“Халыҡтың кәйефе һеҙҙең эшкә бәйле”13.01.2014
“Халыҡтың кәйефе һеҙҙең эшкә бәйле”Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов республика журналистарын, матбуғат, нәшриәт, полиграфия хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы:

“Был күркәм байрам төбәктең һәм илдең берҙәм мәғлүмәти мөхитен тәьмин иткән барлыҡ һөнәр эйәләрен берләштерә. Ысынында хәҙер редакцияларҙы “баҫма” тип атау ауыр, сөнки күп гәзит һәм журналдар, Интернетты, социаль селтәрҙәрҙе әүҙем үҙләштереп, халыҡты үҙенә күпләп йәлеп итә. Был аудитория даими үҫешә.
Кешеләрҙең кәйефе, киләсәкте күҙаллауы нәҡ һеҙҙең һөнәри оҫталыҡҡа, компетентлыҡҡа, төбәктә, илдә, донъяла барған ваҡиғаларҙы аңлауығыҙға бәйле.
Тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдереп, һәр кемгә һаулыҡ, бәхет, яңы уңыштар һәм ижади еңеүҙәр теләйем”.

* * *


Рәсәй матбуғаты көнөндә республиканың бер төркөм журналистары, редакциялар өсөн күркәм байрам ойошторолдо: уларға йыл дауамында төрлө көнүҙәк теманы әүҙем яҡтыртҡаны өсөн бүләктәр тапшырылды.

Сараны асып, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов тантанала ҡатнашыусыларҙы Рәсәй матбуғаты көнө менән тәбрикләп, байрамдың барлыҡҡа килеү тарихына туҡталды. Борис Николаевич тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең киләсәктә лә яңылыҡҡа ынтылып, халыҡ мәнфәғәтендә берҙәм эшләренә ышаныс белдерҙе.
Артабан төрлө теманы әүҙем яҡтыртҡан мәғлүмәт саралары, журналистар бүләкләнде. “Башҡортостан” гәзитенең дә байтаҡ ҡаҙанышы баһа алды. Редакциябыҙ халыҡтың финанс һәм һалым грамоталылығын күтәреү, республиканың дәүләт телдәре һәм туған телдәр мәсьәләләрен яҡтыртыу буйынса — беренсе, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған өсөн икенсе урынды яуланы. Мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге буйынса иһә өсөнсө баҫҡысты биләнек. Ә журналистар араһында Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылын уңышлы яҡтыртҡаны өсөн Лилиә Нуретдинова I дәрәжә диплом менән бүләкләнде, Дилбәр Ишморатова иһә республиканың дәүләт телдәре һәм туған телдәр мәсьәләләре буйынса конкурста өсөнсө урынды яуланы.
Редакцияға ҡаҙаныш килтергән был көнүҙәк темаларҙың гәзитебеҙҙән бер ваҡытта ла төшкәне юҡ. Ә инде мәрхәмәтлек буйынса айырым әйтеп китеү кәрәктер. “Башҡортостан”да был йәһәттән эшмәкәрлек алып барған ойошмалар даими яҡтыртыла. Йәнә былтыр яҙ редакцияның башланғысы менән Белорет районы Ғәбдөк ауылының ташҡындан зыян күргән халҡына ҙур гуманитар ярҙам күрһәтелде, хәйриә концерты ойошторолдо. Йәйгеһен иһә шундай уҡ ҡазаға юлыҡҡан Әбйәлил районы халҡына тәүгеләрҙән булып бер көнлөк эш хаҡын күсерҙек. Өҫтәүенә Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә райондарында ағас ултырттыҡ, Миәкә, Дәүләкән ерҙәрендәге күлдәрҙең ярын таҙарттыҡ — барлыҡ изге эштәребеҙҙең сауаплы булырына инанабыҙ.


Вернуться назад