аҡсаһын туранан-тура йәлеп итә алмай – граждандарҙың иғәнәһе страховкаланырға тейеш. Был йәһәттән өс алым тәҡдим ителә: 1) страховка компанияһында төҙөүсенең яуаплылығын страховкалау; 2) төҙөлөш компаниялары тарафынан ойошторолған үҙ-ара страховка йәмғиәтендә төҙөүсенең яуаплылығын страховкалау; 3) банк гарантияһы. Әгәр төҙөүсе үҙ йөкләмәләрен үтәмәһә, алданған өлөшсөләр үҙ аҡсаһын страховка иҫәбенә йәки банк-гарант аша кире ҡайтара ала. Көнбайыш илдәрендә торлаҡ һатып алыусыларҙы тап ошо рәүешле яҡлайҙар. Тик был сара төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу тураһындағы ҡануниәткә ярашлы асыҡтан-асыҡ эш итеүселәргә генә ҡағыла. Эксперттар фаразлауынса, бындай сара һөҙөмтәһендә яңы төҙөлгән объекттарҙың ҡиммәтләнеүе ихтимал.
Минималь эш хаҡы арттырылды
1 ғинуарҙан минималь хеҙмәт хаҡы 5,2 мең һумдан 5,5 меңгә тиклем күтәрелде. Дәүләт ойошмалары, шулай уҡ шәхси предприятиелар тулы көн эшләгән хеҙмәткәрҙәренә ошонан да кәмерәк эш хаҡы түләй алмай. Бынан тыш, минималь эш хаҡы күләме ҡайһы бер социаль түләүҙәрҙе билдәләгәндә лә иҫәпкә алына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул уҡ ваҡытта илебеҙҙә эшкә һәләтле халыҡ өсөн рәсми йәшәү минимумы 7,8 мең һум самаһы тәшкил итә.
Балаларға түләүҙәр
Сабый тыуғас бер тапҡыр түләнә торған пособие – 13,7 мең һум.
Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса түләнгән пособиеның иң ҙур күләме (ҡатындың уртаса эш хаҡы күләмендә түләнә) – айына 44,9 мең һум.
Сабыйға 1,5 йәш тулғанға тиклем уны ҡараған өсөн түләнгән пособиеның иң ҙур күләме (ҡатындың уртаса эш хаҡының 40 %) – айына 18 мең һум.
Мотлаҡ социаль страховка үтмәгән (бала тапҡанға тиклем эшләмәгән йәки эш хаҡын конвертта алған) әсәләр өсөн сабыйына 1,5 йәш тулғанға тиклем уны ҡараған өсөн түләнгән айлыҡ пособие – тәүге баланы ҡарағанға 2,6 мең һум, икенсеһен һәм артабанғыларын ҡараған өсөн 5,2 мең һум.
Хаҡтар күтәрелә
Плацкарт һәм дөйөм вагондарҙа юл хаҡы – уртаса 4,2 процентҡа. Коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар – дөйөм алғанда 4,3 процентҡа. Хаҡтың 1 ғинуарҙан түгел, ә йәй һәм көҙ айҙарынан ҡиммәтләнеүе көтөлә.