Ташлама кәрәкһә, яңы үҙәккә бар10.01.2014
Быйылдан Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының территориаль органдары, Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия биргән республика үҙәге бурыстары Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә йөкмәтелә.

Был үҙгәреш социаль ярҙам күрһәтеү һәм субсидия биреү сараларына йоғонто яһамай: мөрәжәғәт итеү тәртибе, тейешле документтар исемлеге, ярҙамға хоҡуҡлы кешеләрҙең категориялары үҙгәрешһеҙ ҡала.
Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге ташламаларға хоҡуғы булғандарға таныҡлыҡ һәм уларҙың күсермәһен биреү менән шөғөлләнәсәк. Бынан тыш, уға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарҙың иҫәбен алып барыу бурысы йөкмәтелә. 9 ғинуарҙан үҙәктең филиалдарына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Яңы ойошманың 18 филиалында һәм 51 бүлегендә аңлатма алырға була. Уларҙың адресын Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының сайтынан табырға мөмкин.


Вернуться назад