Баш ҡалабыҙҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн кемде саҡырайыҡ икән? Хәтерегеҙҙәлер, былтыр ҡыш Рәсәй Президенты Владимир Путин килгәндә, Олимпия факелы Өфө ҡалаһы буйлап үткәндә рәхәтләнеп тын алғайныҡ. Урамдарыбыҙ ҙа иркенәйеп, таҙарып, ысын мегаполистыҡына оҡшап ҡалды. Әммә, сара үтеү һәм тағы бер ҡар яуыу менән, баш ҡалабыҙ ҡабаттан көрткә сумды.
Урамдар автомобиль менән үтә алмаҫлыҡ, ә йорт алдары, ихаталар тураһында әйтәһе лә түгел: күптәр тубыҡтан ҡар кисеп йөрөргә мәжбүр. Һуңғы ваҡытта көндәр ҙә йылытып ебәрҙе, әйҙә, юлдарҙы рәхәтләнеп таҙарт бит. Юҡ инде. Әллә хеҙмәткәрҙәр етешмәй, әллә техника – аптырарһың. Әллә Сочи ҡалаһында Рәсәй халҡы өҙөлөп көткән Олимпиада үтә тип, бөтәһен дә шунда оҙатып бөттөләрме икән?!
Мәҫәлән, Әй урамы Олимпия факелы үтер алдынан ғына таҙартылды. Һуңынан, хатта Яңы йыл байрамында ла, халыҡҡа был урам ситендә тау-тау өйөлөп ятҡан көрттәргә ҡарап сабыр итергә тура килде. Автомобиль хужалары "тимер ат"тарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй йонсоно. Шулай итеп, машина ҡалдырырлыҡ урын алтын хаҡына төшә яҙҙы. Шөкөр, бер ялда был мәхшәрҙән ҡотолдолар. Әммә урамды ваҡытында таҙартып барһалар, халыҡ та ул тиклем яфа сикмәҫ ине бит. Йәнә бер нисә көн ҡар яуһа, ошондай хәл тағы ҡабатланмаҫ, тимә.
Яңыраҡ ҡына "зәңгәр экран"дан бер ғәрәп илен күрһәткәйнеләр. Унда сүллектәге ҡом бурандары арҡаһында ҡала урамдарын һәм юлдарҙы көн һайын таҙартырға мәжбүр булһалар ҙа, ҡом түшәлеп ятҡанын күрмәҫһең. Әгәр беҙҙә көн дә ҡар яуа башлаһа, яҙға тиклем ҡыш юрғаны аҫтына сумырбыҙ ҙа ҡуйырбыҙ инеме икән?