– Резеда менән Фәрит айырылышҡан!
Был хәбәрҙе ишеткәс, бик йөрәкһендем. Күптән түгел генә туйҙарында булып, ҡайһылай пар килгәндәр, тип һоҡланып ҡарап ултырғайным. Нимә булды икән һуң?
Хәлде белгән туғаным: – Нимә тип ни, Фәрит төҫһөҙ, күңелһеҙ тормоштан ялҡып, үҙе айырылышырға тәҡдим иткән, – тине.
Бәй, йәштәргә нисек күңелһеҙ булырға тейеш инде? Өйләнешкәндәренә бер-ике йыл ғына, балалары ла юҡ әле, әйҙә, рәхәтләнеп бер-берең менән иркенләп аралаш, тансы-фәләнгә, киноға бар, паркка сыҡ, ҡунаҡҡа, сәйәхәткә йөрө... Бәпәйҙәре тыуа башлаһа, тағы ҡасан шундай форсат булыр?!
Баҡһаң, туй уҙыу менән быларҙың тормошо ысынлап бер төрлөрәк йүнәлеш алған икән. Фәрит – асыҡ йөҙлө, күңелсәк, теремек кеше. Орсоҡ кеүек өйөрөлөп, гел хәрәкәттә. Резеда тыныс, хатта бер аҙ һәлкәүерәк тә. Силәгенә күрә ҡапҡасы тигәндәй, бер-береһен тулыландырып торған кеүектәр ҙә бит... Бигүк улай булмаған шул.
Икеһе лә эштән арып ҡайтһа ла, кейәүҙең күңеле ҡайҙалыр ашҡынған – йәш бит. Ә кәләш ял көндәрендә лә тәүҙә төшкә саҡлы йоҡлаған, унан бөткөһөҙ йорт мәшәҡәттәренә сумған: бешергән, йыуған, йыйыштырған. Ҡайҙалыр сығып йөрөргә ваҡыты ла ҡалмаған.
Фәрит бер мәл икеһенә лә тәгәрмәсле коньки – роликтар һатып алып ҡайтҡан: “Резеда, паркка йөрөргә барайыҡ!” Ышанаһығыҙмы, бер генә тапҡыр ҙа шулай саф һауаға сығырға ваҡыт тапмай ҡатыны: “Мин бит әле өй йыйыштырам, кер йыуам, ашарға бешерәм...” Әйтерһең дә, һауыт-һаба ултырып тора алмай ҙа шул парк янындағы кафеға инеп тәғәмләнеп булмай!
Икенсе юлы Фәрит матур ғына эт табып алып ҡайта. Хужаһы юғалтҡан хайуан булырға тейеш, сөнки ҡайыш муйынсаһы ла була. Бына шул эттән дә, урамда йөрөтөүе мәшәҡәтле тип, ҡотола Резеда. Бер сыҡҡанында ҡулындағы бауҙы ысҡындыра ла ҡуя... Ә бит, уйлап ҡараһаң, ире тап шул тормоштарына бер аҙ йәм, төрлөлөк инһен тип алып ҡайтҡан уны!
Бер аҙҙан Фәрит эштән һуң өйөнә лә ашҡынмай башлай. Резеданан да тик кәмселек эҙләй. Имеш, гел ауырыйһың, һимерҙең. Ауырыуыңды уйлап ҡына ятһаң, хәлең яҡшырмай инде ул. Киреһенсә, ныҡ сирле кеше лә, күңеленә оҡшаған берәй шөғөл табып, сәләмәт түгеллеген оноторға тырыша. Өйҙә түрбашта ла аш-һыу тирәһендә самаһыҙ ашап, тәмләп, һимергәнде һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ бит һуң!
Ҡыҫҡаһы, берҙән-бер көндә Фәрит айырылышыу тураһында һүҙ ҡуҙғата. Был тиклемде үк көтмәгән Резеда бик ҡайғыра. Ярата бит ул ирен! Әммә хәлде төҙәтерлек булмай, йәре әйберҙәрен алып сығып китә.
Эйе, ярата ирен Резеда, ләкин шул мөнәсәбәттәрҙе нығытыр өсөн бер ни ҙә эшләмәй. Кейәүгә сыҡтым да эш бөттө, тип һанай. Ә ике кешенең тормошонда ҡыҙыҡтар, көн дә бер-береһен ғәжәпләндерерлек, һоҡландырырлыҡ, уйландырырлыҡ күренештәр табылып торһа ғына, никахтарының оҙон ғүмерле булырын онотоп ташлаған, ахыры. Йырҙа ла бит юҡҡа ғына, һөйөү бит ул, усаҡ төҫлө, ялҡын өҫтәгәнде ярата, тип йырламайҙар.
– Резеданың ҡылыҡ-фиғеленә ҡарағанда, уға үҙенән байтаҡҡа өлкәнерәк тормош иптәшен эҙләргә кәрәк. Елкенеүҙәрҙән туйып, күңеле менән әллә ҡайһы офоҡтарға талпынмаған тыныс кешене, – тинем.
– Ҡайһылай өҫтөнә баҫтың! Әле тап шундай бер ир-ат менән танышып, күңел яраларын уңалтып маташа ул, – тине туғаным.
Бирһен Хоҙай!