Ергә ҡағылышлы берҙәм селтәр10.01.2014
Өфө ҡала хакимиәтенең Ер ресурстары идаралығы баш ҡала биләмәһендәге ер участкалары тураһындағы мәғлүмәттәрҙең берҙәм базаһын төҙөй.

Хакимиәттең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, унда участкалар, милекселәр, ерҙән файҙаланыусылар, түләүҙәр хаҡындағы мәғлүмәт сағылыш таба. Яңы селтәр ошо өлкәләге төрлө хәлгә асыҡлыҡ индереү, файҙаланылмаған, ташландыҡ биләмәләрҙе, ер өсөн түләгән һәм түләмәгән милекселәрҙе билдәләү, шулай уҡ баш ҡала ерҙәренең инвестиция ҡеүәһен баһалау мөмкинлеген бирә. Буш участкалар сауҙалашыу аша һатыла йә иһә социаль объекттар төҙөү өсөн бүленәсәк.


Вернуться назад