Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған кеше ине Шифа Ғарифулла улы Рәжәпов. Уның баҡыйлыҡҡа күскәненә лә өс йыл тулды. Тыуған яғының ғорурлығы булған иҫ киткес тыйнаҡ шәхесте бөгөн дә онотмайҙар.
Миәкәлә бер урам Геройҙың исемен йөрөтә. Мәктәптәрҙә, мәҙәниәт усаҡтарында уға бағышланған саралар үткәрелә. Күптән түгел Туҡһанбай ауылында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге музейҙа хәтер кисәһе булды. Музей етәксеһе Фәнис Янышев күренекле шәхестең тормош юлына ҡыҫҡаса байҡау яһаны.
Хеҙмәтен ябай һабансынан башлаған ер улы ҙур уңыштарға өлгәшә. Днепрҙы кискән ҡыйыу яугир, II группа инвалиды тыныс тормошта ла яҡташтарына үрнәк күрһәтә. Ул, көндө төнгә ялғап, тракторҙа сменаһына тиҫтәләрсә гектар ер һөрә.
Һуғыш яралары Шифа ағайға тынғылыҡ бирмәгәс, бригадир ярҙамсыһы, һуңынан бригадир «ҡамытын» кейҙерәләр. Шунан уға колхоз бригадаһы, малсылыҡ фермаһының эше өсөн дә яуап бирергә тура килә.
Мисәүҙәге ат кеүек йөк тартҡан тынғыһыҙ етәксене, Социалистик Хеҙмәт Геройы Шифа Ғарифулла улын, Миәкә, Йәрмәкәй, Бәләбәй, Бишбүләк, Әлшәй, Бүздәк райондары халҡы СССР Юғары Советына депутат итеп һайлай. Мәшәҡәт өҫтөнә мәшәҡәт өҫтәлә. Шифа Рәжәпов Юғары Совет сессияларында ил кимәлендә күтәрелгән мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткәндә ҙур яуаплылыҡ күрһәтә, ауыл хужалығы буйынса даими комиссияға байтаҡ тәҡдим индерә.
Ә инде тыуған яғында депутатты халыҡ менән осрашыуҙар көтә. Ошо осорҙа асфальт-бетон заводтары өсөн ҡоролмалар, төрлө транспорт сараларын ҡайтарыу, социаль көнкүреш объекттары төҙөү тураһында оло хәстәрлек күрә.
«Башҡортостан» хужалығының маҡтаулы колхозсыһы» исемен йөрөткән Шифа ағайҙы күптәр өлгөлө ғаилә башлығы итеп тә хәтерләй. Сабыр холоҡло, уңған Гәүһәр инәй менән ете бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Рәйсә, Рәмзил (мәрхүмдәр инде), Миңзифа, Миңнур, Рәмил, Лилиә, Зимфира – һәммәһе тормошта үҙ юлын тапҡан. Әйткәндәй, әлеге хәтер кисәһенә Геройҙың балалары, туғандары, ауылдаштары килгәйне. Улар данлыҡлы шәхесте оло хөрмәт менән иҫкә алды, ҡыҙыҡлы күргәҙмә, фотоһүрәттәр, шәжәрә менән танышты.
Әйткәндәй, киләсәктә Йәнәби ауылындағы урамдарҙың береһенә Геройҙың исемен биреп, бюсын урынлаштырһалар, оло мәртәбә булыр ине.