Алтын ҡуллы оҫталар — Бөрйәнемдең байлығы10.01.2014
Алтын ҡуллы оҫталар — Бөрйәнемдең байлығыЯңы йыл алдынан “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов, талантлы шағир, билдәле драматург Салауат Әбүзәров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясоваларҙан торған ижади төркөм Бөрйән районында булып, үҙенең уҡыусылары, шулай уҡ “Мираҫ” хәйриә фонды, Республика халыҡ ижады үҙәге ҡатнашлығында ойошторған “Һөнәрмән” конкурсы еңеүселәре менән осрашып ҡайтты.

Былай ҙа буранлап торған көндә Өфө ҡунаҡтары “тимер ат”тарында ҡар уйнатып, тау артынан тау артылып, Ҡыпсаҡ иленә – инде Башҡортостан матбуғат баҫмаларының рух ҡәғбәһенә, осрашыу майҙанына әүерелеп барған Әбделмәмбәт мәктәбенә килеп тә етте.
Уҡыусылар Салауат Әбүзәровтың халыҡсан шиғырҙарын, Нияз Сәлимовтың рухлы сығышын, ай йөҙлө, ҡояш күҙле Сәйҙә Ильясованың йыр-бейеүен алҡыштарға күмде.
Ҡыпсаҡ оҫтаһы, ҡулына эләккән һәр тимергә йән өрөүсе замана Кулибины — Иҙел Назарғолов үҙенә тәғәйен ҡиммәтле бүләк һәм дипломды ғына алып ҡалманы, робот-техниктар шөғөлләнгән кабинетта оҫталығын да күрһәтте.
Әле кешене шаҡ ҡатырырлыҡ эштәре, йомро башы, Хоҙай биргән таһылы арҡаһында йәшәйешебеҙҙе еңеләйтерлек идея-маҡсаттары күп егеттең. Иҙелгә патент алыу мәсьәләһен тиҙләтергә кәңәш итте ағайҙары. Мәктәптең алдынғы уҡыусыһы, район хакимиәте стипендиаты, сәхнәләрҙе дер һелкетеп йөрөгән Фирғәт Шәмиғолов та роботтар менән дуҫ икән. Уның ижад емеше – робот-эт ҡунаҡтарҙы сарбайлап "өрөп" ҡаршы алды, салғыйҙарынан “тартып” йөҙәтте.
Байназар тарафтары ла таланттар төбәге булараҡ билдәле. Мәктәпкә ауылдың әүҙем кешеләре лә йыйылған. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Рафаэль Иманғолов алтын ҡуллы оҫта булараҡ танылған: ул ағастан, тамырҙан юнып, ырып яһаған төрлө сувенирҙар, өҙмәй эшләгән сылбыр-ҡулсалар, һырлы һаплы ижауҙар, йомро шарҙарҙан хасил фигуралар – үҙе бер сәнғәт әҫәре. Тиҫтәләрсә йыл хеҙмәт дәрестәрендә үҙенә алмаш әҙерләгән уҡытыусыға ла, "Һөнәрмән" конкурсы еңеүсеһе булараҡ, ҡиммәтле бүләк һәм диплом тапшырылды. Ошо уҡ мәктәптең рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы, Әтектәге Алдар батыр бюсының авторы, йылдар дауамында үҙ фәнен сәнғәт юғарылығынан балаларға өйрәткән Ильяс Муллағолов та тәғәйен бүләген һәм Маҡтау ҡағыҙы алып һөйөндө.
Яңы Собханғол ауылында йәшәгән алтын ҡуллы Фазыл Кинйәбаевтың эштәре лә жюри тарафынан юғары баһаланған. Ул да был көндө "Башҡортостан"дар ҡулынан матур бүләк һәм диплом алып ҡыуанды.
Баҫма хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Ике яҡлы һөйләшеү Сәйҙә Ильясованың аһәңле сығыштары менән үрелеп барҙы. Атаһы яғынан өләсәһе ошо яҡ кешеһе – Ғәлиәкбәр ауылынан икән уның. Күкрәк тауышы менән халыҡ йырҙарын моңло итеп башҡарыусы Сәйҙәлә лә бөрйәнсә сәм, рух, саялыҡ бар.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәшит Монасипов менән мәғариф бүлеге начальнигы Ришат Шәрипов, бөрйәндәр “Башҡортостан”һыҙ ҡалмаясаҡ, рухи ҡәлғәбеҙҙе үҙебеҙ яҡларға, һаҡларға бурыслы, тип белдерҙе.


Вернуться назад