Керәшен һыуыҡтары көтөлә14.01.2014
Керәшен һыуыҡтары көтөлә
Бөгөндән республикала һыуыта башлай. Башҡортостандың баш синоптигы Анна Козаева әйтеүенсә, яҡын арала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә, әммә ҡаты һалҡындар булмаясаҡ.


— Шаршамбынан башлап көндәр һалҡыная. Тағы ла бер циклон килгәнгә күрә, температура бер күтәрелеп, бер түбәнәйеп торасаҡ, — тине ул. — 20 ғинуарҙан һуң көндөҙ һауаның минус 25 градусҡа тиклем һалҡынайыуы ихтимал. Аҙна буйы ҡар яуасаҡ, болотло буласаҡ.


Вернуться назад