Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар булһа ла, Өфөлә педагогия институтына уҡырға индем. Уны 1956 йылда тамамланым.
Институт профессоры Жәлил ағай Кейекбаев, уҡырға алғанда вәғәҙә биргәненсә, матди яҡтан ярҙам итеп торҙо. Башҡорт кадрҙары тураһында ҡайғыртып, аспирантураға уҡырға ҡалығыҙ, тип өгөтләһә лә, ауылдарға эшкә киттек.
Бөгөн беҙ, бер төркөм уҡытыусылар, хәҙер инде Башҡорт дәүләт университеты тип йөрөтөлгән уҡыу йортона Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың исемен бирһәләр, дөп-дөрөҫ булыр ине, тип һанайбыҙ. Ул — институтты университетҡа әйләндереүгә лә күп көс һалған кешеләрҙең береһе.
Ф. ҒӘЛИМОВА.