Уҙған йыл аҙағында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “ДОзнание” тапшырыуын ҡарарға тура килде. Уны Илдар Иҫәнғолов алып бара. Ошо айҡанлы бер нисә фекеремде әйтмәксемен.
Минеңсә, Торатау хаҡында һөйләп, автор бер яҡлы ғына фекер үткәрҙе. Мәҫәлән, ул бөтә Башҡортостан халҡына ҡәҙерле, яҡын булған тауҙы тик башҡорттарҙыҡы, юрматы ырыуының ғына ғәзиз урыны итеп күрһәтте. Торатау республиканың ЮНЕСКО-лағы визит карточкаһы булырлыҡ шихандарҙың береһе икәнен “онотто”. Уларҙан тыш, беҙҙә тағы 40-тан ашыу эзбиз ятҡылығы бар.
Белгестәр фекеренсә, аҡтарылған Шәкетауҙа ғына ла 1150 метр тәрәнлектә сеймал алырға була. Йәмәғәтселек, әлбиттә, Башҡортостан “Сода” компанияһының ябылыуын теләмәй: сәскә атһын, халыҡҡа хеҙмәт итһен, яңы технологиялар ҡулланып эшләһен, экологик хәлде яҡшыртһын. Бары тик тәбиғәт ҡомартҡыларына ғына теймәһендәр.
Торатау тирәләй һүҙ ҡуйырып-ҡуйырып ала. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙе эшләгән осорҙа Торатауға ҡағылмаясаҡтары тураһында белдергәс, бер аҙ тынысланғандай булғайнылар. Федераль һәм республика министрлыҡтарынан да күңел йыуатырлыҡ яуап булды. Ләкин әлеге һымаҡ тапшырыуҙар күңелгә йәнә шом һала. Тәбиғәт шихандарҙы кешелек донъяһына оло бүләк итеп биргән. Киләсәк быуындарға беҙҙең тарафтан ҡалдырылырға тейешле баһалап бөткөһөҙ хазинабыҙ — Торатауыбыҙ тураһында сафсата һатыуҙы туҡтатырға ваҡыттыр.
А. ВӘЛИДОВ.