Түбәнге Йәркәй ауылының уртаһында матур күл бар. Элек бында саф һыулы шишмә инеше булған, ләкин ни өсөндөр юғалған, ә ул урында ҙур күл барлыҡҡа килгән, тирә-яғы бик матур. Бында былтыр 22 аҡҡош килде.
Һыу өҫтөндәге нәфис ҡоштарға һоҡланып ҡарар өсөн ауылдаштар ғына түгел, һәр кис һайын бөтөн район кешеләре тиерлек йыйылды. Тәбиғәт һөйөүселәр уларҙы фотоға, видеоға төшөрҙө, биноклдән күҙәтте. Мәктәптә кем менән һөйләшһәң дә: “Ә һин аҡҡоштарҙы күрҙеңме?” — тип һорай. Бына шулай беҙҙең тормошобоҙға килеп инде улар. Көн дә уларҙы күҙәтмәһәң, нимәлер етмәгән һымаҡ. Бер аҙнанан ун ҡош осоп китте. Йәй буйы улар бәпкә сығарҙы.
Икенсе йыл, "ҡасан килерҙәр икән?" тип, ҡоштарҙы яҙҙан уҡ көтә башланыҡ. Ниһайәт, июндә ҡайтты аҡҡоштарыбыҙ. Класташым Илшан менән был ғәжәп ҡоштарҙы күҙәтә башланыҡ. Беҙгә бигерәк тә ата менән инә аҡҡоштоң алмашлап йомортҡа баҫыуы ҡыҙыҡ тойолдо. Ләкин тормош гел күңелле ваҡиғаларҙан тормай шул, күңелһеҙлектәр ҙә осрай. Бер мәл аҡҡош балаларына һөжүм башланды: берәмләп юҡҡа сыҡтылар, дүртәүһе генә ҡалды. Ололар әйтеүенсә, ҡарға һуға икән уларҙы.
Ноябрь айы етһә лә, улар һаман көньяҡҡа ҡуҙғалманы. Беҙ ҡайғырыша башланыҡ. Хәҙер күл туңасаҡ, ә аҡҡоштар ни эшләр? Күлдең бер мөйөшөндә генә туңмаған ер ҡалды. Бәлки, элек шишмә сыҡҡан урын булғандыр ул. Оҙаҡламай ыжғыр бурандар башланасаҡ, тип хафаландыҡ. Шул ваҡытта бер фермер ҡоштарҙы үҙ ихатаһына алырға булды. Өс ағай кәмә менән яйлап ҡына барҙы ла уларға ашарға бирҙе. Аҡҡоштар уларҙың изге ниәт менән йөрәгәнен аңланы.
Күлгә аҡҡоштарҙың килеүе күрше-тирәне яҡынлаштырҙы, дуҫлаштырҙы. Һәр көн киске эш бөтөү менән бөтә халыҡ, күл буйына сығып, ҡоштарҙы күҙәтә. Шул арала бер-береһенән хәл-әхүәл һораша, донъя мәшәҡәттәре тураһында һөйләшәләр. Шулай итеп, аҡҡоштар кешеләрҙең йөрәктәрен йылытты.
И. ВИНЕВСКАЯ,
Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназия уҡыусыһы.