Тирләндәр ниңә ҡәнәғәт?13.01.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Белорет районына эш сәфәре барышында йорттарҙы һәм социаль торлаҡ объекттарын йылытыу системаһын үҙгәртеп ҡороу буйынса проекттың нисек тормошҡа ашырылыуы менән танышты.
Программаға ярашлы, бер йыл эсендә бында дүрт блоклы газ ҡаҙанлығы төҙөлгән. Шуларҙың береһе менән танышҡас, Рөстәм Хәмитов яңы объекттың эшен юғары баһаланы. Ҡаҙанлыҡ Тирлән участка дауаханаһын йылылыҡ менән тәьмин итә. Элек медицина учреждениеһын күмер яғып йылытҡандар. Селтәрҙәрҙең иҫкереп туҙыуы һәм объекттарҙың алыҫлығы йылылыҡты юғалтыуға килтергән.
Тораҡта шәхси газ ҡаҙандарын урынлаштырыу һөҙөмтәһендә 2200 кешене йылылыҡ менән тәьмин итеүгә өлгәшелгән. Иң мөһиме шул: йылылыҡ өсөн хаҡ ике тапҡырға кәмегән. Иҫәпләүҙәрҙән күренеүенсә, яңы ҡорамалды сафҡа индереүҙән йылына 7 миллион һум экономияланасаҡ.
— Бындай һөҙөмтәле проектҡа аҡса йәлләргә ярамай. Иң мөһиме — ул кешеләр өсөн отошло, — тип һығымта яһаны республика башлығы.
Рөстәм Зәки улы хеҙмәт ветераны Нина Гаеваның йортонда булып, уның йәшәү шарттары менән танышты. Элегерәк был ханым республика башлығына йортҡа газ индереү, канализация системаһын үткәреү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт иткән булған. Нина Григорьевна Президентҡа хәстәрлеге һәм ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.
Тирләндәр осрашыу барышында иҫке йорттарҙы йүнәтеү һәм балалар өсөн уйын майҙансыҡтары төҙөү мәсьәләһен дә күтәрҙе.