Эш булыуы — шатлыҡ14.01.2014
Эш булыуы — шатлыҡ
"Сулпан" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Урал Нәбиуллин – Бәләбәйҙә иң булдыҡлы етәкселәрҙең береһе.


– Ошондай ҡырыҫ шарттарҙа һәм тигеҙ булмаған ерҙә иген үҫтерәбеҙ, – тип һөйләй ул. – Теләк барҙа һәммәһен ғәмәлгә ашырырға мөмкин. Беҙ ҙә алға оло ниәттәр ҡуйғанбыҙ, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ.
Хужалыҡтың ауыл хужалығы ерҙәре ике мең ярым гектар тирәһе, шуның күбеһенә иген сәселә. Бойҙайға, арпаға, һолоға, арышҡа өҫтөнлөк бирәләр. Бойҙайҙың гектар ҡеүәте былтыр 12 центнер тәшкил иткән. Ужым сәсеү, ерҙе туңға һөрөү ҙә ваҡытында башҡарылған.
Йәмғиәт етәксеһе белдереүенсә, былтыр һауа торошо әллә ни шатландырмаған: башта ҡоролоҡ йонсотҡан, унан көтмәгәндә боҙло борсаҡ, ҡыҫҡаһы, ғәрәсәт артынан ғәрәсәт... Шундай ҡаршылыҡтар тыуып тороуға ҡарамаҫтан, баҫыу уңғандары йөкләмәне үтәгән. Тәбиғәттең көйһөҙлөгө ауыл эшсәндәрен сыныҡтырған, һәр кемдә сәм уятҡан, хатта һаҡсыллыҡҡа өйрәткән.
Бөлөп, тарҡалып барған хужалыҡты аяҡҡа баҫтырғаны өсөн Урал Рауил улына күптәр рәхмәтле. Ғәжәп бит: уҙаман тәүҙә Өфөлә төҙөлөш тармағында тир түккән, бер аҙҙан үҙенең фирмаһын булдырған һәм... тыуған төйәгенә ҡайтып төпләнгән. Аҡҡайын, Мәтәүбаш һәм Аҡбаҫар халҡы "Сулпан"да эш табыуына шатланып бөтә алмай. Юғиһә күптәр бығаса “оҙон” аҡса юллап ситкә сығып киткән, тормош еңеллеген шешә төбөнән эҙләүселәр ҙә осраштырғылаған. Кешеләр менән әңгәмәләшкәндә, улар хеҙмәт хаҡының һуңлатылмай бирелеүен телгә алды, тыуған ауылында ғаиләһе янында йәшәүен бәхеткә тиңләне.
Мәтәүбашта өр-яңы тормош башлауын былай аңлатты Урал:
– Хужалыҡтың тарҡалыуына, кис күп кенә йорттарҙың тәҙрәһенән яҡтылыҡ төшмәй башлауына битараф ҡала алманым. Ғәйрәт-көсөм ташып торғанда ниңә оло эшкә тотоноп ҡарамаҫҡа?! Өс улым буй еткерә, уларға нимә ҡалыр минән? Ошо турала ла уйландым. Ҡатынымдың ауылда магазин асыуын да бөтә кеше түҙемһеҙләнеп көттө. Халыҡҡа эш барҙа ауылда тормош һүнмәйәсәк.

И. МӨХӘМӘТОВ.


Вернуться назад