Донъяны яҡтыраҡ итәйек!13.01.2014
Донъяны яҡтыраҡ итәйек!Өфөлә "Республика Башкортостан" гәзитен уҡыусыларҙың фекере буйынса 2013 йылдың төп геройҙары тип билдәләнгән шәхестәрҙе тәбрикләнеләр. Кем генә юҡ улар араһында: төҙөүсе лә, ҡотҡарыусы ла, эшҡыуарҙан сәнғәт белгесе булып китеүсе лә, туризмды үҫтереүсе йүнсел дә, яңғыҙ тороп ҡалған балаларҙы ситкә типмәүсе әсә лә... Заман геройҙары менән осрашыуға республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов та килде.

"Республика Башкортостан" гәзитенең баш мөхәррире Эльза Хорева әйтеүенсә, был номинацияға йәмғиәтебеҙҙәге иң-иңдәр генә һайлап алынған. "Донъя туҡтауһыҙ үҙгәрә, һәм республикабыҙ үҙ үҫешендә яңы кимәлгә сыҡһын өсөн бөгөн тап һеҙҙең кеүек кешеләр кәрәк", – тине ул.
Ысынлап та, бында бөгөнгө заман геройҙары килгәйне. Уларҙың һәр ҡайһыһына иң тәүҙә һынауҙарҙан ҡурҡмау тойғоһо, ҡыйыулыҡ хас. Мәҫәлән, профессор Һәүбән Хунафин ваҡытында тәүгеләрҙән булып ҡатмарлы хирургик операцияларҙан һуң кешелә ҡалған яраны бөтәштереү һәм уны шифахана-курорт шарттарында дауалау һын эшләгән. Тап уның тырышлығы менән үткән быуаттың 70-се йылдарында уҡ ярты йыл һайын тикшеренеү һәм профилактик дауаланыу үтергә тейешле ауырыуҙар реестры барлыҡҡа килгән. Әйткәндәй, былтыр Һәүбән Нурлығаян улы фән өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Ә бына "Пышка" тауар билдәһе хужаһы Рәсимә Мусина "Йыл кешеһе" премияһына йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһын үҫтереүҙә яңыса алымдар ҡулланғаны өсөн лайыҡ тип табылды. Бөгөн ул етәкләгән селтәр Башҡортостанда, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында уңышлы эшләй, хатта Германияла ла ресторан асырға йыйыналар.
Йәрмәкәйҙең Ҡыҙыл Яр ауылынан хужабикә Фәйрүзә Солтанова иһә үҙенең ике балаһын аяҡҡа баҫтырғас, ата-әсәһеҙ ҡалған дүрт баланы тәрбиәгә алған. Йорто шат балалар тауышынан гөрләп торған ошондай мәрхәмәтле әсәгә нисек һоҡланмайһың да нисек уның алдында баш эймәйһең? Әйткәндәй, сараға ул яңғыҙ килмәгән – балаларын да эйәрткән. Улар республика башлығына үҙҙәре төшөргән һүрәтте бүләк итте.
Был сараға килгәндәр үҙҙәре лә шуны таныны: уларҙың бөтәһе лә тиерлек "Беҙ булмаһаҡ, кем?", "Бөгөнгө эшең кисәгенән яҡшыраҡ булһын" тигән ҡағиҙәләр буйынса йәшәй. Мәҫәлән, Вячеслав Климец етәкселегендә Өфөнән 25 ҡотҡарыусы былтыр Алыҫ Көнсығыштағы аяуһыҙ ташҡын эҙемтәләренә ҡаршы ал-ял белмәй көрәшкән. Улар 986 кешене, шул иҫәптән 137 баланы ғәрәсәт ҡуйынынан йолоп ҡалған. Ысынлап та, заман геройҙары шул!
– Бөгөн бында ғәҙәти булмаған, ә үҙ эшендә һәм тормошонда иҫ китерлек бейеклектәргә өлгәшкән шәхестәр йыйылған. Һеҙ — республикабыҙҙағы һәр кемгә тере өлгө, – тине Рөстәм Зәки улы. "Әйҙәгеҙ, бергәләп донъяны яҡтыраҡ һәм йылыраҡ итәйек!" – тип таралышты һәр кем был йылы осрашыуҙан.


Вернуться назад