Их, Марат ағай булһа!..14.01.2014
Их, Марат ағай булһа!..
Былтырғы йыл аҙағында уға 75 йәш тулған булыр ине. Шуныһы үкенесле: ғүмере 1996 йылда өҙөлә. Уны күреп-белгәндәрҙең барыһының да күңелендә артист тураһында ыңғай хәтирәләр генә һаҡлана. “Марат ағай булһа, быны ошолайыраҡ итеп эшләр ине; Марат ағай булһа, былай тиер ине; Марат ағай әйтмешләй...” Бындай һүҙҙәрҙе артистар араһында йыш ишетергә тура килә.


Кеше яҙмыштары ҡатмарлы. Биш айлыҡ ҡына сағында, әсәһе мәрхүм булғас, бәләкәй Маратты үҙҙәренә тәрбиәгә алып ҡайтҡан олатаһы менән өләсәһе уның театр сәнғәте күгендә йондоҙ булып балҡырын уйламағандыр ҙа. Хоҙай Тәғәлә Маратҡа аяулы була: уға кешеләр һоҡланырлыҡ талант та, үрҙәргә артылырлыҡ тырышлыҡ та бирә. Урау юлдар аша сәнғәткә килә ул. Оло сәхнәлә беренсе ролен уйнағанда уҡ тамашасының күңеленә ята. Тәбиғәттән барыһы ла бирелгән була уға: буй-һын, матур төҫ-ҡиәфәт, күкрәктән урғылып сыҡҡан бәрхәт тауыш, яғымлы ҡараш...
Марат Арыҫлан улы Йәмилев 1965 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Сибай ҡалаһында урынлашҡан БАССР Сиҙәм театрына эшкә ебәрелә. Шул килгәндән алып ғүмеренең ахырынаса театрҙан бер генә көнгә лә айырылмай, утыҙ бер йыл ғүмерен тамашасыларға хеҙмәт итеүгә арнай. Ул уйнап ҡына ҡалманы, бөтә булмышы менән ысын мәғәнәһендә сәхнәлә йәшәне. Хәләл ефете Дилә Әхмәтфәйез ҡыҙы Йәмилева был турала:
— Спектакль тамамлана, кейемдәрен алыштырып инде өйгә лә йүнәләбеҙ, юҡ, образдан сығып, ысынбарлыҡҡа ҡайта алмай аптырана торғайны. “Ни өсөн ул тиклем бирелеп уйнайһың, эшеңә аҙыраҡ еңелерәк ҡараһаң булмаймы ни?” – тиһәм, “Их, Диләкәй, үҙең ышанып уйнамаһаң, тамашасыны нисек итеп ышандырырға һуң?” – ти торғайны”, — тип хәтерләй.
Ошондай итәғәтле, кешелекле кеше менән өс тиҫтә йылдан ашыу бәхетле ғүмер биргәненә яҙмышына рәхмәтле Дилә ханым.
— Элек гастролдә айҙар буйы йөрөй торғайнылар. Балаларыбыҙ донъяға килгәндә лә ул ижади сәфәрҙә булып ҡалды. Атаһын тәү күргәндә Лилиә ҡыҙыбыҙға хатта өс ай тулып киткәйне. Балаларға шул хәтлем йомшаҡ булды, ҡысҡырып бер ауыҙ һүҙ әйтмәне. Иң “ҡаты” һүҙе “әсәйеңә әйтәм” була торғайны. Гастролдән һәр беребеҙгә ниндәй ҙә булһа бүләк тотоп ҡайтыр ине, — ти Дилә апай. Хәләл ефете артисҡа ҡағылышлы бар әйберҙе лә ҡәҙерләп һаҡлай: спектаклдәрҙә төшөрөлгән фотоһүрәттәр, матбуғатта баҫылған мәҡәләләр, бүләкләү ҡағыҙҙары...
Марат Йәмилевтең театр сәхнәһендә тыуҙырған образдары ысын мәғәнәһендә ҡабатланмаҫ булыуы менән тамашасы күңелендә һаҡлана. Уның кеүек оҫта итеп уйнау һәр кемгә лә бирелмәй. Ундайҙар тураһында “артист булыр өсөн генә тыуған” тиҙәр. Марат Арыҫлан улы өсөн ҙур йә бәләкәй, йәш кеше йә оло ир-ат роле булманы: барыһын да берҙәй оҫталыҡ менән башҡарҙы. Ниндәй генә роль уйнаманы: данлыҡлы шәхестәр, ил ағаһы, йәш егеттәр, түрәләр... Кире образдарҙы ла еренә еткереп тыуҙыра ине! Ул һынландырған Шоңҡар (“Шоңҡар”, Ә. Атнабаев), Шаянғол (“Их, Өфө ҡыҙҙары”, И. Абдуллин), Аҡмулла (“Өҙөлгән моң”, К. Мәргән), Фәрит (“Тал бөгөлә”, Ғ. Байбурин), Дауыт (“Аҡҡош йыры”, Б. Бикбай), Рифат (“Балаҡайҙарым”, Ә. Атнабаев), Николай (“Үлемгә хөкөм”, И. Соболев) тамашасы хәтерендә әле булһа һаҡлана. Шулай ҙа улар араһында айырыуса күңел һалып башҡарғаны Салауат (“Салауат”, М. Кәрим) образы була.
Үрҙә әйтелгәндәрҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова һөйләгәндәр ҙә раҫлай:
— Мин мәктәп йылдарында уҡ Сибай театры менән таныш инем: бер премьераны ла ҡалдырмай йөрөнөм. Ә Марат Йәмилев, һомғол буйлы, төҫкә матур артист булараҡ, башҡаларҙан айырылып тора ине. Тәүҙә, башҡа үҫмер ҡыҙҙар кеүек үк, ул уйнаған персонаждарға ғашиҡ булдым. Марат ағай сәхнәгә сыҡҡанда һәр тамашасы унан күҙен дә алмай ҡарап ултырғандыр, тип уйлайым. “Тал бөгөлә”, “Шоңҡар”, “Их, Өфө ҡыҙҙары” – былар бөтәһе лә минең үҫмер саҡта Марат Йәмилев уйнаған спектаклдәр булып хәтерҙә ҡалған.
Ә инде институт тамамлап, Марат ағай менән бер коллективта эшләй башлау әйтеп бөткөһөҙ бәхет ине. Г. Исхаҡовтың “Бөркөт ҡанаты” драмаһында ул — төп ролдә, мин шәфҡәт туташы Фәниә образында инем. Был — ҙур сәхнәләге иң беренсе ролем. Марат ағай спектаклде әҙерләп сәхнәгә сығарыу барышында кәңәштәрен бирә торғайны, ярҙамсыл кеше булды. Ул тышҡы матурлыҡ, ул күкрәктән сыҡҡан моңло тауыш, ул эшһөйәрлек! Иҫ киткес кеше! Һәр бер образ өҫтөндә ентекләп, ихлас эшләй, сәхнәләге һәр аҙымын уйлап баҫа торғайны... Киң ҡарашлы, бай фантазиялы актер булараҡ хәтерҙә ҡалған. Бөгөн башҡорт театр сәнғәтенә сәхнә тултырып уйнай торған ошондай актерҙар етешмәй. Рәхәтләнеп йырлап та ебәрер, ҡурайҙа ла уйнар, бейергә бик маһир булмаһа ла, образ талап итһә, ентекләп өйрәнеп, һүҙ теймәҫлек итеп башҡарыр ине.
Мәҫәлән, инде иллене үткән артисҡа режиссер Олег Ханов үлемһеҙ “Башмағым” (Ғ. Ибраһимов) әҫәрендә Ғәлимйән ролен биргәс, барыбыҙ ҙа шаҡ ҡаттыҡ. Уға ҡалһа, коллективта ролде уйнарлыҡ йәш артистар ҙа бар ине. Марат Йәмилев үҙе бик риза булмаһа ла, режиссер һүҙенән кире ҡайтманы: уның талантының күп ҡырлылығын күрә белгәндер инде. Марат ағай роль өҫтөндә тырышып, һәр бер детален, ым-ишараны, хәрәкәтте уйлап эшләне. Һөҙөмтәлә, иҫ киткес Ғәлимйән килеп сыҡты. Ул режиссер ҡуйған талапты тулыһынса үтәне.
Йор һүҙле булды, кинәйәләп һөйләргә яратты. Йәш кеше булараҡ, уның бар һәләтен, кешелеклеген, бәлки, бик баһалап та бөтмәгәнмендер.
Тормошта ла, сәхнәлә лә Марат Арыҫлан улы дәртле, тырыш, илгәҙәк кеше ине. Башҡа ижадташтары ла, уның менән бергә уйнауы үҙе бер ғүмер булды, тиҙәр. Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙайғолова былай тип хәтерләй:
— Марат Йәмилев минән бер курс түбән уҡыны. Училищены тамамлау менән беҙҙең театрға эшкә ебәрелеүе ҡыуаныслы хәл булды. Төп ролдәрҙе, күп булмаһа ла, бергә уйнарға тура килде, мәҫәлән, “Һыу юлы”нда (Н. Асанбаев), “Аҡҡош йыры”нда (Б. Бикбай). Партнер булараҡ иҫ китмәле актер ине ул: ярҙамсыл да, талапсан да. Уның менән бергә уйнарға мөмкинлек биргән режиссерҙарға, бергә эшләгән шул дәүергә рәхмәтлемен. Унан күп нәмәгә — тырышлыҡҡа, талапсанлыҡҡа — өйрәндем. Ул һәр элементты тәфсирләп, бирелеп башҡара ине, килеп сыҡмаһа, ҡат-ҡат ҡабатлай торғайны. Ғөмүмән, кеше, ғаилә башлығы булараҡ та уға һоҡлана торғайным.
Элекке быуын артистары – мәшһүр Закирйән Ханов, Хәмзә Ҡурсаевтар юлын дауам иткән артист булды. Ул беҙҙең өсөн йондоҙ ине. “Марат ағай уйнаймы?” — тип спектаклгә килгән тамашасы кеүек, беҙ – артистар – уның эшен таң ҡалып күҙәттек. Үҙенә магнит кеүек тартып торған бер сихри көсө булды. Режиссер Рафаэль Әйүпов ҡуйған “Шоңҡар”ҙы ғына алайыҡ. Беҙ Йәмилевтең ул спектаклдә уйнауын тын да алырға онотоп ҡарай инек: ылыҡтырғыс, мауыҡтырғыс бер тамаша булып, әле лә күңелдәрҙе йылытып тора ул хәтирәләр.
Рәмилә Хоҙайғолованың һүҙҙәрен А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дамир Мәжит улы Ғәлимовтың әйткәндәре лә дәлилләй:
— Йәштәргә айырыуса иғтибарлы, ярҙамсыл ине. Һәр саҡ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Теге йәки был әҫәрҙе сәхнәләштергәндә гелән режиссерҙың интуицияһына ышанды, бер ваҡытта ла ҡуйыусының фекеренә ҡаршы килеп, еңешмәне. Бик эшһөйәр ине. Ғөмүмән, уның менән эшләүе еңел булды. Режиссерҙар Р. Әйүпов, Ф. Ғәләүетдинов, Л. Вәлиев иҫән булһа, ошо уҡ фекерҙе әйтерҙәр ине.
Артист драматик, трагик ролдәрҙе лә, лирик пландағы геройҙарҙы ла, комик персонаждарҙы ла бөтөн рухи байлығын егеп, ихлас уйнаған остаз булып танылды. Башҡортостандың халыҡ артисы Марат Йәмилев ғүмер буйы сәхнә менән ысынбарлыҡ араһында янып йәшәгән, атылған йондоҙҙай янып һүнһә лә, әле лә башҡорт театр сәнғәте күген нурландырып торған бер шәхес булып ҡала.

Алһыу АҠБУЛАТОВА,
А. Мөбәрәков исемендәге
Сибай дәүләт башҡорт драма театрының әҙәби бүлеге етәксеһе.


Вернуться назад