Урман менән дуҫлыҡ көс бирә14.01.2014
Урман менән дуҫлыҡ көс бирә
Тарих биттәренә күҙ һалһаҡ, донъяла булған әллә күпме изге эш тураһында мауыҡтырғыс хәбәрҙәр бихисап. Заманалар үҙгәрһә лә, улар беҙгә өлгө булып ҡала. Ғәзиз тәбиғәтебеҙ һағында торған Көньяҡ Урал ҡурсаулығы ла былтырғы йылға йомғаҡ яһау йәһәтенән үҙ эше менән таныштырмаҡсы.


Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы, әлбиттә, ҡурсаулыҡ өсөн икеләтә байрамға әүерелде. Исеме есеменә тап килһен тигәндәй, беҙҙең хеҙмәткәрҙәр ал-ял белмәй тырышты. Тау-таш араһында тәбиғәт янғындарына ҡаршы көрәшеүҙәр ысын батырлыҡҡа тиң булды.
Ғинуар айынан алып ун күргәҙмә ойошторолдо. Асы ауылында А. Мөбәрәковтың йорт-музейы, Белорет ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Өфөлә М. Ғафуриҙың йорт-музейы, ҡурсаулыҡ биләмәһендә Башҡортостан буйынса үткән дәүләт инспекторҙары бәйгеһе һәм район һабантуйы бик күп тамашасы йыйҙы. Был сараларҙа яҡынса 20 меңгә яҡын кеше ҡатнашты.
Төрлө баҫмалар һәм теле-радиолар менән берлектәге эш — төп йүнәлештәрҙең береһе. Белорет, Архангел һәм Силәбе өлкәһенең Ҡатау-Ивановск райондары гәзиттәрендә мәҡәләләр даими баҫылып тора. Бынан тыш, улар "За порогом", "Следопыт", "Альмиро фильм", "Моя планета" кеүек телепроекттар менән даими бәйләнештә. Шул арала Башҡортостан радиоһының "Юлдаш" каналына ла ҡыҙыҡлы әңгәмәләр биреп өлгөрәләр.
Урман менән дуҫлыҡ көс бирәБалалар менән эшләү — ҡурсаулыҡта үтә лә күңелле күренеш. Йыл да "Парктар маршы", "Ер көнө", "Ҡоштарҙы ашатығыҙ", "Таҙа шишмә", "Умырзая", "Иләү" кеүек экологик акциялар ойошторола. Уларҙа ҡатнашыусылар һаны былтыр биш меңгә яҡын тәшкил итте. Тәбиғәтте һаҡлау буйынса сараларҙа ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл артыуы ла шатландырмай ҡалмай.
Дөйөм алғанда, 2013 йыл ҡурсаулыҡ өсөн уңышлы булды тип әйтә алабыҙ, киләсәктә лә эшебеҙҙе һөҙөмтәле атҡарырға өмөтләнәбеҙ, сөнки урман менән дуҫ булған кешеләр ауырлыҡтарға бирешмәй.

Марат БӘХТИӘРОВ,
ҡурсаулыҡ методисы.


Вернуться назад