«Әп» итәйем әле…10.01.2014
«Әп» итәйем әле…Кешелектең әлеге ҡылығының килеп сығыу тарихын төрлөсә фаразлайҙар, шулай ҙа күптәр үбешеүҙе әсәнең балаһына ҡарата хис-тойғоһон белдереү ишараһы булараҡ таный. Ҡайһы бер тарихсылар быны кеше Аллаға ышана башлағас, уға ихтирам йөҙөнән төрлө бетеүҙәрҙе үбеү сәбәпле барлыҡҡа килгән тип уйлай.

Документтарға таянғанда, бындай күренеш хаҡында әле беҙҙең эраға тиклем үк билдәле булған. Европаға уны Александр Македонский Көнсығыш походынан алып ҡайтҡан, тиҙәр.
Ә бына Боронғо Римда кешеләр яҡындарын ғына үбеп ҡалмаған, урамда осраған һәр кемде «әп» иткән (ошондай күренеште хәҙерге көндә күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ әле). Италияла иһә егет кеше берәй ҡыҙҙы үпһә, мотлаҡ рәүештә уға өйләнергә тейеш булған (о-һо, бындай йола бөгөнгө егеттәргә ҡағылһа, бер ир-азаматҡа ғына ла күпме кәләш алырға тура килер бит). Италиянан айырмалы рәүештә, Көнсығышта үбешеү хөрмәткә ишаралай. Мәҫәлән, ҡытайҙар бәләкәй хужаһының ҡулынан үпһә, ҙурыһының аяғына ирендәрен тейҙерергә тейеш.
Шулай ҙа ниңә үбешә һуң кешеләр? Был йәһәттән, психологтар билдәләүенсә, кеше үбешкән ваҡытта ниндәйҙер тәрән мәғәнәгә эйә бер ләззәт кисерә икән. Әйтәйек, муйынды үбеү – ул мөхәббәт теләү, иренде маңлайға терәү – ҡурсалау, биттән «әп» итеү» – дуҫлыҡ, ә ҡулды үбеү– хөрмәт билдәһе, тип әйтә улар. Тимәк, ләззәттең дә төрлөһө булып сыға. Хәйер, быны үҙебеҙ ҙә тикшереп ҡарай алабыҙ инде…

Брежнев заманы. Етәксе сит илдән ҡунаҡҡа килгән бер сәйәсмәнде оҙата икән. Эй үбә, ти был, эй үбә ти… Ҡунаҡ саҡ ҡотолоп, самолетҡа инеп ултырған. Ул осоп киткән саҡта Брежнев хатта бер аҙ йәш тә түгеп алған.
– Леонид Ильич, ул бит шәп сәйәсмән түгел, ниңә шул тиклем бөтөрөнәһегеҙ? – тиҙәр икән етәксегә.
– Сәйәси яҡтан шәп булмаһа, түгелдер, бәлки, әммә ул шул тиклем яҡшы үбешә, шул тиклем яҡшы үбешә… – тип яуап биргән ул.


Вернуться назад