Рөхсәтһеҙ кейек аулама!10.01.2014
Яңы йыл байрамы осоронда республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре һунарсылыҡ өлкәһендәге ҡануниәттең үтәлешен асыҡлау йәһәтенән 160-тан ашыу рейд үткәрҙе. Шуларҙың береһе Эске эштәр министрлығы менән берлектә ойошторолдо.

— Ошондай саралар һөҙөмтәһендә төбәктә һунар ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 23 осрағы асыҡланды. Күптәрҙең йәнлек аулауға рөхсәт ҡағыҙы юҡ, теркәлмәгән ҡорал ҡулланыусылар ҙа байтаҡ, — тип хәбәр итте министрлыҡтың матбуғат секретары Нина Никандрова. — Яңы йылдың тәүге аҙнаһында һунарсылыҡты күҙәтеү инспекторҙары Көйөргәҙе, Дыуан, Баймаҡ райондарында ҡырағай йәнлектәрҙе законһыҙ аулауҙың өс осрағын теркәне. Дүрт ҡоралай һәм ике мышы браконьерҙар ҡорбаны булған.
Бынан тыш, Кушнаренко, Архангел, Күгәрсен райондарында бер нисә йәнлек тәгәрмәс аҫтында ҡалған. Фажиғәләрҙә кешеләр еңелсә имгәнгән, өс автомобилгә зыян килгән.
Әле һунар ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 500-ҙән 4 мең һумға тиклем штраф һалыу рәүешендә административ яуаплылыҡ ҡарала. Законһыҙ һунар иткән өсөн 200 мең һум түләтеүҙәре йәки 6 айға тиклем холоҡ төҙәтеү эшенә йәлеп итеүҙәре ихтимал.


Вернуться назад