Дуҫлыҡ ауыр саҡта ла, шатлыҡ-ҡыуаныста ла һынала. Сиҙәм урта мәктәбе коллективы — күптәнге дуҫыбыҙ. Был юлы ла улар хыянат итмәне: барыһы ла “Башҡортостан” гәзитенә дәррәү яҙылып та ҡуйҙы.
Мәктәп директоры Шәүрә Әхмәтҡужина әйтеүенсә, бында 38 педагог эшләй. Бөтәһе 296 уҡыусы белем ала, филиалдар менән бергә 347-гә барып етә. Бөгөн Булат, Төньяҡ, “Әлмөхәмәт” станцияһының башланғыс, Әлмөхәмәт тулы булмаған мәктәптәре — Сиҙәм урта мәктәбенең филиалдары. Уҡыусыларҙы көн һайын “Мәктәп автобусы” программаһына ярашлы алынған транспорт йөрөтә.
Сиҙәм мәктәбе районда ғына түгел, хатта республикала йәш быуынды сәләмәт рухта тәрбиәләүе, спортҡа ҙур иғтибар бүлеүе менән билдәле. Бында мәктәп, район, республика, Рәсәй генә түгел, хатта донъя чемпиондары тәрбиәләнә. Бигерәк тә бокс һәм кикбоксинг секциялары уңышлы эшләй, волейбол үҫешкән. Мәктәп янында район хакимиәте һәм ауыл биләмәһе башлыҡтары ярҙамы менән хоккей майҙансығы төҙөлә. Тимәк, тиҙҙән Сиҙәм хоккейсылары ла баш әйләнерлек ҙур еңеүҙәргә өлгәшер тигән тулы ышаныс бар.
Уҡыусыларҙың һәләттәрен асыу, йәш таланттарҙы табыу, уларға ярҙам итеү маҡсатында төрлө йүнәлештә түңәрәктәр уңышлы эшләй. Балалар Нәзифә Өмөтбаева етәкселегендәге “Йәйғор”, Рөстәм Сәлимгәрәевтең “Аҡйондоҙ” өлгөлө бейеү ансамблдәренә, Ләлә Ибраһимованың “Ағасты һырлау” түңәрәгенә бигерәк тә теләп йөрөй.
Былтыр мәктәпкә капиталь ремонт яһалған, кабинеттар заманса йыһазландырылған, спорт залы үҙгәртеп ҡоролған. Бында шулай уҡ әҙәбиәтебеҙ йондоҙо, талантлы шағир Һәм драматург Рәмил Ҡол-Дәүләт белем алған. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары Рәзифә Йосопова, Салауат Рәжәпов, Әлфиә Шәрәфетдинова, Салауат Хамматов йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә бар көсөн һала.
Йыл да республикалағы иң абруйлы гәзиттәрҙең береһе “Башҡортостан” менән хеҙмәттәшлеге өсөн Сиҙәм мәктәбе коллективына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Артабан да дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәҫ, киреһенсә, нығыныр тигән ышаныстабыҙ.