Бер ҡарағас мең һорау тыуҙырҙы16.01.2014
Бер ҡарағас мең һорау тыуҙырҙы
Гәзитебеҙҙең былтырғы 25 декабрь һанында Әбйәлил районының Хәмит ауылынан Гөлниса Яныбаеваның «Бер ҡарағас бәләһе» тигән мәҡәләһе донъя күргәс, редакция ошо хәлгә борсолоп яҙылған байтаҡ хат алды. Был ғибрәтле ваҡиға күптәрҙе уйға һалды. Бөгөн Әбйәлилдән килгән бер нисә хатты гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
Тормошобоҙ ошо бер ҡарағас көнөнә ҡалдымы икән?! Илдә кемдәрҙер ғүмер буйы халыҡ иҫәбенә байлыҡ туплай. Улар бер ағас түгел, миллионлаған, хатта миллиардлаған һум аҡса урлай, ә һыуҙан ҡоп-ҡоро сыға, бер ниндәй штраф та түләмәй, яза ла күрмәй. Закон алдында яуап биргәндәре лә, төрмәлә ултырғандары ла ярлыҡана. Ә ҡайһы берәүҙәргә, ябай кешеләргә, хатта яҡты донъя менән хушлашҡандан һуң да тынғы юҡ. Уларҙың туғандарын ҡәбер бураһына тип алынған бер ҡарағас өсөн йөҙәтәләр. Аңламаҫһың был донъяны. Беҙ ҡайҙа барабыҙ?! Уйланайыҡ әле, йәмәғәт, уйланайыҡ...


Атайым төшөмә инде


Ишек төбөндә, иҙәндә тубығы тишелгән һары көпө салбар кейгән атайым ултыра. Был – ул үлгәндән һуң күргән тәүге төшөм.
Эйе, ҡарағас өсөн тигән 52 мең һумдан ашыу штрафты күрше-күләндән йыйып түләнек инде. Рәхмәт барыһына ла. Тәбиғәттең, Хоҙайҙың үҙ закондары була бит әле. Тыуымдан ҡалмаған үлемдән дә ҡалмай. Был көн бөтәбеҙгә лә килер. Тик ҡасан, ҡайҙа, ни рәүешле?!
Хәҙер беҙҙе, ауыл халҡын, шуныһы аптырата. Тәүге көн өйгә килгән участковый: «Хәмиттә йәшәүсе берәү прокуратураға шылтыратҡан», – тигәйне. Хәҙер Өфөнән килгән прокурор тотҡан тип һөйләйҙәр. Ул «уғрылар»ҙы ағас төбөндә һағалап ултырҙымы икән? Кемде ышандыралар ҙа кемде алдайҙар һуң? Бына шулай беҙҙең хәлдәр. Халыҡ нимә уйлай икән?

Гөлниса ЯНЫБАЕВА.

Хәмит ауылы.

Дөрөҫлөктө көндөҙ сыра яндырып та тапмаҫһың


Хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре! Мәҡәләне уҡығас, иҫем китте. Кеше өсөн иң яҡын туғанын, ата-әсәһен мәңгегә оҙатыуҙан да ҙур ҡайғы бармы икән? Шундай ауыр ваҡытта кеше бер-береһенә кәңәше менән дә терәк булырға, хәленән килгәнсә матди ярҙам да күрһәтергә бурыслы. Был турала дини китаптарҙа ла әйтелә. Хәмит ауылының ғына түгел, районыбыҙҙың иң оло кешеләренең береһенә, 84 йәшлек кешегә хөрмәт күрһәтеү урынына туғандарын шундай хәлгә төшөргән, кешелек сифаттарын юғалтҡан оятһыҙ бәндәләрҙең ҡылығы нәфрәттән башҡа бер ниндәй тойғо уятмай. «Был донъяның тигеҙһеҙлегенә аптырарһың. Ауыл халҡы менән район етәкселегенә хат яҙҙыҡ. Файҙа сыҡманы. Дөрөҫлөктө эҙләүсе юҡ», – тип яҙа хат авторы.
Хәҙер дөрөҫлөктө, ысынлап та, көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә тапмаҫһың. Минең дә баштан үтте бындай хәл. Ейәнемә тип тәғәйенләп яһатҡан бурамды ярҙам итешкән әҙәм һатып ебәрҙе. Кеше хоҡуҡтарын яҡларға тейешле бер судья, аҡты ҡара итеп, иҫ китмәле ҡарар сығарҙы. Власть улар ҡулында бит, ни ҡылаһың.
Гөлниса һеңлекәш, Хоҙай һиңә сабырлыҡ бирһен, бирешмә. Әбйәлил халҡы һеҙҙе ташламаҫ, күргән зыянығыҙҙы күмәкләп күтәрербеҙ.

Закир НИҒМӘТУЛЛИН.

Хәлил ауылы.

Түҙемлектең дә сиге бар


Хәмит – ҙур ауыл. Газ үтмәгән, утын яғып йәшәйбеҙ. Элек бында халыҡҡа эш күп булды. Төп кәсеп урмансылыҡ ине. Ағас ҡырҡтылар, таҡта ярҙылар, ылыҫ оно етештерҙеләр, сайыр ағыҙҙылар һәм башҡа шөғөлдө атҡарҙылар. Хәҙер, урман һатылып бөтөү сәбәпле, эш юҡ. Өмәләр үткәреп, таҙалап үҫтергән урманыбыҙға үҙебеҙ хужа булмағанға йөрәк әрней. Ситтәргә «йәшел ҡалҡан»ыбыҙ яҙмышы ҡыҙыҡ түгел. Уларға иң яҡшы ағастар китеп торһа, шул булған. Серегәндәренең дә яҙмышы борсой. Хатта янғын булғанда ла халыҡ ярҙамға ашыҡмай, сөнки ҡороп ҡолаған ағасты утынға алып ҡара – яза көтә: ҙур штраф түләргә ҡала. Ә урманды беҙ хәстәрләйбеҙ, йыл да балаларыбыҙ менән үҫентеләр ултыртабыҙ.
Халыҡ өндәшмәй, түҙә. Әммә уның да сиге бар бит. Гәзиткә яҙыуыбыҙға әлеге хәл сәбәпсе булды. Ғүмер буйы ошо ауылда йәшәп, ағас үҫтергән ҡарт ҡәберендәге ҡарағастың улына шул тиклем ауырлыҡ килтерәсәген ҡайҙан белһен инде?! Был хәл ололарҙың ғына түгел, йәштәрҙең дә асыуын ҡабартты.
Дүрт бала тәрбиәләгән, 5 мең һум эш хаҡы алып йәшәгән ир, көсө етмәҫлек бурысҡа батып, штраф түләне. Мыҫҡыллауҙарға ла, йәберләүҙәргә лә түҙә. Дөрөҫлөк юҡ заманда еңә алмаҫын белә. Зыярат эсенә инеп, ҡәбер ағасын үлсәп йөрөүселәр үҙенә шул тиклем ҙур гонаһ алыуын беләме икән?! Аллам һаҡлаһын, кемдер ошо хәлдән ләззәт алып ҡыуанһа, кемдеңдер күҙҙәренә әсе, ғазаплы күҙ йәштәре эркелә.

Мәүлит ХӨРМӘТОВ.

Хәмит ауылы.

Был хәл беҙҙә ҡабатланмаҫ, тимә...


Һаумыһығыҙ, «Башҡортостан» гәзитен уҡыусылар! Һеҙгә Әбйәлил районының Шәрип ауылы халҡы яҙа. Ут күршебеҙ Хәмит ауылының ҡарағас бәләһе сәбәпсе булды быға. Бер ауыл Советына, бер урман хужалығына ҡарағас, был ваҡиғаға битараф ҡала алмайбыҙ. Гөлниса Яныбаева яҙып ебәргән хат геройҙарының бөтәһен дә яҡшы беләбеҙ. Ғәжәп, Әғзәм олатай ауырып түшәктә ятҡанда ҡайҙа булды икән ошо хоҡуҡ һаҡлау органдары? Ҡарағас хаҡын даулап йөрөгәнсе, ваҡытында килеп ҡайғы уртаҡлашһалар ҙа, халыҡтан уларға хөрмәт булыр ине, исмаһам.
Гөлниса Яныбаева тикшереүселәргә ҡустыһының дүрт бала атаһы булыуын да әйткәйне бит. Тағы шуныһы: нисек итеп суд ҡарары булмайынса уның мөлкәтен тартып алмаҡ, үҙен енәйәтсе кеүек һаҡ аҫтында йөрөтмәк кәрәк? Белеүебеҙсә, машинаны уның үҙ ҡулынан да түгел, студент улынан тартып алғандар. Штраф түләгәс тә кире ҡайтарҙылар.
Был хәл Яңы йыл алдынан кемдеңдер «норма тултырыуы» йәки «кеҫә ҡалынайтыуы» өсөн булғандыр, тип фаразлайбыҙ. Эйе, был донъяға кемдер килә, кемдер китә. Элек-электән ҡәбер өҫтөнә ҡарағастан бура бураныҡ. Тимәк, бөтәбеҙ ҙә тәртип боҙоусылар булып сығабыҙмы? Әгәр улай түгел икән, ошондай хәлдәр өсөн ер бүлеме йәки ағас диләнкәһе булырға тейеш түгелме? Кем яуап бирер был һорауға?
Бөгөн был хәл күршеләребеҙҙә булды. Иртәгә беҙгә лә ошондай бәлә килә ҡалһа, ул бөтә илебеҙҙе ялмап алмаҫ, тимә. Шулай шымып ҡалабыҙмы ни, йәмәғәт?!

Гөлли ИҪӘНОВА.

Шәрип ауылы.

Бер ҡарағас мең һорау тыуҙырҙыРәжәп НӘБИУЛЛИН, урман хужалығы министры:

– 2013 йылдың 5 октябрендә законһыҙ ағас ҡырҡып кәсеп итеүселәрҙе тотоу һәм язаға тарттырыу маҡсатында республика күләмендә ойошторолған «Урман» операцияһы барышында «Әбйәлил урмансылығы» дәүләт бюджет учреждениеһының Хәмит участка урмансылығында (88-се квартал, 25-се выдел) 0,961 кубометр ҡарағас ҡырҡылыуы асыҡланды. Операцияла Әбйәлил район прокуратураһы хеҙмәткәре һәм Әбйәлил урмансылығы буйынса мобиль төркөм ҡатнашҡайны.
Әбйәлил урмансылығы буйынса федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе бүлеге етәксеһе Т.А. Шөғөров аңлатыуынса, Хәмит ауылынан километр ярым алыҫлыҡта ағас йығылыуы тураһындағы хәбәрҙе хоҡуҡ һаҡлау органдарына Әбйәлил районы прокуроры ярҙамсыһы А.А. Латипов рапорт рәүешендә еткергән. Законһыҙ ағас ҡырҡыуҙан килгән зыян 52 мең 60 һумға баһалана. 2013 йылдың 1 ноябренән 3230327-се ҡарар нигеҙендә Әғләм Әғзәм улы Яныбаевҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, әле үрҙә әйтелгән сумма түләнгән.
Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында, ислам ҡанундарына тоғролоҡ һаҡлап, ҡәбер өҫтөнә бура ултыртыла. Йоланы һаҡлау һөҙөмтәһендә кешеләр ауыр һәм уңайһыҙ хәлдә ҡалмаһын өсөн республикабыҙҙа тейешле закон ҡабул ителергә тейеш. Был проблема беҙҙе күптән борсой. Уны ыңғай хәл итеү өсөн үҙебеҙҙең тәҡдим менән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Минеңсә, мәрхүмдәрҙең ҡәбере өҫтөнә бура ҡуйыу өсөн йыл әйләнәһенә кешеләргә күпмелер күләмдә ағас бүленергә һәм был тәҡдим закон менән нығытылырға тейеш.

Мәүҙиға БАЙМӨХӘМӘТОВА, Әбйәлил районының Ҡырҙас ауыл биләмәһе башлығы:

– Элек-электән, кеше мәрхүм булһа, ислам дине буйынса уның ҡәбере дала тарафтарында – таш, урман яҡтарында ҡарағас менән кәртәләнгән. Борондан килгән ошо йоланы Хәмит ауылынан Яныбаевтар ҙа үтәгән. Әйткәндәй, ололар ҡәберҙе ҡарағастан бурап кәртәләүҙе хуплай. Мәҫәлән, атайым да бының өсөн ағасты алдан әҙерләгәйне. Бынан тыш, йәмғиәт ҡанундары ла бар. Ҡарағас – “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән ағас. Әммә халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәрен теүәл үтәргә өйрәнгән хәмиттәрҙе был хаҡта алдан иҫкәртмәгәндәр. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡәберҙе ҡарағастан бурау тыйыла тип алдан аңлатырға тейеш ине. Төпкөлдә йәшәгән, эшһеҙ интеккән, ҡайғынан арынып бөтмәгән бер ғаиләнән 52 мең һум штраф түләттереү әхлаҡҡа һыймаған эш кенә түгел, ғәҙелһеҙлек тип иҫәпләйем. Һәр кемдең хәлен белеү зарур. Закондар үтәлеше ниңә бер ғаиләлә генә сағылыш табырға тейеш? Оло кешенең рухын рәнйетеүҙәренә һис тә риза түгелмен.


Вернуться назад