Бәхил бул, шағир!10.01.2014
Бәхил бул, шағир!Шағир Риф Тойғондоң кинәт арабыҙҙан китеп барыуы күптәрҙе тетрәндерҙе. Ижадҡа ла, йәмәғәт эшмәкәрлегенә лә егелеп йәшәгән шәхесте көтмәгәндә юғалтырбыҙ тип кем уйлаған?!
Үткер ҡәләм эйәһен юғалтыуҙы “Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективы бигерәк тә ауыр кисерә. Ни тиһәң дә, Риф Ғәлим улы оҙайлы йылдар буйы гәзитебеҙҙә тынғыһыҙ хеҙмәт итте. Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегендә эшләгән осорҙа шағир Риф Тойғондоң китаптары бер-бер артлы донъя күрҙе, тәрән йөкмәткеле әҫәрҙәре халыҡтың күңел түрендә урын алды.
Һуңғы йылдарҙа ла, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе вазифаһын башҡарғанда, ул яратҡан баҫмаһы менән бәйләнеште өҙмәне. Яңы 2014 йылды ҡаршылар алдынан Риф Тойғонов бер төркөм әҙиптәр, шулай уҡ гәзитебеҙ хеҙмәткәре менән Ҡырмыҫҡалы районында сәфәрҙә йөрөп ҡайтты. Мәҙәниәт һарайында уның ялҡынлы сығышы халыҡ күңеленә үтеп инде (һүрәттә). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был шағирҙың халыҡ алдындағы һуңғы сығышы булды...
Илем, телем, халҡым тип янып йәшәгән тынғыһыҙ Шағирҙың яҡты һыны беҙҙең йөрәктәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.

“Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективы.


Вернуться назад