Илһөйәрлек күңелгә шулай һалына13.01.2014
Илһөйәрлек күңелгә шулай һалынаТарихты һанлаһаң, ул һине бейеккә күтәрер, ти халыҡ. Үткәндәргә иғтибар, ихтирам тойғоһо музейҙарҙа айырыуса баҙыҡ сағыла. Әйтәйек, Бөрйән районының Аҫҡар мәктәбендәге рух мөйөштәрендә.

Йөҙйәшәр ҡарағайҙар төйәк иткән төбәктең заманса белем усағында ике музей бар: береһе тыуған яҡҡа арналһа, икенсеһендә ауылдаштары, билдәле шағир Самат Ғәбиҙуллиндың тормош юлы, ижады бөртөкләп йыйылған. Уларҙа изге еребеҙгә, ябай, әммә бөйөк яҡташтарыбыҙға ҡәҙер-хөрмәт тойғоһо тағы ла тәрәнәйеп, күңелде тотошлай ялмап ала. Шиғырҙары менән Аҫҡарҙы ғына түгел, бөтөн Бөрйәнде йырға күмгән, төбәктең һөйөнөстәрен, аһ-зарын күңелдәргә моң, ялҡын итеп һалған Самат Ғәбиҙуллиндың эш өҫтәле, ижади минуттарҙы һағынғандай, тынып ҡалған. Ундағы баҫыу машинкаһы ниҙәр генә кисермәне икән?! Ҡәләмдәштәренең хаттары, автографлы китаптары әҙиптең ихласлығы, ярҙамсыллығы, абруйы, оло йөрәкле булыуы хаҡында һөйләй. Ғаилә архивындағы фотоһүрәттәрҙән төҙөлгән стендтан иһә яҡташтарына, туғандарына, яҡындарына һөйөүе бөркөлгәндәй. Эш өҫтәлендәге яҙмалары, төҙәтмәләр менән сыбарланған ҡағыҙҙар телдең ҡәҙерен белергә, һүҙҙең, шиғриәттең ҡиммәтен, һиммәтен арттырырға саҡыра һымаҡ.
Яҡташтарын ысын күңелдән һөйә бөрйәндәр. Музейҙа экспонаттарҙың күбәйгәндән-күбәйеүе ошо хаҡта һөйләй. Тиҙҙән шағирҙың ҙур, төҫлө портретын да элеп ҡуясаҡтар: билдәле фотограф Флүр Ғазин шундай вәғәҙә биргән.
Тыуған яҡты өйрәнеү музейында иһә урман башҡорттарының тарихына, эске донъяһына инеп китәһең. Аҫалы балаҫ, тирмән, самауыр, һандыҡ, шәл, янсыҡ, алъяпҡыс, ҡашмау, һауыт-һаба һәм башҡа бихисап экспонат менән бергә гәзит-журнал да ҡәҙерләп һаҡлана бында. Ер-һыу атамалары, яуҙарҙа ҡатнашҡан, иле өсөн башын һалған ҡаһарман ауылдаштары, билдәлелек яулаған, үҙ ерендә тырышып хеҙмәт иткән, гөрләтеп йәшәгән яҡташтары хаҡында стендтарҙа, төрлөсә матурлап төҙөлгән шәжәрәләрҙә Аҫҡарҙың барлыҡ тормошо сағыла.
— Рухиәт мөйөшө уртаҡ көс менән төҙөлдө, — ти музейҙарға етәкселек иткән уҡытыусы Зәлифә Шакирова. — Ауылдаштар, райондаштар ихлас ҡатнашты. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы иһә иҫке мәктәптә үк бар ине, уға география уҡытыусыһы, ифрат тырыш, тынғыһыҙ, рухлы Флүрә Мөҙәрис ҡыҙы Ишмырҙина етәкселек итте. Хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, апайыбыҙ юҡ инде... Әммә ул һалған юлды туҡтатмайбыҙ, башланғысын лайыҡлы дауам итергә тырышабыҙ.
Ысынлап та, яҡташтары һөйләүенсә, Флүрә Мөҙәрис ҡыҙы ғәжәп тынғыһыҙ, эше өсөн янып торған шәхес булған. Ауыл, мәктәп тормошонда һәр саҡ алдан йөрөгән педагогтың Аҫҡарҙың тарихын, ер-һыу атамаларының килеп сығышын өйрәнеүҙә, нәҫелдәрҙең шәжәрәһен төҙөүҙә өлөшө ифрат ҙур. Флүрә Мөҙәрис ҡыҙы заманында уҡыусыларын ҡайҙа ғына алып йөрөмәгән: балаларҙың күңеленә күпме көс-дәрт, ынтылыш, илһөйәрлек һалған ул! Ошондай рух мәктәптә әле лә дауам итә, тимәк, Аҫҡар ауылы халҡыбыҙға Самат Ғәбиҙуллин кеүек шәхестәр бүләк итеүҙән туҡтамаҫ.


Вернуться назад