Яҡшембәт ауылына юл төшкәс, Мәүлиҙә Әхмәтованы ла күреп киткебеҙ килде. Ошо теләгебеҙҙе еткереүгә “Искра” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Рәмил Мостафин:
— Хәҙер саҡырабыҙ уны, эҙләп ваҡытығыҙҙы әрәм итмәгеҙ, — тип осраштырыуҙы үҙ өҫтөнә алды.
Эшебеҙҙе теүәлләп тә өлгөрмәнек, апайыбыҙ ашығып килеп тә етте. Хәүефләнеүе йөҙөнә сыҡҡайны. Беҙҙең ни өсөн күрергә теләүебеҙҙе асыҡлап әйтеп тормағандар, “Башҡортостан” гәзите хәбәрселәре үтенгәйне, тип кенә еткергәндәр икән.
— Гәзит-журналды алдырып ҡына ҡалмайым, мәҡәләләр ҙә ебәреп торам. Шуға күрә әллә берәй кәрәкмәгән һүҙ ысҡындырҙыммы икән тип борсолдом, нимә тип уйларға ла белмәнем. Баҡһаң, мине шатландырырға булғанһығыҙ икән, рәхмәт һеҙгә, — тип ҡыуана-ҡыуана бүләгебеҙҙе — кеҫә телефонын ҡабул итеп алды.
Былтыр йәй тәүгеләрҙән булып өлгөргәндәрҙе бүләк көтә, тип тиҙерәк “Башҡортостан”ға яҙылырға саҡырғайныҡ. Баҫманың тоғро дуҫтарынан бер-бер артлы хәбәрҙәр алдыҡ. Улар араһында Мәүлиҙә Әхмәтова ла бар ине.
— Һөнәрем буйынса зоотехникмын, хәҙер хаҡлы ялдамын. “Башҡортостан”ды ике тиҫтә йылдан ашыу алдырам, килтереүҙәрен түҙемһеҙләнеп көтәм. Хаҡына ҡарап тормайым, яҡын иптәш һымаҡ бит ул. Гәзит биттәрендә бергә уҡыған дуҫтарымды һәм таныштарымды ла күрәм, маҡталып эшләүҙәрен, матур итеп донъя көтөүҙәрен белеп ҡыуанам. Малсылыҡта эшләгәс, ошо тармаҡ хаҡындағы мәҡәләләрҙе айырыуса ҡыҙыҡһынып уҡыйым.
Таныштарымды, алдырығыҙ, тип өгөтләйем дә бит, хаҡы ҡиммәт, тиҙәр. Минән алып уҡый ҡайһы берәүҙәр. Һуңғы осорҙа почта таратыу эше яйға һалынды, элекке кеүек түгел. Әйткәндәй, гәзит-журнал уҡый торғас, үҙем дә ҡулға ҡәләм ала башланым әле, — тип йәнә беҙгә рәхмәт белдерҙе ул.