"Һүҙҙәр йәйғоро" — дүрт телдә14.01.2014
Ҡаланың ярты быуатлыҡ юбилейы йылында Нефтекаманың нәфис әҙәбиәт һөйөүселәре үҙенсәлекле бүләк алды: “Һүҙҙәр йәйғоро” тип исемләнгән шиғри һәм сәсмә әҫәрҙәр йыйынтығы донъя күрҙе.


Баҫманың күләме — 415 бит, тиражы — 500 дана. Унда ҡалала йәшәп ижад итеүсе алтмыш ете яҙыусының әҫәре индерелгән. Күп төрлө һөнәр вәкилдәре булған ҡәләм тирбәтеүселәрҙең ижад емештәре башҡорт, мари, татар һәм урыҫ телдәрендә бирелгән. Йыйынтыҡта шулай уҡ ун алты рәссам һәм фотоға төшөрөү оҫтаһының ижади эштәре, һынлы сәнғәт әҫәрҙәренең һүрәттәре, йыр ноталары ла урын алған. Авторҙарҙың фотоһүрәттәре менән уларҙың ҡыҫҡаса биографик белешмәләре лә тәҡдим ителә.
Башҡорт телендә ижад иткән ун ике авторҙың әҫәрҙәре араһында арабыҙҙан бик иртә киткән ҡәләмдәшебеҙ Марат Моратовтың да бер шәлкем шиғыры бар.
Китап хакимиәт башлығы Илүс Ғарифуллиндың уҡыусыларға мөрәжәғәте менән асыла. Етәксе “Һүҙҙәр йәйғоро”ноң ҡалала эшләп килгән әҙәби берләшмә ағзаларының икенсе йыйынтығы булыуын билдәләй. “Был баҫма — Нефтекаманың ғорурлығы, республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгенең мәҙәниәт, сәнғәт һәм әҙәбиәт үҙәге булыуын раҫлаусы тағы бер дәлил”, — ти ул.


Вернуться назад