Берҙәмлек менән көслөбөҙ14.01.2014
Берҙәмлек менән көслөбөҙ
Беҙҙең урамда ла байрам бөгөн. Рәсәй матбуғаты көнөн билдәләп, былтырғы ижади эшкә йомғаҡ яһау, төрлө конкурстарҙа еңеүселәрҙе тәбрикләү айҡанлы редакцияла “Башҡортостан” гәзитенең тоғро дуҫтары, әүҙем авторҙары һәм, әлбиттә, йыл лауреаттары менән күңелле осрашыу күркәм йолаға әүерелгән. Айырыуса шуныһы күңелде һөйөндөрә: милли баҫма үҙ иңенә алған бурыстарҙы намыҫ менән үтәп, ижади багажын байыта, тыуған еребеҙҙең, халҡыбыҙҙың яҙмышына ҡағылған мәсьәләләрҙе төплөрәк яҡтырта, ҡәләм үткерлеген оҫтараҡ ҡуллана алды.


— “Башҡортостан” үҙенең әүҙем, тынғыһыҙ авторҙары менән көслө. Бөгөн бүлмә түренә милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булырлыҡ арҙаҡлы шәхестәребеҙ йыйылыуы — үҙе оло шатлыҡ. Былтыр һеҙҙең ярҙамығыҙ менән төрлө проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырҙыҡ. “Йома вәғәзе”, “Һөнәрмән”, “Башҡортостан — ғәзиз ерем” һәм башҡа күп төрлө рубрикалар уҡыусыларыбыҙҙың күңелен яуланы, — тине гәзиттең баш мөхәррире Нияз Сәлимов.
Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, күмәк көс менән яҡшы күрһәткестәргә өлгәштек, тип ҡыйыу әйтергә мөмкин. Баш ҡалабыҙҙа гәзит уҡыусыларыбыҙҙың, ниһайәт, битарафлыҡтан уянып, милли матбуғатҡа йөҙ менән боролоуы, Ишембай районында тираждың мең данаға яҡынлашыуы, Сибай ҡала хакимиәтенең тотош коллектив менән баҫмаға яҙылып, башҡаларға өлгө күрһәтеүе — күңелгә өмөт өҫтәүсе сағыу миҫалдар.
Гәзитебеҙҙең 2013 йылғы лауреаттарының береһе, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин “Башҡортостан”дың дипломын ҡулына алып, “халыҡҡа рухи көс, дәрт биреүсе, юлыбыҙҙы яҡтыртыусы” баҫмаға ижади уңыштар теләне.
— “Башҡортостан”ды 7-8 йәштән уҡыйым. Милләтебеҙҙең бөгөнгөһөн генә түгел, үткәнен барлаусы, киләсәген күҙаллаусы баҫма — ғаиләбеҙ өсөн ҙур бүләк, таяныс, йыуаныс та. Хеҙмәтемә ошондай ҙур ихтирамығыҙ миңә йәнә етди бурыстар йөкмәтә, — тине үҙенең сығышында йәнә бер лауреатыбыҙ, академик, тарих фәндәре докторы Нияз Мәжитов. — Ә милли матбуғатты таратыуҙа, алдырыуҙа башҡорт интеллигенцияһы үҙе юл башлап йөрөргә тейеш.
Тағы бер лауреатыбыҙ, шағирә, “Йәншишмә” гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге хәбәрсеһе Зөһрә Ҡотлогилдина үҙенең тәҡдимдәре менән бүлеште.
— Һеҙ йыл дауамында иҫ киткес әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырҙығыҙ, республиканың төрлө төбәктәрендә донъя көткән әллә күпме эшҡыуар, һөнәрмән менән таныштыҡ, һоҡландыҡ. Ниңә шул мәҡәләләрҙе туплап, китап итеп нәшерләмәҫкә?
Әйтергә кәрәк, был хаҡта редакция мөхәрририәт “Йома вәғәз”дәрен брошюра итеп сығарыу эшен башланы ла инде. Бәлки, күмәк көс менән бөгөн телгә алынған изге теләктәр ғәмәлгә ашыр.
— Беренсе тапҡыр “Башҡортостан” гәзитенең лауреаты булыуым менән ифрат ғорурмын, — тине Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы Ринат Камалов. — Тәүге ижад емештәрем дә ошонда өлгөрҙө, донъя күрҙе. Ошо мәртәбәле гәзиттә эшләргә ғүмерем буйы хыялландым, әммә һис тә тура килмәне. Уның ҡарауы, баҫманың йыл лауреаты булыу — үҙе бәхет, ышаныс һәм бурыс!
Ҡәләмдәштәребеҙ уңған хеҙмәттәшебеҙ Дилбәр Ишморатованы ла йыл лауреаты булыу менән ысын күңелдән ҡотланы.
Танылған журналист, яҙыусы Сәлимйән Бәҙретдиновтың Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған “Башҡортостан — ғәзиз ерем” конкурсында еңеү яулауы һис тә ғәжәп тойолманы. Үткер ҡәләмле, тос фекерле хәбәрсенең, ниндәй генә темаға тотонһа ла, фәһемле, уҡымлы мәҡәләләре менән уҡыусыларҙың иғтибарын яулауы билдәле.
Ғөмүмән, йыл буйы барған был конкурс беҙҙе көтөлмәгән табыштарға юлыҡтырҙы, өр-яңы исемдәр менән таныштырҙы. Мәләүез районынан даими авторыбыҙ Фирүзә Арыҫланова, Балтас районының 1-се Иҫке Балтас мәктәбе уҡыусыһы Тамара Гуськова — тап шундайҙар иҫәбендә. Өсөнсө кластан алып патронат ғаиләлә тәрбиәләнгән Тамараның сатнатып башҡортса һөйләүенә таң ҡалып, бер тына һүҙһеҙ ултырҙыҡ. Урыҫ ҡыҙының телде яҡшы үҙләштереүе өҫтөнә республика кимәлендәге конкурста ҡатнашырға баҙнат итеүе һәм еңеүе беҙҙең өсөн дә көтөлмәгән асыш булды.
Балаҡатай районы егете Эдуард Дилмөхәмәтов та, ошо конкурста ҡатнашып, фотографтар араһында еңеү яуланы.
Йыл дауамында “Башҡортостан” гәзите үткәргән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан, журналистар менән бер ҡатар командировкаларҙа рухи аҙыҡ таратып йөрөгән виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов гәзиттең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Осрашыу матур теләктәргә, йомарт бүләктәргә генә бай булманы, ул баҫманың киләсәк үрҙәрен билдәләүҙә лә этәргес көс, илһам сығанағы булыр төҫлө. Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев өр-яңы “Төпкөл” рубрикаһының кескәй ауыл проблемаларына яңыса ҡараш менән бағырға ярҙам итеүен теләне. “Эште минең тыуған яғым — Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылынан дауам итһәгеҙ ҙә була”, — тигән теләген дә журналистар ҡәләм осона эләктереп ҡуйҙы.


Вернуться назад