Быйыл хаҡлы ялдағыларҙың хеҙмәт пенсияһы ике тапҡыр индексацияланасаҡ.
Тәүгеһе 1 февралдә буласаҡ. Хеҙмәт пенсияһы 2013 йылғы рәсми инфляция кимәленә ярашлы арттырыла. Ә 1 апрелдән Пенсия фондының бер пенсионерға иҫәпләнгән килем үҫеше буйынса индексацияланасаҡ. Август айында эшләүсе пенсионерҙарҙың хеҙмәт пенсияһы яңынан иҫәпләнәсәк.
1 апрелдән дәүләт тәьминәте буйынса пенсиялар, шул иҫәптән социаль пенсиялар, айлыҡ аҡсалата түләүҙәр ҙә артасаҡ. Әммә был өлкән йәштәге кешеләрҙе ҡыуандырырмы икән?