Рәхмәт һүҙе13.01.2014
Башҡортостан Президентына, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға, республика Хөкүмәтенә 75 йәшем тулыу айҡанлы минең хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн оло рәхмәт әйтәм.

Мәҙәниәт һәм мәғариф министрлыҡтарына, ҡала һәм район хакимиәттәренә, Башҡортостан Фәндәр академияһына, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына, Башҡортостан Яҙыусылар союзына, гәзит-журналдар редакцияларына, "Башҡортостан" ДТРК-һы хеҙмәткәрҙәренә, Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенә, Өфө полиграфия комбинатына, уҡыу йорттарына, йәмәғәт берекмәләренә, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына, республикабыҙҙың сәнғәт оҫталарына, мәрхәмәтлек ярҙамы күрһәткән предприятие һәм ойошмалар етәкселәренә, Мәскәүҙән, Дағстандан, Татарстандан, Ырымбур өлкәһенән килгән ҡунаҡтарға, шулай уҡ барса уҡыусыларыма һәм ҡәләмдәштәремә юбилей сараларын үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм.

Ихлас күңелдән
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил БИКБАЕВ.


Вернуться назад