Олатай рухы ҡәҙерле14.01.2014
Сығышым буйынса Ейәнсура районының Абҙан ауылынанмын. Бөтә Мырҙабулатовтар исеменән Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, яҙыусы Йыһат Солтановҡа ҙур рәхмәт белдергем килә.


Ул олатайымдың башҡарған изге эштәрен барлап, "Сөләймән Мырҙабулатов һәм уның эшмәкәрлеге" тигән китап баҫтырып сығарҙы.
Олатайым ғүмер буйы "башҡортом", "башҡорт халҡым" тип йәшәне. Мырҙабулат ауылын күсереп, мәктәп, дауахана һалдырып йөрөгәндәре бөгөнгөләй иҫемдә.
Беҙ, Мырҙабулатовтар, олатайҙың яҡты рухына тап төшөрмәй, тырышып донъя көтәбеҙ, намыҫлы йәшәйбеҙ.


Вернуться назад