Туризм үҫешә, әммә эш етерлек10.01.2014
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы “Красноусол курорттары” проекты буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо.
Кәңәшмәлә эске туризм өлкәһендәге хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыу, уларҙың эшмәкәрлеген киңәйтеү мәсьәләһе ҡаралды.
Йәмәғәт палатаһы ағзаларының фекеренсә, Башҡортостанда конкуренцияға һәләтле заманса туризм-рекреация комплексы төҙөргә, курорт инфраструктураһын үҫтерергә, тәбиғи рекреация ҡеүәтен һаҡлап ҡалырға, уны һөҙөмтәле файҙаланырға кәрәк. Был йәһәттән инвестиция йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу буйынса хоҡуҡи, ойоштороу, финанс-иҡтисади алымдарҙы камиллаштырыу шарт.
Башҡортостандағы шифахана-курорт системаһына анализ яһағандан һуң, белгестәр был өлкәләге хәлдең ҡапма-ҡаршылыҡлы булыуына инанды. Егерме йыл эсендә шифахана хеҙмәтенән файҙаланған кешеләр һаны өс тапҡырға артҡан. Бер йылда 240 мең кеше ошондай учреждениеларҙа ял итә.
“Красноусол курорттары” проекты ентекле эшләнгән, курорт селтәренең үҫешенә төплө анализ яһалған. Шифахана-курорт комплексында инвестиция йәлеп итеү кимәле юғары, финанс яҡтан да тотороҡлолоҡ күҙәтелә. Шәхси инвестиция иҫәбенә инфраструктура яйға һалынған. Шулай уҡ Ғафури районына ла 6 миллиард һумлыҡ инвестиция йәлеп ителгән.