И.Г. Клименко исемендәге Бөтә Рәсәй иген культуралары ғилми-тикшеренеү институтында ошо йүнәлештә эшләгән учреждениеларҙың эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаған кәңәшмә үткәрелде. Унда аграр өлкәгә ҡараған 22 ғилми учреждение, шул иҫәптән Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ла ҡатнашты.Директор В. Шириевтың сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, ә институттың 2013 йылдағы эшмәкәрлеге юғары баһа алды. Ғалимдарҙың селекция, орлоҡсолоҡ, ер эшкәртеү, үҫемлектәрҙе һаҡлау, йылҡысылыҡ һәм малсылыҡтың башҡа тармаҡтарындағы уңыштары иғтибарҙы йәлеп итте.
Быйыл институт селекция өлкәһендә өс патент алыуға өлгәште, ҡаҙаныштар буйынса Рәсәй Дәүләт реестрына яҙғы бойҙайҙың "экада-109", ҡарабойҙайҙың "землячка", күстерәнең "Шишмә-4", ҡара ҡарағаттың "Шишмә", ҡандала үләненең "уралочка " сорттары индерелде.
Грушаның "шатлыҡ", "первушино", крыжовниктың "ҡояшҡай" сорттары Рәсәйҙең Селекция ҡаҙаныштарын һынау һәм һаҡлау буйынса дәүләт комиссияһына ебәрелде. Башҡортостанда институттың селекция сорттары 1 миллиондан ашыу гектарҙа сәселә. 1 300 тонна юғары уңышлы иген культуралары, 75 тонна бер һәм күп йыллыҡ үлән, 25 мең емеш-еләк үҫентеһе етештерелде.
3 400 мең һумлыҡ дүрт инновацион программа уңышлы тормошҡа ашырылды. Шуларҙың береһен — Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы менән төҙөлгән "Көньяҡ Урал райондарында ауыл хужалығы етештереүен ғилми нигеҙҙә алып барыу" дәүләт килешеүен — телгә алырға мөмкин.
Институттың емеш-еләк һәм виноград буйынса селекция үҙәгендә Кушнаренко районы етәкселеге менән берлектә беренсе тапҡыр "Кушнаренконың виноград тәлгәше" фестивале үткәрелде.
Быйыл институт ғалимдары ике китап, өс методик тәҡдим нәшер итте, 168 мәҡәлә баҫтырҙы, Мәскәүҙәге ХIII Рәсәй "Алтын көҙ" агросәнәғәт күргәҙмәһендә бер алтын, ике көмөш миҙал, өс диплом менән бүләкләнде. Ғөмүмән, 2013 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының үҫемлекселек һәм малсылыҡ буйынса ғилми эшләнмәләре һигеҙ миҙал (ике алтын, дүрт көмөш, ике бронза) һәм 10 дипломға лайыҡ булды.
Рәсәй ауыл хужалығы академияһы вице-президенты академик И.В. Савченконың йомғаҡлау телмәрендә институттың ҡаҙаныштарына юғары баһа бирелде. Кәңәшмәлә Рәсәй агросәнәғәт комплексын ғилми йәһәттән тәьмин итеүҙә инновацион алымдарҙы тиҙләтеү, һөҙөмтәлелекте арттырыу буйынса ҡарар ҡабул ителде.
Ә. СӘХИБГӘРӘЕВ,
Башҡортостан ауыл хужалығы
ғилми-тикшеренеү институты
директорының беренсе урынбаҫары.