Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының дизайн кафедраһы доценты, сәнғәт фәндәре кандидаты, Рәсәй Дизайнерҙар союзының Башҡортостан буйынса идараһы рәйесе Марс Әхмәҙуллин дизайн өлкәһендәге милли конкурста ҡатнашып, Өфөгә тәүге “Виктория” алып ҡайтты. Уның “Рәсәйҙә ғәрәп типографикаһы” тип аталған ғилми тикшеренеү эше “Дизайн-теория” номинацияһында еңгән.Дизайндың төрлө өлкәһендәге иң яҡшы идеяларҙы, профессиональ эшләнмәләрҙе, объекттарҙы асыҡлау маҡсатында Рәсәй Дизайнерҙар союзы бәйгене йыл һайын ойоштора.
– “Рәсәй викторияһы” милли конкурсында тәүгә ҡатнаштым. Еңеүгә өмөт итмәһәм дә, эшемде был бәйгегә тәҡдим итеүгә лайыҡ тип һананым, – тип һөйләне Марс Әхмәҙуллин. – Был эш – кандидатлыҡ диссертациям. Дизайн теорияһы – сағыштырмаса яңы өлкә, был термин Рәсәйҙә ни бары 20 йыл самаһы элек ҡулланыла башланы, шуға күрә әлеге тема өҫтөндә эшләү бер аҙ ауырыраҡ булды. Әммә тырышлығым матур һөҙөмтә бирҙе, ул һуңғыһы булмаҫ тип ышанам.
Ниндәйҙер өлкәлә шөғөлләнеү өсөн иң тәүҙә уның ғилми нигеҙен белергә кәрәк, тип иҫәпләй Өфө оҫтаһы. Дизайнды ла, теорияһын белмәй тороп, артабан үҫтереп булмай. Марс Әхмәҙуллинды еңеүе менән ихлас күңелдән ҡотлап, бөтә ижади пландарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!
Ҡ. ИШЕМҒОЛОВА.