Кемдең ихатаһы иң яҡшыһы?14.01.2014
Пенсионерҙар араһында иң яҡшы ярҙамсы хужалыҡ конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Ул районда беренсе тапҡыр үткәрелеп, һигеҙ ауыл Советынан 15 ғаилә ҡатнашты.


Положение буйынса, конкурсанттар фотоларҙан альбом яһаны. Комиссия йомғаҡ яһағанда йорт ҡоштарының, йәшелсә һәм еләк-емеш баҡсаһының булыуын, уның күләмен, йәшелсә уңышын, малдарҙың, ҡоштарҙың етештереүсәнлеген, шәхси ярҙамсы хужалыҡ тауар һатыуҙан алған килемде, ветерандарҙың ейәндәрен тәрбиәләүҙә ҡатнашыуын иҫәпкә алды.
Яңы Федоровка ауылынан Валентина менән Валерий Архиповаларҙың ихатаһы иң яҡшыһы тип танылды. Ғаилә башлығы — шофер, ҡатыны мәктәптә китапханасы булып эшләгән. Өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, уларҙың хәҙер үҙ ғаиләләре бар. Быйыл уңған хужалар ит һатып, 28 мең һум табыш алған, балды — 20 мең, йәшелсәне 5 мең һумлыҡ етештергән.
Икенсе урынға Нуғаҙаҡ ауылынан Нәжип Әсәҙуллин менән Яңы Федоровканан Елизавета Иванованың ғаиләләре лайыҡ булды.
Өсөнсө урында — Александр Петров (Сыуаш-Ҡарамалы), Рифҡәт Ибраһимов (Иҫке Ибрай), Виталий Тихонов (Яңы Федоровка) ғаиләләре. Еңеүселәр Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов һәм район хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов ҡулынан дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр, башҡа ҡатнашыусылар иһә дәртләндереү приздары алды.

Ираида ПОЛЕЖАЕВА.


Вернуться назад