Уңышлы алымдар таратылырға тейеш13.01.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө районына эш сәфәре барышында Таптыҡ, Зубов, Булгаков ҡасабаларында булды.

Таптыҡта республика етәксеһе ағас бурсанан күтәрелеп, йылытҡыс материал ҡушып эшләнгән өйҙө ҡараны. Уны инженер Альфред Фәйзуллин төҙөгән. “Йәшел стандарттар” күсемһеҙ милек объекттарын ирекле сертификациялау системаһы буйынса һалынған тәүге йорттоң төп үҙенсәлеге — традицион йылытыу алымдарының булмауы һәм энергияны аҙ ҡулланыу. Бында ҡояш коллекторы менән йылытҡыс насостар файҙаланыла. Ошондай үҙенсәлекле башҡа системаларҙың “эшкә егелеүе” лә өйҙө йылытыуға сығымдарҙы тәбиғи газ ҡулланғанға ҡарағанда ике-өс тапҡырға кәметә. Шуға ла өйҙөң квадрат метрына хаҡ 30 мең һум самаһы ғына.
— Был — бик ҡыҙыҡлы, заманса һәм кәрәкле проект. Уны ҡулланырға, халыҡҡа тәҡдим итергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бөгөн беҙ был технологияны тикшерҙек, иртәгә уйларға, ә иртәнән һуңға киң таратырға тейешбеҙ.
Зубов ҡасабаһында Башҡортостан Президенты үткән йылда асылған теннис үҙәген ҡараны. Булгаков ҡасабаһында Рөстәм Хәмитов дөйөм төҙөкләндереү эштәре барышы, транспорт инфраструктураһы объекттары менән танышты.


Вернуться назад