Һөйөнөстәр ҙә, көйөнөстәр ҙә уртаҡ14.01.2014
“Тормошобоҙҙа компьютер айырым урын биләй, тиһәк тә, “Башҡортостан” гәзите беҙгә – китапханасыларға, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, уҡыусыларға — ҙур ярҙамсы булып тора. Һөйләү телмәрен үҫтерә, туған телдең күркәмлеген тойорға ярҙам итә ул. Һәр күренешкә үҙ ҡарашы булған мәғлүмәтле уҡыусы тәрбиәләй. Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәресендә лә бай эстәлекле, фәһемле ҡулланма булып тора.
Балалар гәзиткә яҙылып ҡына ҡалмай, унда үткәрелгән конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Былтыр “Минең өләсәйем” тигән ижади конкурста Эльвира Рафиҡова гәзиттең махсус бүләгенә һәм маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды. 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған викторинала Илфат Саҙретдиновтың эше юғары баһаға лайыҡ булды.
“Башҡортостан”ды йыл һайын алдырып, яратып уҡыйбыҙ. Шундай матур, ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле гәзит сығарғанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, уңыштар!”

Илеш районының Ишҡар ауылынан Альбина Ялалова редакциябыҙға ана шундай эстәлекле хат юллаған. Эйе, “Башҡортостан” – республикабыҙҙа ғына түгел, бөтә ил, донъя буйлап һибелеп көн иткән милләттәштәребеҙҙе изге бер ҡорға туплаусы баҫма. Дуҫтарыбыҙ һөйөнөсөн дә, көйөнөсөн дә гәзит менән уртаҡлаша. Шуға ла беҙгә килгән һәр хатты ҡыуанып ҡулға алабыҙ, уҡыусыларыбыҙҙың теләктәренә, үтенестәренә ҡолаҡ һалып эш итеү матур йолаға әүерелгән.
Йәнә бер йыл артта ҡалды. Ғәжәп үҙенсәлекле был осорҙа редакциябыҙ почтаһы ла һәлмәк кенә булды: барыһы мең ярымдан ашыу хат алдыҡ. Әлбиттә, уларҙың күпселеге баҫмабыҙҙа донъя күрҙе, бәғзеләре үҙ сиратын көтә. Гәзит уҡыусыларҙың уй-ниәттәре менән барлыҡҡа килгән “Халыҡ тауышы”, “Ялыу кенәгәһе”, “Шаңдау”, “Хат юлға саҡыра” рубрикалары йылы ҡабул ителде.
Билдәле ғалим Нияз Мәжитов халҡыбыҙҙың тарихына ҡағылышлы мәҡәләләре менән сығыш яһаһа, Ринат Камал, Зөһрә Ҡотлогилдина, Зиннур Нурғәлин, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Ләлә Бейешова, Рамаҙан Ҡотошов, Сәлимйән Ғүмәров, Сәлимйән Бәҙретдинов, Лира Яҡшыбаева, Рафаэль Аҙнағолов, Самат Ғәлиуллин телебеҙ, илебеҙ яҙмышына ҡағылған көнүҙәк, публицистик яҙмалары менән гәзитебеҙҙе байытты.
Әбйәлилдән Иҙрис Ноғоманов, Йылайырҙан Фәрит Рәмов, Баймаҡтан Рәшит Үтәев, Салауат Мөхәмәтшин, Ишембайҙан Вараҡа Ғәләүетдинова, Бөрөнән Рияз Мәсәлимов, Белореттан Нурулла Миһранов, Бишбүләктән Әнүәр Сөләймәнов ябай хеҙмәт кешеләренең эшмәкәрлеге тураһында яҙҙы, үҙҙәрен, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе ҡыйыу яҡтыртты.
Булдыҡлы, тәүәккәл ул-ҡыҙҙарыбыҙҙы күрһәтеү, башҡаларҙы уларҙың матур өлгөһөнә йәлеп итеү маҡсатынан иғлан ителгән “Һөнәрмән” тигән конкурста ла гәзит уҡыусыларыбыҙ әүҙем ҡатнашты. Бәйгегә йомғаҡ яһалһа ла, “Һөнәрмән” рубрикаһының дауам итеүен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
Йылҡы йылында ла бергә булайыҡ, дуҫтар. Беҙгә хаттар яҙығыҙ. Артабан да гәзитебеҙҙе бергәләшеп фәһемле, уҡымлы итәйек.


Вернуться назад