Хөрмәтле яҡташым Ләлә апай Бейешева менән уртаҡлыҡтар күп. Оло Эйек йылғаһының һыуын эсеп, бер яҡтың һауаһын һулап үҫеүебеҙҙән тыш, фекерҙәштәр ҙә беҙ. Ерәнсә сәсән тураһында өлкәндәрҙән ишеткәндәремде гәзиттә баҫтырғас та, ул шунда уҡ “Бәндәбикәне Ерәнсәнән айырып ҡара...” тигән ҡыҙыҡлы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Матбуғатҡа яҙылыу осоронда ла бай тормош тәжрибәһе туплаған Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙы редакцияға теләктәшлек күрһәтте, шул мәлдә лә ярҙамын ныҡ тойҙоҡ. Гәзит уҡыусылар менән осрашыуҙарға теләп йөрөнө ул. Хоҙай Тәғәлә унан тел асҡысын йәлләмәгән, олоһон да, кесеһен дә ауыҙыңа ҡаратып һөйләү һәләте һәр кемгә лә бирелмәгән шул.
“Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге рәйесе, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәмәғәт премияһы дипломанты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Ләлә Бейешева билдәләүенсә, тыуған илем, туған халҡым һәм ғәзиз телем тип ғүмере буйы йән атҡан арҙаҡлы шәхестәребеҙ Зәйнәб Биишева һәм Рәми Ғариповтарҙың изге эшен дауам итеү — уның мөҡәддәс бурыстарының береһе. Бер осрашҡанда вайымһыҙлыҡ һәм ғәмһеҙлек тәңгәлендә ҡыҙыу бәхәс ҡупты. Шунда ул бына нимә тине: “Маҡсатым – башҡорттарҙы бер усҡа туплап, ҙур көс булдырыу, һәммәһенә лә һәр йәһәттән ярҙам итеү. Беҙ ҡайғыртмаһаҡ, ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең кемгә кәрәге бар? Бөтәһе лә ошо принцип менән йәшәһә икән дә...”
Әйткәндәй, халҡыбыҙҙың мәнфәғәтен тәрән ҡайғыртыусы мәртәбәле “Аҡ тирмә” йәмәғәт ойошмаһы 1988 йылда башҡорт зыялылары тарафынан булдырылған. Бүтән төрлө исемде күҙ алдына килтереп тә булмай. Ысынлап та, уға оло мәғәнә һалынған. Борон аҡһаҡалдар башҡа урында түгел, ә нәҡ тирмәләрҙә ил яҙмышын хәл иткән, сиселмәҫтәй тойолған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшкән, аңлашҡан, киләсәккә аныҡ маҡсаттар билдәләгән.
– Ойошмабыҙ бына 23 йыл инде халҡыбыҙ мәнфәғәтендә эшләй һәм йәшәй, – ти Зәйнәб Биишева һәм Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Ләлә Бейешева. – Әлбиттә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, йәштәр союздарының эшмәкәрлеге менән дә хаҡлы ғорурлана алабыҙ. Шул иғтибарға лайыҡ: ошо йәмәғәт ойошмаларының барыһы ла “Аҡ тирмә”нән инеш алды.
Был милли-мәҙәни үҙәк тәүге көндәрҙән үк милләттәштәребеҙҙе үҫтереүгә, халҡыбыҙҙы күтәреүгә һәм берләштереүгә йөҙ тотто. Миҫал өсөн башҡорт телен өйрәнеүҙе генә алайыҡ. “Теле барҙың иле бар” тигән кисәнең шаулап-гөрләп үтеүендә Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙының өлөшө ифрат ҙур. Мәктәптәрҙә башҡорт теле сәғәттәренең ҡыҫҡартылыуына борсолоу белдерҙеләр был кисәлә. Хәбәрсе булараҡ, миңә “Матбуғатта башҡорт теленең таҙалығы” мәсьәләһенә арналған ултырышта ҡатнашырға тура килгәйне. Үҙем өсөн бик күп нәмә алдым. Мәҡәлә яҙғанда ниңә урыҫ һүҙҙәрен йыш ҡулланабыҙ, ни өсөн диалекттарҙан ҡасабыҙ? Уйланырға урын бар, әлбиттә. Шулай уҡ тыуымдың артыуын хәстәрләргә саҡырған “Бәпес ҡайтты”, йәштән үк һөнәр һайлауға саҡырған “Киләсәктә үҙеңде кем итеп күрәһең?”, йүнселлеккә өндәгән “Нисек эшҡыуар булырға?” һәм башҡа сараларҙы төплө итеп уҙғарыуға ул көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Башҡортостан Хөкүмәте “Башҡортостанда Шәжәрә байрамдарын үткәреү” тураһында ҡарар ҡабул иткәнгә тиклем үк “Аҡ тирмә” үҙәге шәжәрә байрамын халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуған ауылы Туйөмбәттә үткәреп, өлгөрлөк күрһәтте.
– Башҡорт мәктәптәре менән айырыуса тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ, – тип дауам итә һүҙен ил инәһе. – Бала күңеле аҡ ҡағыҙ менән бер, унда теләгәнеңде яҙырға мөмкин. Аҡмулланың һүҙҙәре менән әйткәндә, “белем — арыҫландан көслө” тигән фекерҙе малай һәм ҡыҙҙарҙың күңеленә бәләкәйҙән һеңдерергә тырышабыҙ. Был юҫыҡта эш артабан да дауам итәсәк.
Яҙғандарыма ҡеүәт: Ләлә апайҙың тырышлығы менән “Һаумы, мәктәп!” тигән тәрбиәүи кисә үтте. Бынан тыш, “Йәш таланттар”, “Беҙ – ҡурайсы”, “Батырҙарға дан!”, “Беҙ – үҙ илебеҙҙең балаһы”, “Уҡытыусы” исемлеләрен дә күптәр хәтерләйҙер. “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законын тормошҡа ашырыуҙағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн ул Өфө ҡалаһы хакимиәтенең премияһына лайыҡ булды.
Ҡаһарман рухлы йәмәғәт эшмәкәре Ләлә Бейешева аяҡ баҫмаған ауыл бармы икән республикабыҙҙа? Юҡтыр. Һәр береһендә танып торалар ағинәйҙе, кәңәшенә ҡолаҡ һалалар, шунда уҡ үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы һөйләүгә күсәләр. Ер йөҙөнә һибелгән милләттәштәребеҙ тураһында ла хәстәрлек күреүе, тыуған төйәктәренә ҡайтырға ярҙам итеүе, унан инде эшкә урынлаштырыуҙы хәстәрләүе — шуға асыҡ миҫал. Мәҡәлә башында Силәбеләге сәфәр тураһында юлайҡан телгә алғайным. Ырымбур башҡорттарының хәле нисек, Каруанһарайға ниңә һаман хужа була алмайбыҙ, Һамар йәки Һарытау башҡорттары нисек көн итә, силәбеләрҙе нимә борсой? Ләлә Бейешеваның күңеленә ошо һәм башҡа һорауҙар һис кенә лә тынғылыҡ бирмәй.
Яҡташымдың матбуғатта йыш сығыш яһауы һоҡландыра. Күп осраҡта уның ҡулъяҙмаһына ҡәләм тейҙермәйенсә генә баҫтырырға биргәнем булды. Һөйләмдәре төҙөк, логик бәйләнеш бар, көнүҙәк темаларҙы күрә белә. Айырыуса ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙе ҡурсалауҙы күҙ уңында тотҡандары әһәмиәтле. Һүҙ ҙә юҡ, Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, үткер ҡәләмле ижадсы төрлө йүнәлештә яҙа. Мәҫәлән, “Көн һайын ошо урында” рубрикаһында баҫылған “Аҡ һаҡалыма оят килтермә...” тигән мәҡәләһен, моғайын, яратып уҡыусылар күп булғандыр. Һүҙ – Еңеү көнөн Берлинда ҡаршылаған ике туған ағаһы гвардия подполковнигы Әхмәт Әхмәҙи улы Ҡазбулатов тураһында.
Әйткәндәй, даими яҙышҡаны ғына түгел, ә ҡыйыу мәҡәләләр менән сығыш яһағаны өсөн Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙы “Башҡортостан” гәзитенең 2011 йылғы лауреаты булды.
Ошо көндәрҙә “Татыулыҡтың ҡәҙерен беләбеҙ” тигән мәҡәләһе беҙҙең гәзиттә баҫылды. Унан өҙөк килтереү урынлы булыр: “Халыҡтар дуҫлығы йортонда бөтә милләт вәкилдәрен бер уй-фекер берләштерә: ауырлыҡтарҙы күмәкләп еңеп сығыу үтә мөһим. Бер-беребеҙҙе ихтирам иткәндә, беҙҙән дә көслө халыҡ һәм ил булмаясаҡ”.
Бер аҡыл эйәһе, маҡсат менән йәшәгәндәрҙән дә бәхетле йән юҡтыр был донъяла, тигән. Тотош ғүмерен тарихыбыҙҙы өйрәнеүгә, мәҙәниәтебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе һәм телебеҙҙе үҫтереүгә, йәш быуынды рухлы итеп тәрбиәләүгә бағышлаған Ләлә Бейешева бөгөн дә сафта. Киләһе көндәргә ҡорған изге уй-пландары тормошҡа ашһын, үҙен Хоҙай һаулыҡтан айырмаһын.
Илдар АҠЪЮЛОВ